Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Үлемһеҙ йырҙар башҡарылды

“Ғаилә” хеҙмәте белгестәре Өлкән быуындың аралашыу үҙәгенән саҡырылған ҡунаҡтар менән "Атайҙарыбыҙ йырҙары" акцияһына ҡушылды

Үлемһеҙ йырҙар башҡарылды
Үлемһеҙ йырҙар башҡарылды

Бөйөк Ватан һуғышы илебеҙ өсөн иң ҡаты һынауҙарҙың береһе була. Еңеү өсөн фронтта ла, тылда ла көрәш бара. Ололар ҙа, бәләкәй генә балалар ҙа фашист илбаҫарҙарына ҡаршы тороу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Ошондай үтә ауыр ваҡыттарҙа тәрән мәғәнәле, үлемһеҙ йырҙар кеше күңеленә көс, дәрт, рух бирә, совет халҡының рухын нығытҡан ҡорал була.

"Оҙон ғүмерлелеккә юл" проекты сиктәрендә Баймаҡ ҡалаһында “Ғаилә” хеҙмәте белгестәре Өлкән быуындың аралашыу үҙәгенән саҡырылған ҡунаҡтар менән "Атайҙарыбыҙ йырҙары" акцияһына ҡушылды. Улар Ватан һаҡсыларының ҡаһарманлыҡтарын иҫкә төшөрҙө, хәрби йырҙарҙы башҡарҙы.

Үлемһеҙ йырҙар башҡарылды
Үлемһеҙ йырҙар башҡарылды
Үлемһеҙ йырҙар башҡарылды
Үлемһеҙ йырҙар башҡарылды
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: