Мәктәптәрҙә аҙна һайын тантаналы линейка үткәрелә. Баймаҡ лицей-интернатында бөгөнгө линейка Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығына арналды һәм «Үлемһеҙ полк: Геройҙар беҙҙең эргәлә» исеме аҫтында үтте.
Һәр Рәсәй ғаиләһенең үҙ геройы бар - беҙҙең ҡартатайҙарыбыҙ, туғандарыбыҙ, ветерандар, яугирҙәр, һуғыш осоро балалары, Ватанды һаҡлаусы данлы кешеләр. Уларға аяуһыҙ йылдарҙың ҡот осҡос хәлдәрен үҙ иңдәрендә күтәрергә тура килә һәм уларҙың һәр береһе Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә.
Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы хәтер беҙҙең күңелдәрҙә бөгөн дә һаҡлана. Беҙҙең хәтер үткәнде һәм киләсәкте берләштерә. Ошо хәтер сылбыры өҙөлмәһен өсөн беҙ тарихты белергә, уны киләсәк быуындарға тапшырырға бурыслыбыҙ.
Тантаналы линейкала уҡыусылар геройҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды, үҙҙәренең ғаилә геройҙары хаҡында һөйләне. Сара "Еңеү көнө" йырын күмәкләп башҡарыу менән тамамланды.