Бөтә яңылыҡтар

«Еңеү кубогы» асыҡ турниры үтте

Ярыштарҙа биш: ҡаланың 2-се, 3-сө мәктәптәренең, 4-се лицейҙың, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы һәм Урал аръяғы агросәнәғәт колледждарының командалары ҡатнашты.

«Еңеү кубогы» асыҡ турниры үтте
«Еңеү кубогы» асыҡ турниры үтте

Кисә, 7 майҙа, «Труд» стадионында 2006 йылғы һәм унан кесе үҫмерҙәр араһында футбол буйынса «Еңеү кубогы» асыҡ турниры үтте. Ярыштарҙа биш: ҡаланың 2-се, 3-сө мәктәптәренең, 4-се лицейҙың, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы һәм Урал аръяғы агросәнәғәт колледждарының командалары ҡатнашты.

Турнир һөҙөмтәләре түбәндәгесә: 1 урында - 2-се мәктәп, 2-се урында - Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы, 3-сө урында – 4-се лицей командалары. «Иң яҡшы һөжөмсе» номинацияһында Рәиф Минкаев, «Иң яҡшы һаҡсы» тип Заһир Боҫҡонов, «Иң яҡшы ҡапҡасы» тип Солтан Арыҫланов, «Иң яҡшы уйынсы» тип Ильяс Ишбаев танылды. Еңеүселәр һәм призерҙар кубоктар, миҙалдар һәм Почет грамоталары менән бүләкләнде.

«Еңеү кубогы» асыҡ турниры үтте
«Еңеү кубогы» асыҡ турниры үтте
«Еңеү кубогы» асыҡ турниры үтте
«Еңеү кубогы» асыҡ турниры үтте
«Еңеү кубогы» асыҡ турниры үтте
«Еңеү кубогы» асыҡ турниры үтте
«Еңеү кубогы» асыҡ турниры үтте
«Еңеү кубогы» асыҡ турниры үтте
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: