Башҡорт халҡының милли батыры һәм ғорурлығы булған Салауат Юлаев исемен йөрөткән хоккей командаһы ярты быуаттан ашыу бай тарихҡа эйә. Ошо йылдар эсендә был команда исеме бар Рәсәйгә билдәле уйынсылар һәм тренерҙар әҙерләп сығарҙы, улар бөгөн хоккей донъяһының алтын фондын тәшкил итә. “Салауат Юлаев” тәрбиәләнеүселәре әле Рәсәйҙең континенталь хоккей лигаһына (КХЛ) ҡараған төрлө клубтарында ғына түгел, ә сит илдең милли хоккей лигаһында ла (НХЛ) уйнай.
Билдәле булыуынса, байтаҡ йылдар “С.Юлаев” хоккей командаһын “Урал” фонды финансланы. Фондтың Башҡортостандың хоккей спортына ныҡлы иғтибар һәм етерлек аҡса бүлеүе “Салауат Юлаев”, “Торос”, “Толпар” командаларын яңы бейеклеккә күтәрҙе. “Торос” бер нисә тапҡыр Братина кубогын яуланы, “Толпар” ҙа иң яҡшылар рәтенә баҫты. Ә инде “Салауат Юлаев” Сергей Михалев, Вячеслав Быков һәм Владимир Юрзинов етәкселек иткән осорҙарҙа континенталь хоккей лигаһы чемпионы һәм бронза призеры булып танылды, хатта Гагарин кубогын яуланы. Ошо йылдарҙа төп командала үҙебеҙҙең тәрбиәләнеүселәр ҙә байтаҡ ине.
Һуңғы йылдарҙа атап үтелгән хоккей командалары тәүҙә “Башнефть” компанияһы, артабан “Роснефть” ҡанаты аҫтына күсте. Әйтергә кәрәк, финанслау күләме бер ҙә кәмемәне, төп командаға сит илдән билдәле хоккейсылар йәлеп итеү әүҙемләште. Былтырғы миҙгелдә “С.Юлаев” хоккей клубына етәксе итеп Финляндиянан билдәле тренер Эркка Вестерлунд тәғәйенләнде. Белеүебеҙсә, яңы белгесте элекке генменеджер Леонид Вайсфельд “ҡоҙалағайны”. “Бөгөнгө хоккей донъяһында унан да тәжрибәлерәк тренер юҡ”, - тип ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтанылар, кемдер хатта алдан уҡ “Салауат Юлаев”ҡа Гагарин кубогын да “тоттороп та ҡуйҙы”...
Өмөттәр аҡландымы һуң? Юҡ, әлбиттә. Йүнле уйын күрһәтмәгәс, был тренерҙы ла “осорҙолар”. Хәйер, һуңғы йылдарҙа, Владимир Юрзинов киткәндән бирле, юлаевсылар бер ҙә йүнле уйын күрһәткәне юҡ. Беҙҙең хоккейсылар көйәрмәнде миҙгел буйына уттан алып һыуға һала, билдәле комментатор Азамат Моратов әйтмешләй, валидолһыҙ бер генә матч та үтмәй. Ә бит көйәрмәндәр яратҡан командаһынан һөҙөмтә көтә, борсола-көйә. Баймаҡтарҙың да автобустарға йәиһә еңел машиналарға тейәлеп, Өфө, Магнитогорск һәм башҡа ҡалалаларға “С.Юлаев”тың уйнағанын ҡарарға барыуы күптән инде тәбиғи хәлгә әйләнгән.
Ни өсөн “Салауат Юлаев” командаһы йүнле уйын күрһәтә алмай һуң? Бында сәбәп ниҙә? Эш аҡсаламы, әллә башҡа проблемалар бармы? Белгестәр билдәләүенсә, бында борсолорлоҡ бер ниҙә юҡ. Беренсенән, командаға етерлек финанс бүленә – йылына ул 1,3 млрд һум тәшкил итә. Бюджет буйынса “С.Юлаев” КХЛ-дың иң бай командалары иҫәбенә инә – 9-сы урында тора. Һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер командалар финанслау менән проблема тыуыуы арҡаһында лиганан төшөп ҡалһа, беҙҙекеләргә бындай хәүеф бер ҙә янағаны юҡ. Ул ғына ла түгел, “С.Юлаев” етәкселеге трансфер кампанияһы, йәғни ситтән өмөтлө хоккейсылар йәлеп итеү менән бик тә әүҙем шөғөлләнә. Сөнки аҡса бар һәм шул яңы уйынсылар һатып алыуға йүнәлтелә. Мәҫәлән, ошо хоккей миҙгелендә генә лә команданың яртыһы яңы уйынсы менән тулыланды. Миллиондар түгеп һатып алынған хоккейсылар өмөттө аҡлаймы һуң? Юҡ, әлбиттә, тик көйөндөрә генә. Мине (хәйер, мине генә түгел) хоккейҙы бөгөн ысын мәғәнәһендә сәйәсәткә һәм аҡса туҙҙырыу алымына әйләндереүҙәре аптырата. Әлбиттә, был спорт кәрәк, ул һуңғы йылдарҙа ҙур популярлыҡ яуланы, хәҙер хоккей менән йәше лә, ҡарты ла “ауырый”. Әммә уға миллиардтар түгеү ни өсөн кәрәк икән? Шул аҡсаны төбәктәрҙе, балалар, үҫмерҙәр спортын үҫтереүгә тотоноп булмаймы ни? Әйтәйек, Баймаҡта бер төркөм йәш хоккей командаһы өсөн сама менән йылына 500 мең һум, уҙа барһа, 700-800 мең һум аҡса кәрәк. Был сумма йылына кәмендә 20-22 баланы хоккей серҙәренә өйрәтергә, тренерҙарға түләргә, төрлө ярыштарға алып йөрөүгә етә. Күреүебеҙсә, үрҙә телгә алынған бер хоккейсының йыллыҡ эш хаҡы сама менән Башҡортостандың 150 (!) ҡала-ауылында айырым балалар хоккей командаһын тотоу мөмкинлеге бирәсәк.
Ысынлап та, хоккейсыларҙың эш хаҡы бер ниндәй ҙә ҡалыпҡа һыймай. КХЛ-да иң байы – СКА-ның Илья Ковальчугы һаналды. Ул бер миҙгелдә 335 млн һум аҡса “һуҡты”. “Салауат Юлаев” командаһы уйынсылары ла ҡалышманы – 2015-2016 йылдарҙағы миҙгелдә уйнаған “тишек ҡапҡасы” Никлас Сведбергтың айлыҡ эш хаҡы 6,5 млн һум ине. Йәғни, ул көнөнә 200 мең һум (!) аҡса алған булып сыҡты. Ә беҙҙә ярайһы эш хаҡы алған кешенең йыллыҡ килеме саҡ шул кимәлгә етә. Бөгөн дә “С.Юлаев” командаһы хоккейсыларының эш хаҡы юғары. Антон Бурдасов, мәҫәлән, йылына 1,8 млн доллар, Линус Умарк 1,4 млн доллар ала. Командалағы уйынсының уртаса йыллыҡ килеме, бонустарҙы һанамағанда, 39 млн һум тәшкил итә.
Эксперттар билдәләүенсә, КХЛ-да иң бай 30 хоккейсының эш хаҡы дөйөм алғанда бер миҙгелдә 3 млрд 198 млн 360 мең һумға (!) барып баҫа. Был Владимир, Иванов, Калуга һәм Тамбов өлкәләренең (бөтәһен дә бер алғанда) йыллыҡ бюджетына тиң. Ә беҙҙең Баймаҡ ҡалаһының йыллыҡ бюджеты 30 миллиондан артмай. Әгәр ҙә бер хоккейсының йыллыҡ эш хаҡы районға бүленһә, ул аҡсаға әллә күпме объекттар төҙөргә мөмкин булыр ине. Әйтәйек, Күлтабан ауылындағы мөһим объект – мегаферманы төҙөргә һәм уға мал һатып алыу өсөн бюджеттан сама менән 450 млн һум аҡса тотонолдо. Был производствоға һәм хоккейсыға түгелгән сығымдарҙы сағыштырып ҡараһаҡ, Күлтабан мегафермаһының район иҡтисадында ҙур роль уйнауы һәм уның оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәге көн кеүек асыҡ. Шул уҡ ваҡытта Баймаҡтың Көньяҡ микрорайонында мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөү өсөн сама менән 350 млн һум аҡса бүленәсәк, ул иһә Ковальчуктың бер йыллыҡ эш хаҡы күләменә тиң. Был объекттың районға ниндәй файҙа килтерәсәген күҙ алдына килтереү ҡыйын түгел. Ә хоккейсылар бер миҙгелдә олигархтар кеүек аҡса “һуға” ла, күберәк түләгән командаларға “тайыу” яғын ҡарай.
“Салауат Юлаев” командаһында бөгөн үҙебеҙҙең тәрбиәләнеүселәр бөтөнләй юҡ тиерлек, булһа ла бер-икәү генә. Башҡалары сит илдән һәм башҡа клубтарҙан йыйылған. Халыҡ әйтмешләй, шабашниктар һәм “аҡса һуғыусылар” менән клуб тулған. Үҙебеҙҙең өмөтлө хоккейсылар булған Дмитрий Макаров, Артем Булянский, Константин Макаров, Никита Щитов, Александр Панковтан баш тарттылар. “Автомобилист” командаһында бөгөн ҡапҡа һаҡсыһы Владимир Сохатский, һөжүмсе Артем Гәрәев, һаҡсы Алексей Василевский уйнай һәм яҡшы хоккейсылар булып һанала. Өфө егете Михаил Воробьевты ла үҙебеҙҙә ҡалдыра алманылар – ул сит илгә, НХЛ-ға юлланды. Билдәле ҡапҡа һаҡсыһы Андрей Василевский ҙа бөгөн “Тампа-Бэй” командаһында уйнай.
Ни өсөн “Салауат Юлаев” командаһы яҡшы уйын күрһәтә алмай? Сөнки унда үҙебеҙҙең хоккейсылар юҡ, тимәк, уларҙа рух та, үҙ республикаң өсөн яуаплылыҡ та юҡ.
Клубта ысын мәғәнәһендә “аҡса һуғыусы” бизнесмендар йыйылған, улар республика өсөн янып-көйөп уйнамай, патриотлыҡ тойғоһо ла юҡ. Баш тренер Николай Цулыгин, тәүҙә эште яҡшы башлаһа ла, әле килеп йүнле уйын күрһәтә алмай. Эштәр былай барһа, “Роснефть” компанияһы “Салауат Юлаев” командаһын артабан да финанслармы икән?
Минеңсә, клубҡа үҙебеҙҙең тәрбиәләнеүселәрҙе күпләп йәлеп итеү буйынса эшләргә кәрәк. Мәҫәлән, “Торос”, “Толпар” командаларында бик көслө уйынсылар бар; өмөтлө хоккейсыларҙы ситкә ебәрмәү сараһын күреү мотлаҡ. Сөнки әлеге составтағы “Салауат Юлаев” республикаға бөтөнләй кәрәк түгел. Ана, күршебеҙ “Аҡ барс”тан үрнәк алайыҡ: тренерҙары ла үҙҙәренеке, үҙ уйынсылары ла күп һәм улар йылдан-йыл арта ғына бара. Ә беҙ миллиардлап аҡсаны теләһә кемгә таратыуҙан бушамайбыҙ. Ундай клубтың булғанына ҡарағанда булмағаны хәйерле...
Авторҙан: был мәҡәлә былтыр “Һаҡмар” гәзитендә баҫылғайны. Һәм ул бөгөн дә актуаль. Ҡайһы бер үҙгәртеүҙәр менән уны һеҙгә тәҡдим итергә булдыҡ.