Бәхетле пар бергә йәшәүҙәренең 65 йыллығын билдәләне
Темәс ауылының ҡото булып, әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып ултырған йорт янына барып туҡтағанда йорт хужаһы баҡсаһындағы ҡышты кисергән ағас-ҡыуаҡтарҙы ҡарай ине. Сәлимйән Ғәлләм улы әйҙүкләп йортона саҡырҙы. Таҙалыҡ һәм тәртип бөркөлөп торған йортта беҙҙе Зөбәйлә инәй йылмайып ҡаршы алды.
Ғүмер буйы татыулыҡта һәм бәхеттә генә йәшәгән парға ҡарап һоҡланып туйғыһыҙ. Шыжлап торған самауыр артында ла уларҙың нисек танышыуы тураһында һорап ҡуям. Сәлимйән Ғәлләм улы йылмайып: “Темәс педагогия училищеһында бер мәлдә уҡыныҡ беҙ. Унан һәр кемде тәғәйенләү буйынса эшкә ебәрҙеләр. Мин – Бөрйән районына, Зөбәйлә Силәбе районына ебәрелдек. Бер нисә йылдан һуң уйламағанда Муллаҡай ауылында осраштыҡ. Мине декрет ялындағы уҡытыусы урынына эшкә ебәргәйнеләр, Зөбәйлә шунда эшләп йөрөй ине. Бер-беребеҙҙе күреп аптыраныҡ та, ҡыуандыҡ та. Унан һуң әҙмегәлер юлдар тағы айырылды, әммә мәңге булырға вәғәҙә бирешеп өлгөрҙөк”,-тип хәтер ептәрен һүтте.
Эйе, улар икеһе лә еңел булмаған һуғыш осоро балаһы. Арҙаҡлы шәхес, педагог, әүҙем йәмәғәтсе Сәлимйән Ғәлләм улы Вәлиевтың бала сағы, үҫмер йылдары Мырҙый (Икенсе Эткол биләмәһенә ҡараған) ауылында үтә. Атайҙан бик иртә ҡала Сәлимйән ағай. Өйҙә дүрт бала. Ирҙәр фронтҡа китә. Ауылда тик ҡатын-ҡыҙҙар, балалар ғына тороп ҡала. Бәләкәй Сәлимйән дә әсәһенең беренсе ярҙамсыһы була. “Мәктәбебеҙ тау битендәге ҡалҡыулыҡта, ҡарағайҙар араһында урынлашҡан ине. Өҫтөбөҙҙә әсәйҙәр ҡулдан эшкәртеп теккән тире тун, аяҡтарыбыҙҙа баҫҡан быйма. Тау битендә ултырған мәктәп тиҙ һыуына, беҙ өшөйбөҙ, өҫтәүенә асығабыҙ. Тик уҡыуҙы бер кем дә ташларға ашыҡманы, сөнки дәрескә йөрөгән һәр уҡыусыға көн һайын 25-шәр грамм икмәк бирелде. Икмәкте дөйә менән алып килерҙәр ине. Ошо мәл етә башлаһа, беребеҙ ҙә күҙен юлдан алмай. Дөйә күренгәнен түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ”,-тип хәтерләй хеҙмәт ветераны ауыр йылдарҙы.
Зөбәйлә Фәйзрахман ҡыҙы ла аслыҡ-яланғыслыҡ, етемлектең әсе һурпаһын татый. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышына китә һәм һәләк була. Күп тә үтмәй әсәһе лә ауырып ҡапыл вафат була. Кескәй Зөбәйлә һеңлеһе үҙенән бәләкәй ике туғаны менән үкһеҙ етем ҡала. Туғандары уларға һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша. Әммә ул ваҡытта һәр ғаиләлә үҙ ҡайғыһы, хәсрәте. Зөбәйлә инәй Темәс балалар йортонда тәрбиәләнә, унан педагогия училищеһына уҡырға инә. Уҡыуға зирәклеге грамоталылығы менән күптәрҙе хайоан ҡалдыра ул. Вәлиевтар бар ғүмерен балаларға белем биреүгә арнай. Сәлимйән Ғәлләм улы күп мәктәптәрҙә директор булып, уларҙы күтәреүгә көс һала, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй. Вәлиевтарҙың фиҙаҡәр хеҙмәте бихисап юғары наградалар менән билдәләнә.
“Сәлимйән ағайығыҙ халыҡтың яҙмышы, тыуған ерем, Башҡортостаныбыҙҙың киләсәге, тип янып йәшәй. Бының өсөн ул көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Мин уға ҡулдан килгәнсе ярҙам итәм, шатлыҡтарыбыҙ ҙа уртаҡ, һөйөнөстәребеҙ ҙә бергә. Балаларыбыҙ менән дә бик бәхетлебеҙ”,- ти Зөбәйлә апай. Оҙаҡ йылдар бергә йәшәүҙең серен һорағас, ул: “Бәхетле ғаиләнең сере ябай – бер-береңде ихтирам итеү һәм аңлау. Ҡатын кеше бигерәк тә сабыр, сыҙам булырға тейеш. Ҡайһы саҡта өнләшмәй ҡалыу – алтынға тиң. Бер-береңде ғәйепләргә сәбәп табыу бик еңел ул, әммә ғаиләңде һаҡлау өсөн түҙемле һәм тормош иптәшеңә ихтирамлы булыу мөһим. Бөгөн хөкүмәт ғаиләләргә, бала тапҡан әсәләргә ниндәй генә түләүҙәр, льготалар бирмәй. Беҙҙең заманда улай булманы, беҙ балаларҙы үҙ көсөбөҙ менән, яратып күтәрҙек. Шуға күрә йәштәр бирелгәндең ҡәҙерен белһен, үҙ-ара уртаҡ маҡсаттар ҡуйып, аңлашып, матур йәшәһен ине”,-тине. Пар аҡҡоштарҙай ғүмер кисергән Сәлимйән ағай менән Зөбәйлә апайға 2014 йылда ”Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы бушҡа бирелмәгәндер. Улар бөгөн дә таныш һуҡмаҡтарҙан һәр кис әрен генә урап килә, бер-береһенең хәлен, күңел торошон бер ҡараштан аңлай.
Вәливтар өсөн халҡыбыҙ тарихы, Бөйөк Ватан һуғыщының дәшһәтле йылдары айырыуса ҡәҙерле. Шуға күрә Сәлимйән Ғәлләм улы үҙе нигеҙ һалған Еңеүҙең 40 йыллығына арнап ултыртылған паркты ҡәҙерләп ҡарай. Темәстең һуғыш ветерандары ултыртҡан ағастар шаулап үҫеп, Ватан һаҡсыларының өнһөҙ хәтеренә әүерелгән. Бынан тыш, Сәлимйән Ғәлләм улы ошо яҡтарҙағы 1919 йылдарҙағы тарихи ваҡиғалар – Башҡорт ғәскәренең ҡыҙылдар яғына күскән урынын да мәңгеләштереп, стела ҡуйҙырыуға өлгәшкән. Бөгөн улар Зөбәйлә инә менән ошо тау битләүенә күтәрелеп, аңһыҙ кешеләр ҡалдырып киткән сүп-сарҙы ла йыйып ала. “Һәр кем үҙ хаҡының тарихын ҡәҙерләп һаҡларға тейеш”,-тигән фекерҙә һуғыш осоро балалары.
Ике улдары Альберт һәм Азаттың, ҡыҙҙары Миләнең юғары белем алып, фән үрҙәренә етеүе һоҡландыра. Улар барыһы үҙ урынын табып, өлгөлө ғүмер итә. Вәлиевтар ейән-ейәнсәрҙәренә ҡыуанып, уларҙың уңыштарына һөйөнөп, һәр атҡан таңға ҡыуанып йәшәй. Үҙҙәренең йәшәйештәре, булмыштары менән тыуған еребеҙҙең үҫешенә ҙур өлөш индергән был парға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Улар икеһе лә күңелгә үтеп ингән шиғырҙар яҙа, күп уҡый, аҡыллы фекерҙәре менән уртаҡлаша. Тыуған яғыбыҙҙың ғорурлығы булған Вәлиевтарҙың тормош ҡороуына 65 йыл тулды. Йәштәргә, киләсәк быуынға тоғролоҡ, эшһөйәрлек, тәрән аҡыл, сабырлыҡ өлгөһө улар!
Гүзәл Иҫәнгилдина.