Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Айыҡлыҡ - ҙурлыҡ
8 Декабрь 2020, 17:56

Боҙ ҡаласығын кем емергән?

Интернет селтәрҙәрендә ҡайһы берәүҙәрҙең: “Баймаҡта матур боҙ ҡаласығы юҡ”,- тигән аһ-зарын күрергә тура килә. Булғанын һаҡлай алмағас, бер төн эсендә емергәс, улар ҡайҙан булһын?Әлеге ваҡытта Белов урамындағы быуала боҙ ҡаласығын яңынан эшләй башланылар. Хөрмәтле баймаҡтар! Үҙебеҙ тыуҙырған матурлыҡты, зинһар, һаҡлайыҡ һәм яҡлайыҡ! Барыбыҙ ҙа өмөт бағлаған Яңы йылды яҡшы кәйефтә ҡаршы алайыҡ!

Борсоулы хәл

Боҙ ҡаласығын кем емергән?

Бар кешелекте хафаға һалып, күп ҡайғы-хәсрәт килтергән йылдың бөтөүенә һанаулы көндәр ҡалды. Һәр кемебеҙ 2021 йылға өмөт, ышаныс, яҡты уйҙарын бәйләй. Шуға күрә айырыуса быйыл район, ҡала хакимиәте, төрлө ойошма-учреждениелар халыҡҡа байрам ҡыуанысын бүләк итеүгә бар тырышлығын һала.

Быйыл тәүге мәртәбә Белов урамындағы быуаға Яңы йыл ҡаласағын төҙөргә ҡарар ителде. Был эшкә ҡала советы депутаттары, “Йылылыҡ селтәрҙәре” ЯСЙ-һы, ДРСУ, ветеринар станцияһы тотондо. Үҙенә әллә ҡайҙан саҡырып торған боҙ һындары, шыуғалаҡтар төҙөлә башлағас, ошо яҡта йәшәгән балаларҙың ғына түгел, ә өлкәндәрҙең дә ҡыуанысының иге-сиге булманы. Шулай булмаймы ни – йортоң янында ғына шундай матурлыҡ ҡалҡып сыҡһын әле! Тик оҫталарҙың һәм уңған ҡуллыларҙың тырышлығы менән ҡалҡып килгән ошо ғәжәйеп әкиәт донъяһы бер төн эсендә юҡҡа сыҡты. Бер нәмә лә ҡалмаған унда: барыһы ла ватылған, емерелгән, ҡыйратылған. Үҙебеҙ, балаларыбыҙ, яҡындарыбыҙ, яҡташтарыбыҙ өсөн төҙөлгән Яңы йыл ҡаласығына кемдең ҡулы күтәрелде икән? Ошондай вәхшилек ҡылырға нимә этәрә? Күпме уйлаһаң да, яуап табырлыҡ түгел. Бындай яуызлыҡ өсөн РФ енәйәт кодексы буйынса яуаплылыҡ ҡаралған. Был ҡара эште кемдәр ҡылғанын күреүселәр барҙыр бит? Әгәр киләсәктә гел емерелгән эскәмйәләр, туҡталҡалар, юҡҡа сығарылған шыуғалаҡтар, һырғалаҡтарҙы күреп йәшәргә теләмәһәгеҙ, был енәйәтте кем ҡылғаны хаҡында мотлаҡ полицияға хәбәр итегеҙ. Бәлки, киләсәктә был вәхшиҙәргә һеҙҙең йортоғоҙҙоң рәшәткәләре йә ҡапҡағыҙ оҡшамаҫ һәм бер төн эсендә улар юҡҡа сығыр. Тыуған ҡалаһының матурлығына ҡул һуҙған енәйәтселәрҙән барыһын да көтөргә була.

Интернет селтәрҙәрендә ҡайһы берәүҙәрҙең: “Баймаҡта матур боҙ ҡаласығы юҡ”,- тигән аһ-зарын күрергә тура килә. Булғанын һаҡлай алмағас, бер төн эсендә емергәс, улар ҡайҙан булһын?

Әлеге ваҡытта Белов урамындағы быуала боҙ ҡаласығын яңынан эшләй башланылар. Хөрмәтле баймаҡтар! Үҙебеҙ тыуҙырған матурлыҡты, зинһар, һаҡлайыҡ һәм яҡлайыҡ! Барыбыҙ ҙа өмөт бағлаған Яңы йылды яҡшы кәйефтә ҡаршы алайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Читайте нас: