Яу юлдарын үткән прокурор
Еңеү көнө – йылдан-йыл сағыу һәм ҡәҙерлерәк кенә була барған байрам ул.
Быйыл беҙ бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығын билдәләнек. Беҙҙең ил өсөн был мөһим һәм тарихи көн. Сөнки нәҡ 9 майҙа беҙҙең азатлығыбыҙ өсөн һәләк булған бар яугирҙәрҙе хәтергә алабыҙ.
Беҙҙең еңеүсе быуын алдындағы төп бурысыбыҙ – Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы дөрөҫ һәм тарихи факттарҙы һаҡлау, уларҙы киләсәккә еткереү, һуғыш ветерандарын данлау.
Башҡортостан Республикаһының прокуратура хеҙмәткәрҙәре коллега-фронтовиктарр тураһынндағы хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлай.
Гәрәй Вәле улы Сәйфуллин Баймаҡ район прокуратураһында 1957 йылда эшләй башлай. Тәүҙә ул тәфтишсе, унан прокурор ярҙамсыһы, артабан хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн район прокуроры итеп тәғәйенләнә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо вазифаны биләй. Пенсия йәше еткәс тә тәжрибәле кешене эштән ебәрергә теләмәйҙәр. Һәм Гәрәй Вәле улы оҙайлы йылдар прокурорҙың ярҙамсыһы булып эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Гәрәй Сәйфуллин Сталинградты обороналауҙа уҡсы булып ҡатнаша. Батыр яугир Икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”, “1941-1945 йылдарҙағы һуғышта фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалдары, Жуков ордены мепнән наградлана. Ҡаһарман яугир булған, артабан районыбыҙҙа хоҡуҡты һаҡлауға тос өлөш индергән коллегабыҙ ғорурланабыҙ.
Баймаҡ районы прокуратураһы хөрмәтле ветерандарҙы, уларҙың яҡындарын, тыл хеҙмәтсәндәрен, бар халыҡты оло Еңеү байрамы менән ҡотлай. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, мөхәббәт, яҡындарығыҙ тарафынан йылылыҡ һәм иғтибар, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ. Илебеҙ азатлығын һаҡлап ҡалған һалдаттарға мәңгелек дан!
Баймаҡ районы прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре.