Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Власовсылар

Һуғышты күрмәгән кешеләр, шулай уҡ бөгөнгө йәштәр араһында бөтәһен дә ғәфү итеү (всепрощение) тенденцияһы бар. “Һуғыш булғас, пленға төшөүҙәр була инде ул”,-тиҙәр. Миңә был Ватанын һатып, дошман ҡоралы менән үҙ туғандарын үлтереүселәрҙе ярлыҡау, хыянатсылыҡты аҡлау һымаҡ тойола. Ҡайһы берәүҙәр: “Йән ғәзиз бит, немец концлагерында үлгеләре килмәгәндер”,-тип ебәрәләр. Әйтерһең, йәнде һаҡлау өсөн Тыуған илеңә, халҡыңа хыянат итһәң дә ярай. Ә бит ата-бабаларҙан аманат булып килгән төшөнсә бар: хыянаттан да яман әшәкелек юҡ! Йәштәрҙә власовсы һымаҡ әҙәм аҡтыҡтарына ерәнеп ҡарау тәрбиәләү кәрәк...

Бөйөк Ватан һуғышы яугире, ҡыйыу разведчик, журналист, әҙип Әмир Фәттәх улы Моратовтың “Һуғыш хәтирәләре” китабынан был өҙөк. Иғтибар итегеҙ, Әмир Моратов бынан бер нисә тиҫтә йыл элек үк Тыуған илгә хыянат итеүселәргә бер ҡасан да ышанмаҫҡа өндәгән, илһөйәрлек тәрбиәһен һүлпәнәйтеү илдең тыныслығына янаясағы хаҡында ла иҫкәрткән.

Власовсылар

Һуғышҡа тиклемге беҙҙең быуын Тыуған илгә бирелгәнлек, коммунизм идеяларына тоғролоҡ рухында тәрбиәләнде. Ватансылыҡ совет кешеһенең кемлеген баһалауҙа төп критерий һаналды. Шуға күрә беҙ бала саҡтан Ватанға хыянат итеүселәргә нәфрәтләнеп ҡарарға өйрәндек. Һәр кем, Тыуған ил өсөн хәүефле көндәр килһә, уны күкрәге менән ҡапларға, кәрәк икән – ғүмерен дә йәлләмәҫкә әҙер ине.

Ә шулай ҙа, ил яҙмышы ҡыл өҫтөндә торғанда, дошман яғына ҡул күтәреп сығып, үҙен донъяға килтергән, ашатҡан-эсергән, кеше иткән ғәзиз Ватанын серәкәйҙәй генә йәне хаҡына һатыусылар ҙа табылды. Шул хаиндарҙың беренсе исемлегендә власовсылар торҙо.

Беҙҙең йүнәлештә беҙгә ҡаршы власовсыларҙың подразделениелары һуғышты. Фашист дуҫтары, уларға самолет, танк, орудиеларын ышанып тапшырмаһалар ҙа, ҡулдарына винтовка, автомат тоттороп, десанттамы, пехоталамы файҙалана белделәр.

Улар был тирәлә 1944 йылдың аҙаҡтарында күренә башланы. Һалдаттар араһында, имеш, немецтар разведкаға, ҡыҙылармеец формаһы кейҙереп, власовсыларҙы алып йөрөйҙәр тигән хәбәр ишетелде. Беҙҙе, йомаш-юлға сыҡҡанда, яңғыҙ-ярым йөрөмәҫкә, төнгө поста айырыуса уяу булырға тип ҡат-ҡат иҫкәрттеләр. Батарея һәм батальондарҙа берҙәм пароль һәм отзыв индерелде.

Власовсылар менән миңә лә осрашырға тура килде.

Оборонаның икенсе линияһына сығарылып, бәләкәй генә венгр ауылында торабыҙ. Мунса индек, өҫ-башты йыуып алдыҡ. Йыуылған гимнастерка-салбарымды күтәреп, баҡса юлынан үтеп барһам, беҙ торған йорттоң мал һарайынан бер ят һалдат килеп сыҡты. Мине күргәс, аҙап ҡалды. Боҙоҡ эш менән йөрөгәне күренеп тора. Шунан, ҡаушауын еңер өсөндөр:

- Ҡара әле, дуҫ кеше, дүртенсе рота ҡайһы тирәлә урынлашҡан икән? Эҙләйем дә эҙләйем, табып алып булмай ҙа ҡуя,-тигән булды. Алдаша: ауылда ундай рота юҡ.

- Унда ҡоҙаң бар инеме әллә? -тип ҡаты өндәштем.

- Яҡташым бар ине. Николай. Бәлки, беләһеңдер әле, бәләкәй генә буйлы...

- Белеп торам: һин яҡташ эҙләмәйһең – сусҡамы, тауыҡ-ҡаҙмы сәлдерергә килгәнһең. Әйҙә, үксәңде күтәр! Был тирәлә эҙең булмаһын!

Һалдат, йәһәтләп атлап, аҫҡа ҡарай төшөп китте.

Ҡараңғы төшкәс, Зольников, Бакланов һәм мине ауылда патрулировать итергә сығарып ебәрҙеләр. Шым ғына йөрөп, урамды байҡап сыҡтыҡ, һалдаттар йоҡлай. Пехота штабы тирәһендә беҙгә таныш автоматчик поста тора. Пароль һәм отзывты әйтешеп, эргәһенә барҙыҡ. Тәмәке тартып, бер аҙ гәпләшеп торҙоҡ. Автоматсы үткән төндә ауылда шикле кешеләр булыуын һөйләп алды. Былай ЧП булмаған.

Мин иптәштәремә ауылды кәртә арттарынан урап үтергә тәҡдим иттем. Бакланов риза: “Һин өлкән патрульный. Ҡайҙа ҡушһаң, шунда барабыҙ”,-ти. Зольников, һәр саҡтағы ғәҙәте буйынса, ҡаршы төштө: “Беҙгә бөтәһенән дә күберәк кәрәкме ни! Ошолай йөрөү ҙә еткән. Йә берәй бәләгә юлығырбыҙ”,-тип шыңшый. Тағы урам буйлап киттек. Осона сыҡтыҡ та кире боролдоҡ. Мин, ҡыҫталып, еңел ярауға туҡтаным. Егеттәр ары китте.

Күп тә үтмәне, Баклановтың тауышы ишетелде:

- Туҡта, кем килә? Пароль?

- Ә һиңә ниндәй пароль кәрәк?

- Яҡын килмә! Атасаҡбыҙ! Паролде әйт! - Быныһын Зольников әйтте.

Бакланов ҡапыл электр фонаригы менән әҙәпһеҙҙе яҡтыртып ебәрҙе. Икәүҙәр икән. Иҫеректәр, аяҡтарында саҡ баҫып торалар. Күкрәктәренә “ППШ” аҫҡандар.

- Әммә ҡурҡаҡ икәнһегеҙ ҙә! Ыштан төбөнә ебәрмәнегеҙме әле? - Офицер кейемендәгеһе хихылдап көлә. Унан, битен еңе менән ҡаплап: - Күҙҙе һуҡырайтаһың бит! Һүндер фонаригыңды!” -тип командирҙарса ҡырыҫ тауышы менән бойорҙо. Бакланов фонарик менән икенсеһенең йөҙөнә төшөрҙө. Быныһы шунда уҡ йөҙөн ситкә борҙо. Танып ҡалдым: көндөҙ миңә баҡсасылыҡта осраған һалдат ине.

Мин килеп еттем. Ҡоро ғына итеп:

- Әйҙәгеҙ штабҡа! Унда тикшерерҙәр. Паролде лә белмәйһегеҙ,-тинем.

Офицер йомшара төштө, инәлергә кереште:

- Егеттәр, харап итмәгеҙ инде. Комполка белеп ҡалһа, бөттөк. Күрше ауылға мадъяркаларға барғайныҡ. Донъяны онотоп ташлағанбыҙ. Шуға күрә бөгөнгө паролде лә белмәйбеҙ. Ебәрегеҙ беҙҙе.

- Нехай, китһендәр. Бындай эштәр кем менән булмай.

Бакланов йәлләне. Беҙ ҙә ризалаштыҡ.

- Шулай шул! - Офицер ҡыуанып китте. - Һеҙ эләкһәгеҙ – беҙ, беҙ эләкһәк – һеҙ. Бер-береңде ҡотҡарышмай булмай. Рәхмәт, егеттәр, беҙ киттек.

Кире боролоп атлай бирҙеләр ҙә тағы туҡтанылар. Офицеры беҙгә өндәшә:

- Ул тиклем иткәс, пароль менән отзывты ла әйтеп ебәрәһегеҙме әллә, дуҫтар? Йә тағы туҡтатырҙар.

Зольников төкөрөнөп ҡуйҙы:

- Ну нахал!..

Иртәгәһен бер связистың төнгө дежурствола саҡта ҡайҙалыр юғалыуын хәбәр иттеләр. Шул уҡ төндө алғы һыҙыҡты үтергә маташҡан ике һалдатты ла атып йыҡҡандар. Ҡаты яраланған өсөнсөһөн немецтар һөйрәп алып киткән. Һалдаттарҙың береһе юғалған пехотинец-связист булып сыҡҡан – немец разведчиктары ауыҙына сепрәк тыҡҡандар, ҡулдарын артҡа шаҡарып бәйләгәндәр. Икенсеһен асыҡлай алмағандар – ялған документ менән йөрөгән һалдат булған. Билдәле, ул беҙгә төндә осраған “иҫеректәрҙең” береһе, власовсы ине. Беҙ өсәү, ОКР СМЕРШ-ҡа һөйрәкләтмәһендәр өсөн, шымып индек тә киттек...

Ә был эпизод минең власовсы шаҡшы менән һуғышҡан шарттарҙа йөҙгә-йөҙ осрашыу тураһында.

Һәр ваҡыт шулай була: дошман менән алыш ваҡытында орудие уностары (пушканы тартыусы аттар) һәм повозочныйҙар артҡа һыпырталар. Аҙаҡ уларҙы табып алыу – минең бурыс. Был юлы, күрәһең, аттарҙың төндә кәрәге булманы, комбат уларҙы эҙләргә мине иртәнсәк ебәрҙе.

Шоссейка менән, тирә-яҡты байҡай-байҡай, китеп барам. Һай, ҡырғанбыҙ ҙа икән немец техникаһын: әле булһа төтөп ултырған танк, самоходка тиһеңме, юлдан байтаҡ ситтә ауып ятҡан машиналар тиһеңме! Саң-тупраҡҡа күмелгән мәйеттәр тулып ята. Сөсө ҡан еҫе, һаман да аңҡып, күңелде болғата. Алыҫта, кукуруз баҫыуы аръяғында, ҡыуаҡлыҡтар күренә. Үҙемсә ориентир билдәләп, һынып һирәгәйә төшкән кукуруз ҡамылдары араһынан шул яҡҡа йүнәлдем.

Ҡапыл артымдан пистолеттанмы, автоматтанмы аттылар – пуля уң яғымдан зыйлап үтеп китте. Йығылдым. Ерҙән бер аҙ мүкәйләп барып, ҡалҡып тороуым булды – тағы тоноҡ атыу тауышы. Тимәк, миңә төҙәп аталар. Ләкин ҡайһы тоштан? Бүркемде автомат көбәгенә кейҙерҙем дә ипләп кенә юғарыға күтәрҙем. Үҙем күҙәтәм. Аттылар. Әһә, был тапҡырҙа, шоссе ситендә ауып ятҡан транспортер эргәһендә – бөтөнләй яҡын. Һул яҡтан уратып үтеп, ҡабат шоссеға сыҡтым. Күрәм: бронетранспортерға арҡаһы менән һөйәлеп бер немец ята. Тоторға аҙаплана, ләкин хәленән килмәй – ҡаты яраланған. Автоматты әҙер тотоп, тегегә яҡынлашам. Немец сит кеше барын һиҙҙе, һәрмәнеп ҡоралын эҙләй башланы. Ләкин ул өлгөрөп ала алмаясаҡ ине: лыс ҡан булған пистолеты кювет төбөнә шыуып төшкән. Мин, һаҡлыҡ өсөн, уны ситкә тибеп осорҙом. Немец һул янбашына яраланған, мундиры, снаряд ярсығы тейепме, бүҫелгән. Бите-башы яман шешенгән, унда ла ҡан таптары. Фашист шешмәк күҙҙәрен асты. Алдында баҫып торған мине күргәс, зәһәрле йылан кеүек ыҫылдап, рус телендә:

- Барыбер еңә алмаясаҡһығыҙ!.. Сволочтар!.. Россияны нимәгә алып барып еткерҙегеҙ! - тип ҡысҡырҙы. - Ух, күрә алмайым һеҙҙе, азиаттарҙы!!!

Тештәрен шығырлатты. Күҙҙәренән йәшен уттары сағылдымы ни – бүре лә ул тиклем нәфрәт менән ҡарамаҫ! Был – немец түгел ине. Власовсының үҙе! Хыянатсы! Мин, маңлайына терәп, автоматтан очередь бирҙем. Мейеләре сәсрәп китте, бер-ике тамсыһы битемә сәсрәп тейҙе. Еңем менән уны һөрттөм дә, ерәнеп, пистолетын да алмай, үҙ юлым менән китеп барҙым. Ҡайтыуҙа ат ҡыуыусыларға власовсыны күрһәтеп үттем. Егеттәр уға оҙаҡ текләп торҙо. Һәр нәмәлә соҡонорға әүәҫ Зинченко уның кеҫәһенән документын алып ҡараны: фашист ялсыһы рус фамилиялы ине...

Һуңғы тапҡыр был хыянатсыларҙың береһен – Власов армияһының штаб начальнигын 10 майҙа Австриялағы бер юл станцияһында күрҙем. Дивизия поход тәртибендә, беҙҙекеләр алдында капутилировать итергә теләмәй, көнбайышҡа – американецтарға ҡарай ашығып ҡасҡан немец частарының артынан ҡыуып бара. Станцияға етәрәк, беҙҙе мотоциклдарға атланған автоматчиктар туҡтатты. Немец масхалаты кейгән берәүһе, офицерҙыр, ахыры, комбатҡа:

- Иптәш капитан, әле генә власовсы генералды эләктерҙек. Эргәһенән еңеүселәр булып үтергә кәрәк,- тине.

- Аңлашыла. Булдырабыҙ уны!

Комбат беҙгә өҫ-башты рәтләргә, колоннаға боевой расчеттар тәртибендә теҙелергә ҡушты. Артта килгән пехота ла саң-маңын ҡағыштыра, каскаһын кейә. Ҡуҙғалдыҡ. Алда комбат, уның артынан икешәрҙән теҙелеп беҙ – разведчиктар, шунан элемтәселәр, орудие расчеттары бара. Повар кухня кузлаһына ҡунаҡлаған, старшина Егоров замыкающий. Юлдан һул яҡта көпһөҙ еңел машинала ҡара күҙлек кейгән теге бәндә ултыра. Тирә-яғына дүрт часовой баҫҡан. Власовсы, шартларҙай булыптыр инде, беҙгә тексәйеп ҡарай.

Шул саҡ беҙҙең арттан килгән колоннанан бер офицер айырылып сыҡты ла машинаға ҡарай китте. Һын ҡатырып торған часовойҙар аңына килгәнсе, власовсының битенә тос йоҙроғо менән ҡундырып та өлгөрҙө. Немец холуйының күҙлектәре селпәрәмә килде. Майорҙы тоторға маташып ҡаранылар ҙа, боевой офицер үҙенә берәүҙе яҡынлатманы, үҙ колоннаһына килеп ҡушылды. Аҙаҡ ишеттек: теге майор власовсы генералдың яҡташы булған, хыянатсынан үҙенсә үс алған.

Власовсылар, беҙҙең ҡулға төшкән хәлдә, үҙҙәренә аяу, ярлыҡау булмаясағын яҡшы беләләр ине. Шуға ла һуғышта фашистарҙан да яман алыштылар, элекке ватандаштарын йәлләп торманылар – хәлсә күберәк ҡырырға тырыштылар. Әсиргә эләккән совет һалдаттарын язалауҙан баш тартманылар. Үҙҙәре, билдәле, пленға һирәк төштө. Төшкәндәрен алғы һыҙыҡтағы беҙҙең һалдаттар, командирҙар күрмәгәндән файҙаланып, шунда уҡ атып китерҙәр ине.

Һуғыш тамамланып, немец ғәскәрҙәре капитуляция яһағанда ла, власовсылар, ғәҙел язанан ҡасып, Австрия Альптарында һыйыныу табырға маташты. Беҙҙең дивизия урынлашҡан ерҙән егерме-утыҙ километр алыҫлыҡта урман эсендә ярты мең тирәһе власовсы май ахырҙарына тиклем йәшеренеп ятты. Уларҙы тотошоуҙа власовсыларҙың кисәге дуҫтары – австриецтар айырыуса активлыҡ күрһәтте.

Һуғышты күрмәгән кешеләр, шулай уҡ бөгөнгө йәштәр араһында бөтәһен дә ғәфү итеү (всепрощение) тенденцияһы бар. “Һуғыш булғас, пленға төшөүҙәр була инде ул”,-тиҙәр. Миңә был Ватанын һатып, дошман ҡоралы менән үҙ туғандарын үлтереүселәрҙе ярлыҡау, хыянатсылыҡты аҡлау һымаҡ тойола. Ҡайһы берәүҙәр: “Йән ғәзиз бит, немец концлагерында үлгеләре килмәгәндер”,-тип ебәрәләр. Әйтерһең, йәнде һаҡлау өсөн Тыуған илеңә, халҡыңа хыянат итһәң дә ярай. Ә бит ата-бабаларҙан аманат булып килгән төшөнсә бар: хыянаттан да яман әшәкелек юҡ! Йәштәрҙә власовсы һымаҡ әҙәм аҡтыҡтарына ерәнеп ҡарау тәрбиәләү кәрәк.

Әсирлектә лә кешелеклегеңде һаҡлап була. Ана, Карбышев, Смирнов, Муса Йәлилдәрҙе алып ҡара. Меңләгән-меңләгән совет һалдаттары сәнскеле тимер сыбыҡтар артында төштәргә инмәгән яфа-михнәттәрҙе күрһә-күрҙеләр, ләкин имандарын һатманылар, Ватанына тоғролоҡ һаҡланылар.

Һеҙҙең быуынды, һуғыш булырын алдан белеп, сверхпатриоттар итеп тәрбиәләгәндәр. Ә беҙ һуғыш күрмәйәсәкбеҙ”,-тип тә ебәрәләр.

Шулай аҡланып маташалар. Ләкин хәрби-патриотик тәрбиәнең йомшарыуы, йәштәрҙең өлкән быуын ҡаһарманлығына вайымһыҙ, битараф ҡалыуы тыныслыҡты нығытыу эшенә, ай-һай, файҙа килтерәме икән? Шул турала уйланырға кәрәк, иптәштәр!

ӘМИР МОРАТОВ.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: