«Сәләм Башҡортостан илдәренән! Һаумы, беҙҙең ҡәҙерле күргән Рәшит ағайыбыҙ! Һиңә Талха ағайыңдың улы Камил туғаның яҙа. Ҡырҡ беренсе йылда хәбәрһеҙ юғалғас, һинең тере түгеллегеңә шикләнмәй инек. Ләкин беҙҙең телевидениелағы (Аллаһ рәхмәте төшһөн үҙенә) «Көт мине» тигән тапшырыу программаһы ярҙамында һине табып, әле лә иҫән икәнлегеңде белдек һәм бик шатландыҡ. Атайыбыҙ, йәғни Талха ағайыңдың ун йыл элек донъя ҡуйыуы, ә Фәйзулла олатайҙың 1943 йылда уҡ һуғышта һәләк булып ҡалыуы һиңә мәғлүм түгелдер инде. Әсәйем (атай мәрхүм һөйләүе буйынса, һинең яратҡан Мәрхиә еңгәйең), ике йыл элек кенә гүр эйәһе булды. Атайым да, әсәйем дә һеҙ тыуып үҫкән Рысҡужа ауылында ерләнгән. Атайым баҡый донъяға күсер алдынан: «Рәшит ағайығыҙҙың ҡәберен булһа ла табырға тырышығыҙ. Уның үле хәбәре килмәгәс, һаман да иҫәндер, тигән бәләкәй генә өмөтөм дә йәшәп килә ошоғаса», – тип әйткәйне».
Бөйөк Ватан һуғышы башланырҙан бер йыл элек үк Ҡыҙыл Армия сафына алынып, өйҙән сығып киткән Рәшит бабайҙың күңеле һығылды. «Собханаллаһ», тип бер нисә мәртәбә ҡабатланы. Ҡартлыҡтан кәүҙәгә бәләкәйләнеп ҡалған бабай, хәлһеҙләнеп, тағы ла кесерәйеп киткән һымаҡ булды. Диванда ултырған килеш ҡулындағы хатын күҙ йәштәренә мансый-мансый, йәш балалар һымаҡ һулҡылдап-һулҡылдап иларға кереште. Бөгөнгөләй булып Талха ағаһы уның күҙ алдына килде.
– Рәшит ҡустым, тор, – тине егет булып үҫеп еткән Талха ағаһы ярым шыбырлап. – Атайҙы алып китәләр бит.
– Ҡайҙа? – тине йоҡонан арынып етмәгән Рәшит бер ни аңламай, күҙҙәрен ыуа-ыуа. Ишек төбөндә көҙгөләй йылтырап торған итекле, сөм күк фуражкалы бер хәрби уның атаһын көтөп тора ине.
– Ни өсөн? – тине атаһы әленән-әле үҙен ашыҡтырып торған хәрбигә ялбарыулы ҡарап. – Минең ни ғәйебем бар? Аҙ ғына көтөп тороғоҙ, зинһар өсөн, исмаһам таңғы намаҙымды булһа ла уҡып сығайым...
– Тегендә барғас уҡырһың, халыҡ дошманы, – тип мыҫҡыллы йылмайҙы хәрби.
Халыҡ дошманы... Һуңғы ваҡытта кеше телендә бик таралып киткән был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен ун ике йәшлек Рәшит аңлай ине. Быйыл ғына тиҫтәләгән ауылдаштары шул «халыҡ дошманы» булыуҙа ғәйепләнеп, ҡулға алынды. Хәҙер сират Рәшиттәрҙең аталарына ла килеп еткән икән. Ғүмер буйы мәҙрәсәлә балалар уҡытҡан, ауыл муллаһы вазифаһын башҡарған аталарының халыҡҡа ни зыяны тейҙе икән? Бәләкәй Рәшит бер ни ҙә аңламаны. Мыҡты кәүҙәле булып үҫеп еткән Талха ағаһы, атаһын яҡлашып, хәрбигә ниҙер әйтергә иткәйне, атаһы тыйҙы:
– Ярай, улым, закундан уҙып булмай. Сәүит закуны – ғәҙел ул. Тикшерерҙәр, аңлашырҙар. Әйҙәгеҙ, балалар, юл алдынан «Аятел Ҡөрси» уҡып алайыҡ.
Күҙҙәренә йәш тулған ике ағай-эне аталары менән бергә ултырып, доға ҡылды.
– Эй, балаҡайҙар, әсәйегеҙ ҙә бик иртә вафат булып ҡуйҙы шул. Рәшит улым, ағайыңды тыңлап йөрө. Фәйзулла ағайығыҙға хат яҙып тороғоҙ. Ул әрменән ҡайтҡас, бергә-бергә йәшәргә тырышығыҙ, – тине аталары көнгә янған бите буйлап тәгәрәп төшкән күҙ йәштәрен ҡулының һырты менән һөртөп. – Бәлки, Аллаһ насип иткән булһа, ул ҡайтҡансы мин өйҙә лә булырмын.
Мең туғыҙ йөҙ утыҙ өсөнсө йылдың май айҙары ине, буғай. Шул көндән алып малайҙар аталарын башҡаса күрмәне. Атаһы ҡулға алынғас, дүртенсе синыфта яҡшы ғына уҡып йөрөгән Рәшитте мәктәпкә индермәнеләр. «Халыҡ дошманының балаһына совет мәктәбендә урын юҡ», – тине уҡытыусы Йомағол ағай ҡырҡа ғына. Латин хәрефтәре менән бик матур итеп яҙырға, уҡырға өйрәнеп өлгөргән Рәшитгең артабан да белем алғыһы килә ине, ләкин уның мәктәп осоро шуның менән тамамланды. Талха ағаһына эйәреп, урман ҡырҡып ағыҙырға эшкә ялланды. Ләкин аталары ҡулға алынғанын белгәс тә урмансыларҙың хужаһы Хөрмәтулла уларҙы артабан эштә тоторға ҡурҡты. «Һеҙҙең арҡала башымды төрмәлә серетергә иҫәбем юҡ, дүрт яғығыҙ ҡибла», – тине ул. Егеттәр үҙҙәренә аҙыҡлыҡ аҡса табыу ниәте менән ялан яғына юл тотто. Асығып, көс-хәл менән йәмле Йәноҙаҡ йылғаһы буйындағы тау араларында урынлашҡан Йәнбәк ауылына килеп еттеләр. Аслыҡ бар оялсанлыҡ тойғоларын һүрелтә, тигәндәре дөрөҫ икән. Ауыл осондағы иң тәүҙә күҙгә ташланған саман өйгә тура барып инергә тәүәккәлләне егеттәр. Өйөнөң тупһаһында тиренән ситек тегеп ултырған оло йәштәрҙәге ҡарт, көтөп алған ҡунаҡтарылай күреп, уларҙы йылмайып ҡаршы алды.
– Әйҙә, инегеҙ, – тине бабай иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡандан һуң. – һөйләмәй генә килә ятаһығыҙ. Мәрхиә ҡыҙым ашарға ғына саҡырып тора ине.
Мосафирҙарҙың кем булыуын һәм ниндәй эш менән йөрөүҙәрен дә һорашып тормаҫтан, ҡарындыҡ тәҙрәле балсыҡ стена яғындағы урындыҡҡа йәйелгән киндер ашъяулыҡ тирәләй ултырырға әйҙәне. Барлыҡ ризыҡтарын сығарып, ашъяулыҡҡа ҡуйғас та, йәш егеттәргә артабан күренеп ултырырға оялған ун биш-ун алты йәштәрҙәге ҡыҙ, битен яулыҡ осо менән ҡаплап, тышҡа сығып китте. Талха менән Рәшит, нисек кенә ас булыуҙарына ҡарамаҫтан, әҙәпле генә ашарға тотондо. Аш ваҡытында ҡарт уларҙан бер ни ҙә һорашманы. Кәбәге менән бешерелгән арыш икмәгенә ҡушып, балтырған бутҡаһын бик тәмләп ашағас, була ла инде шундай бәхетле кешеләр донъяла, тип уйланы Рәшит. Өйөндә туйғансы ашарлыҡ аҙыҡ булған кеше Ер йөҙөндә иң бәхетле булып тойола ине уға.
Илдә сәсәк ауырыуы күп кешеләрҙе ҡырған осорҙа биш улы, ҡатыны үлеп, яңғыҙ ҡыҙы – Мәрхиәһе менән икәүләшеп ғүмер иткән Мөхәммәтйән бабайҙың егеттәрҙе ситкә типкеһе килмәне. Улай ғына ла түгел, хатта уларҙы үҙ өйөндә ҡалырға өгөтләне.
– Икәү туйған аҙыҡ – өсәүгә, өсәү туйғаны дүртәүгә етер, – тигән Бәйғәмбәребеҙ. Ас булмабыҙ, иншаллаһ.
Тыныс тәбиғәтле, тәү ҡарауҙа уҡ үҙенә йәлеп итеп торған, ныҡлы таяныс һәм терәк булырҙай бабай малайҙарҙың да күңелдәренә хуш килде, һис һүҙһеҙ ризалаштылар. Урта кәүҙәле, түңәрәк һаҡаллы Мөхәммәтйән бабай ифрат та диндар, етмәһә, бик оҫта һунарсы булып сыҡты. Башҡа кешеләр аслыҡтан интеккән саҡта ла, ҡарттың өйөндә кәм тигәндә бурһыҡ ите була. Ул егеттәрҙе һунарға алып йөрөй башланы. Рәшит тә бик оҫта итеп төлкө-бүрегә ҡапҡан һалырға өйрәнде. Хәҙер инде уның иң ҙур теләге – ҡарттың һыҙмаһынан атып ҡарау. Талха ағаһына һыҙманан атырға өйрәтһә лә, бабай әле Рәшиткә рөхсәт итмәй ине. Тәжрибәле һунарсы менән ҡырға йөрөүе бик күңелле. Мөхәммәтйән бабай юлда егеттәргә бәйеттәр көйләй-көйләй, башынан үткән ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе, үҙе ҡатнашҡан Ярман һуғышы тураһында һөйләй.
Тик тормош гел шулай шыма ғына барманы. Мөхәммәтйән бабайҙың да хәле «ҡыл өҫтөндә» генә торған саҡты бик яҡшы хәтерләй Рәшит. Кемдер батрак малай тотоуҙа ғәйепләп, уның өҫтөнән властарға ялыу яҙып биргән. Ҡарттың бәләгә тарыуында үҙҙәрен ғәйепле һанаған егеттәр ауылдан китергә йыйына башланы. Тик бер эштә лә ҡабаланырға яратмаған Мөхәммәтйән ҡарт: «Бер ҡайҙа ла ашыҡмағыҙ, балаларым, үҙем яуап бирермен властарға. Мин бит әле биш йыл Герман блинендә йөрөп килгән кеше...» – тип егеттәрҙе туҡтатты. Атаһының шул һүҙҙәрен ишеткәс тә ҡара ҡашлы, муйыл күҙле Мәрхиәнең һылыу йөҙөндә шатлыҡ билдәһе күренгәне Рәшиттең иғтибарынан ситтә ҡалманы. Тимәк, Мәрхиә лә уларҙың китеүен теләмәй!
Был ваҡиға, ниндәйҙер мөғжизә менән, бик уңышлы тамамланды. Суд ҡартты аҡланы. Оҙаҡ йылдар Германияла пленда йөрөп, «донъя күреп» ҡайтҡан Мөхәммәтйән ҡарттың судта бик яҡшы итеп һөйләй белеүе үҙен ҡотҡарып ҡалды, тине кешеләр. Имен-аман ҡотолоп ҡайтҡас та, Мөхәммәтйән бабай өйөндә оҙаҡ итеп шөкөр намаҙы уҡыны, «һәр нәмә өсөн Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итеп йөрөгөҙ, балаҡайҙар», – тип өйрәтте ул егеттәрҙе.
Ошо ваҡиғанан һуң Рәшит Талха ағаһы менән Мәрхиә апай араһында ғәҙәттән тыш йылы мөнәсәбәт булыуын һиҙә башланы. Талха менән ҡыҙының бер-береһенә булған ҡараштары кейек кеүек һиҙгер бабайҙың иғтибарынан да ситтә ҡалмағандыр, әлбиттә. Ике йылдай шулай йәшәгәндән һуң, уратып һөйләргә яратмаған Мөхәммәтйән ҡарт бер көндө Талхаға:
– Башлы-күҙле булырға ла ваҡыт еткән инде һиңә, улым. Мәрхиә ҡыҙым менән бер-берегеҙгә күҙ атып йөрөгәнегеҙҙе лә һиҙгеләйем. Әгәр ҙә теләһәң, ҡыҙымды һиңә кәләш итеп бирәм дә, әйҙә, кейәү булырһың да ҡуйырһың, – тине. Бындай тәҡдимде ишеткән Талха ағаһының ҡаушауынан һәм оялыуы-нан ҡыҙарынып киткәнен ситтән генә күҙәтеп ултырҙы ун бишенсе йәш менән барған Рәшит. Күп тә тормай, йәштәргә никах уҡыттылар. Тағы ла бер йылдан, землянка өй төҙөп, Талха ағаһы менән еңгәһенең айырым йәшәй башлауҙарына уларҙың тәүге улы донъяға килде. Камил тип исем бирҙеләр уға...
Камил. Рәшит бабай ҡулындағы хат авторының исемен йәнә бер тапҡыр ҡабатланы, һикһәнде ҡыуып бара инде ул ошо мәлдә... Эй, үткән ғүмер! Тәки табып алған бит донъя йөҙөнән юғалған ағаһын.
...Бала саҡта ат тибеп һындырып, бер беләге бөгөлмәй ғәрипләнеп ҡалған Талха ағаһын Ҡыҙыл Армияға яраҡһыҙ, тип таптылар. Ыштанһыҙ йүгереп йөрөгән Камил, әлбиттә, Рәшит ағаһын хәтерләмәйҙер инде, сөнки, мең туғыҙ йөҙ ҡырҡынсы йылдың яҙында уға өс йәш кенә ине. Ағаһы, еңгәһе, Мөхәммәтйән ҡоҙаһы Рәшитте ауыл осона тиклем оҙатып ҡалдылар. Бер нисә йыл элек хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан оло ағалары Фәйзулла алыҫта, урман төпкөлөндә ятҡан тыуған ауылдары Рысҡужала йәшәү сәбәпле, уның менән хушлашып та өлгөрмәне. «Ярар, өс йылдан күрешербеҙ әле, Алла бойорһа», тип, Рәшит эстән генә үҙен-үҙе йыуатты. Брест ҡалаһының көнбайыш ситендә урынлашҡан гарнизонда хеҙмәт юлын башланы. Бер йыл буйы ағаларына тап бына ошондай латин хәрефтәре менән хаттар яҙып торҙо. Һуңғы хатын 1941 йылдың 23 июнендә яҙғайны. Сиктәге көсөргәнешле хәлдәрҙе, немец фашистарының бөтөн Европаны баҫып алып, илгә хәүеф һалып торғанын белһә лә, туғандарына был хаҡта бер ни ҙә яҙманы. «Аллаһы Тәғәлә яҙған булһа, яңынан ике йылдан күрешербеҙ...» – тигән юлдар бар ине ул хатында.
* * *
Таң беленә башлағанда яҡында ғына көслө гөрһөлдәү, шартлау тауыштарына уянып китте Рәшит. Улар торған казарманың бер яҡ тәҙрәләре селпәрәмә килгән ине. «Рота, в ружье!» тигән команда яңғыраны. Рота буйынса дежурныйҙың бындай командаһын ишетеп өйрәнеп бөткән һалдаттар, ғәҙәттәгесә, ашыҡ-бошоҡ кейенә башланы. Уның башынан йәшен тиҙлеге менән «Һуғыш!» тигән уй үтте. Һәр бер һалдатҡа бишәр генә патрон менән винтовкаларын ашыҡ-бошоҡ тараттылар ҙа, әле тыныс саҡтарҙағы учениелар ваҡытында алдан әҙерләнеп ҡуйылған позицияларына йүгерешеп барып яттылар. Бөтә ротаға бер генә «Максим» пулеметы.
Бер ни тиклем ваҡыттан урамдар бушап ҡалғандай булды. Самолеттар тыуышы ла, шартлауҙар ҙа тынды. «Бәлки, был сираттағы ҙур учениеларҙың береһе башланыуылыр?» тигән өмөтөн һаман өҙмәне Рәшит. Тик ни өсөн шул хәтлем емертеүҙәр?.. Уны ғына түгел, башҡа һалдаттарҙы ла борсоған ошо һорауҙарға яуап биргәндәй, күпте күргән старшина Егоров: «Ребята, это – война...» – тине. Уның һүҙҙәрен раҫлағандай, күп тә үтмәй, ҡала ситендәге ваҡ йорттарҙы шырпы ҡабындай тапай-тапай килгән эре танкылар күренде.
– Немецтар, – тине эргәлә ятҡан взвод командиры лейтенант Орлов биноклдән ҡарап. – Взвод, танкыларға ҡаршы һуғышҡа әҙерләнергә!
Старшина һәр һалдатҡа икешәр «лимонка» өләшеп сыҡты. «Патрон һәм гранаталарҙы әллә нишләп шулай йәлләп кенә бирәләр. Әгәр һуғыш була ҡалһа...» – тип тыныс саҡта уҡ уйлай торғайны Рәшит. Ул һорауҙы хатта взвод командирына ла биргәне бар. «Беренсенән, һуғыш тиҙ арала башланмаясаҡ, икенсенән, беҙҙең дәшһәтле армиябыҙҙың «НЗ» складтары иң заманса ҡоралдар менән тулы, өсөнсөнән, үҙең паникаға бирелеп, шул хәбәрҙе башҡаларға таратҡан өсөн хәрби трибуналға ла эләгеүең ихтимал...» – тип яуап биргәйне командир. Командирҙың үҙе лә тап Рәшитсә уйлағаны аңлашыла ине лә... Ә танкылар, бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ һиҙмәгәндәй, әкренләп яҡынлаша бирҙе. «Ҡайҙа беҙҙең танкылар, самолеттар? Учение ваҡытында сығарып күрһәтәләр ине бит?» Бына-бына арттан беҙҙекеләр килеп сығыр, тигән өмөт һәр береһендә баҙлай ине.
Бер аҙ яҡыная биргәс, немец танкылары бөтәһе бер юлы тигәндәй ут асты. Барыһы ла траншея төбөнә боҫто. Яҡында ғына снаряд ярылды. Әле бер тапҡыр атып та өлгөрмәгән бер нисә яугир хәрәкәтһеҙ ҡалды. Рәшиттең башындағы каскаһына ла, ҡолаҡ тондороп, ниҙер зыңлап ҡағылды. Әллә снаряд ярсығы, әллә таш, һәр хәлдә, каска һалдаттың башын һаҡлап ҡалды.
Танкылары артына йәшеренеп килгән немец һалдаттарына ҡарап, башҡа иптәштәре кеүек, Рәшит тә биш патронын бер-бер артлы атып бөтөрҙө. Иң алдан килгән танкының броняһына төшөрөлгән тәреһенә тиклем танырлыҡ була башланы. «Лә хәүлә уә лә ҡууәтә иллә бил-ләһ...» – эстән генә уҡынып алды Рәшит. Ике гранатаһын да танкыға ҡарай ырғытты һәм окоп эсенә боҫто. Көслө шартлау яңғыраны. Танкының гусеницаһы өҙөлдө булһа кәрәк, килгән еренән кинәт уңға боролоп, туҡтап ҡалды, ләкин янманы. Ул ғына ла түгел, бер патронһыҙ һәм гранатаһыҙ ҡалған ҡыҙылармеецтар яғына ҡарай фашист машинаһы оҙон һәм йыуан көбәген бора башланы...
* * *
Ҡабырғаһына ныҡ итеп тибеүҙән аңына килде Рәшит. Күҙен асҡас, үҙенә автомат төбәп торған өс нимес һалдатын күрҙе. Уларҙың береһе бар көсө менән арҡаһына типте һәм ҡулы менән ишаралап, аяғөҫтө баҫырға бойорҙо.
– Штейн зи ауф! – тип екеренде ул. Рәшит көскә тороп баҫты. Уны, төрткөләп, ситтә торған совет һалдаттары төркөмөнә алып барып ҡуштылар. Был әсирлек ине. Хәрби устав буйынса, пленға төшөү ҡәтғи тыйылғанын яҡшы белә Рәшит. Ниңә ул үҙе өсөн биш патронының береһен һаҡлап алып ҡалманы, тигән уй ғына әйләнде башында. Төркөмгә тағы бер взвод самаһы һалдат алып килделәр. Уларҙың береһе лә яралы түгел икәнен шәйләп алды Рәшит. Тимәк, яралыларҙы алып та тормайҙар.
* * *
Көплө машиналарға тейәп, уларҙы көнбайышҡа табан алып киттеләр. Бер нисә көн барғандан һуң, аслыҡтан хәлһеҙләнгән әсирҙәрҙе Верден тигән ауылға алып килеп төшөрҙөләр. Ауыл тигәс тә, ауылға оҡшамағайны ул: өйҙәре лә таштан, урамдарына ла тигеҙ итеп таш түшәлгән.
Ҡулдарын артҡа ҡуйып, фуражкаһына ҡарсыға төшөрөлгән, йәшкелт һоро формалағы, күҙлекле асҡаҡ йөҙлө бер нимес әсирҙәргә ҡарап һүҙ башланы:
– Бөйөк Германияға эшсе көстәр кәрәк, – тине ул. – Һеҙ немец армияһы өсөн аҙыҡ-түлек етештереүҙә ярҙам итәсәкһегеҙ. Хәҙер һеҙҙе фермерҙар бүлешеп аласаҡ. Тик тырыш булмаһағыҙ, йәиһә ҡасырға ниәтләһәгеҙ, атасаҡбыҙ, – ул һуҡ бармағы менән тоҫҡап күрһәтте һәм йәмһеҙ итеп йылмайып, боҙ киҫәген хәтерләткән күҙҙәре менән әсирҙәрҙең һәр береһенә тишерҙәй итеп ҡарап сыҡты. Уның ҡарашы ҡырлас танауы, сөм ҡара сәстәре, ҡалын ҡара ҡаштары менән рус һалдаттарынан айырылып торған Рәшиткә төбәлде:
– Кауфкас? – тип һораны немец «Кавказ» һүҙен боҙоп.
– Урал, – тип яуап ҡайтарҙы Рәшит, нәфрәт менән ҡарап.
– О, Оураль, гуд, гуд! – тине немец. Фашистың нимә күҙ уңында тотҡанын Рәшит аңламаны. Шулай ҙа «Беҙҙең Уралға барып етергә йыйынамы икән былар», тигән уй үтте башынан.
Нисектер бынан ҡасып, беҙҙекеләр яғына сығырға кәрәк. Үҙебеҙҙекеләр әле булһа ла яҡында ғына һымаҡ тойола ине, сөнки Рәшит хәҙерге көндә Гер-манияның иң көнбайыш райондарының береһендә икәнен белмәй ине...
Шул көндө үк әсирҙәрҙе ауылдың бай кешеләренә тараттылар. Рәшит Барбара исемле өлкән ҡатынға эләкте. Барбара-байбисә, тип эстән генә уйланы әсир. Йөҙө асҡаҡ, туп-тура һынлы ҡатын тәүҙә бик уҫал һымаҡ күренде. Русса таҙа ғына һөйләшкән тәржемәсе ярҙамында ул Рәшит менән танышып алды. «Рәшит» һүҙен әйтергә башта теле әйләнмәне. «Рашет», тине ул баҫымды «ра» ижегенә ҡуйып, бер ни тиклем аҙапланғас. Әбей немец телендә йәнә әллә ниҙәр һөйләне, ә тәржемәсе уның әйткәндәрен руссалап аңлатып бирҙе:
– Яҡшы эшләһәң, асыҡмаҫһың, – тине ул әсиргә. – Герман армияһы тиҙҙән Мәскәүҙе аласаҡ, рустар бынан алыҫ. Ҡасып маташһаң, һине икенсе кеше алыштырыр. Әсирҙәр араһында йәшәргә теләүселәр күп.
Йәшәргә теләүселәр... Был яҡты донъяға килеп тә, кемдең генә йәшәргә теләге булмаһын инде. Әҙәм балаһына Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән иң ҡәҙерле нәмә – ғүмер. Рәшит тә, башҡа кешеләр кеүек үк, йәшәргә бик теләй ине. Тик әсирлектәге ғүмер... Юҡ, ни генә булһа ла – ҡасырға!
Йыуындырып, бығаса күрмәгән ят кейем кейҙереп, әҙ-мәҙ ашаттылар ҙа, Рәшитте әбейҙең ауылдан ике-өс саҡрымда яткан фермаһына алып барып, егермеләгән баш һыйыр малын көтөргә ҡуштылар. Унда беҙҙәге кеүек йәйрәтеп йөрөп көтөрлөк икһеҙ-сикһеҙ далалар юҡ. Бер хужалыҡтың ере лә бер нисә өлөшкә бүленгән, малдарҙы бер аҙна көтөүлектең бер өлөшөндә йөрөтһәң, киләһе аҙнаһында – икенсе ерендә. Ауыл егетенә эш ауыр булманы. Өҫтәүенә, көтөүҙе Митя исемле белорус егете менән сиратлап көтәләр. Байбисә уларҙың икеһенә лә ҙур ғына ҡул сәғәте биреп ҡуйҙы. Тап ул әйткән сәғәттәрҙә малдарҙы һарайҙан сығарып, бер үк ваҡытта ҡыуып индерергә кәрәк. Бер минутҡа ла яңылышырға ярамай! Көтөүселәргә өй хеҙмәтсеһе Ванда исемле ҡыҙ ваҡытында ашарға килтерә. Шундай тормошҡа өйрәнеп алыу өсөн дә бер талай ваҡыт кәрәк булды.
Рәшиттең эш һөйөүсәнлеге байбисәгә оҡшай төштө. Әбей уның менән яғымлы ғына һөйләшергә тырышты. Шул уҡ ваҡытта «Германияны аҙыҡ менән тәьмин итеп» йөрөүенә Рәшит эстән ғәрләнде. Ҡасырға, тигән уйын тормошҡа ашырырға яйлап ҡына әҙерләнә башланы. Юлға, тип, йәшереп сухари киптереп йыйҙы.
Йыш ҡына илдә ҡалған Талха ағаһы менән Мәрхиә еңгәһен, кескәй Камилды һағынып иҫкә алды. Ни уйлар ине улар әгәр пленда йөрөгәнен белһәләр? Беренсе Герман һуғышында ҡатнашҡан Мөхәммәтйән ҡоҙаһын иҫләне. Ул да биш йыл буйы немецтәрҙә пленда йөрөгән, тик ул ваҡытта әсирлеккә төшкән һалдат хыянатсыға түгел, киреһенсә, һуғыш ҡорбанына һаналған һәм, башҡа яугирҙар кеүек үк, халҡының һәм хөкүмәтенең хөрмәтенә лайыҡ булған.
Бер көн хәрби әсирҙәрҙе клуб һымаҡ өйгә йыйып, рус телендә кинофильм күрһәттеләр. Тәүҙә Германия армияһы нисек тигеҙ рәт менән бөтә Европа буйлап барған кадрҙар, унан һуң Германия пленына эләккән совет кешеләренә немецтар нисек яҡшы шарттар булдырыуын һәм әсирҙәр ниндәй яҡшы тыныс тормошта йәшәгәнен һәм эшләгәнен һүрәтләгән фильмды өйөрөлттөләр. Хатта бер-ике «эш алдынғыһы»нан интервью ла яҙҙырып алғандар... Фильмдың аҙағында итек-ҡайыштары ялтлап торған НКВД хеҙмәткәрҙәре, немец пленынан ҡасып сыҡҡан әсирҙәрҙе теҙеп ҡуйып, һәр береһенең елкәһенә атып үлтереп сыға. Әсирҙәр араһында ауыҙҙарында әсә һөтө лә кибеп етмәгән илаулап торған йәш кенә һалдаттар. Ниндәй генә өмөт менән үҙебеҙҙең яҡҡа ҡасып сыҡҡан булған икән, меҫкенкәйҙәр...
– Провокация, – тине Рәшиттең артында ултырған бер әсир ярым тауышланып. Тәүге тапҡыр ишеткән булһа ла, Рәшиткә ул һүҙҙең мәғәнәһе аңлашыла ине. Шул көндән теге егет башҡаса күренмәне. Тимәк, тейешле урынға уның һүҙен шундуҡ алып барып еткергәндәр.
Ғүмер, кешеләргә иң ҡәҙерле булған ғүмер... Хыянатсылыҡта ғәйепләнеп, үҙебеҙҙекеләр ҡулынан үлһәң – бигерәк тә үкенесле. Ошо фильмды ҡарағандан һуң, Рәшиттең ҡасырға тигән теләге әкренләп һүрелә башланы.
Германияның төрлө төпкөлдәрендә һанһыҙ концентрацион лагерҙар барлығын да ишетеп йөрөнө Рәшит. Бөтә Европанан йыйылған миллионлаған әсирҙәр унда ғазап сиккәне, көн һайын меңәрләп үлтерелгәнлеге тураһында ла белә. Йәһәннәм утын хәтерләткән крематорий мейестәре хаҡында ла ишеткәне бар. Улар ҡайҙалыр алыҫ түгел, ә ошо Германия ерендә...
Бындағы әсир тормошо ла бик еңелдән булманы. Ауылдағы хәрби әсирҙәрҙең өҫтөнән ҡарарға йыуан, йәмһеҙ бер ниместе тәғәйенләп ҡуйҙылар. Ул эсергә ярата ине. Көн дә тиерлек кис иҫереп ала ла, бөтә әсирҙәрҙе сафҡа теҙә. Саф алдында үҙ телендә аҡырынып ниҙер һөйләй ҙә, кемде булһа ла тартып сығарып, үсе ҡанғансы типкеләй торған булып китте. Отто исемле шул ҡанһыҙ бәндәнең көн дә күрһәткән тамашаһын әсирҙәр шул ниместең яратҡан һүҙе менән «орднунг» тип атаны, «тәртип», йәнәһе. Сираттағы бер «орднунг» ваҡытында Отто бер әсирҙе үлтергәнсе туҡманы. Ныҡ типкеләнеүҙән йәш кенә һалдаттың ауыҙ-морононан ҡан килеп, шунда уҡ йән бирҙе. Рәшиттең был нимескә булған асыуы тағы ла артты, тиһәң, аҙыраҡ булыр һымаҡ: барлыҡ түҙемлек ярҙарын емереп, тышҡа бәреп сығыр хәлгә етте. Шулай бер көндө кис, ғәжәпкә, сираттағы «орднунг» булманы. Ғәҙәт буйынса, Оттоноң торған йорто янына теҙелергә килгән әсирҙәр еңел һулап, яйлап ҡына таралыша башланы. Ҡайтып барышлай белорус Митя ярым шыбырҙап:
– Бөгөн Отто бик ныҡ «тейәгән», ахыры, бая өйөнә һөйрәлә-һөйрәлә көскә инеп бара ине, – тине.
Шул ваҡытта Рәшиттең башына ҡылт итеп бер уй килде. Төн уртаһы үтеп, тирә-яҡ һил булғас, алдан әҙерләп ҡуйған бауҙы алып, һаҡ ҡына өйҙән сыҡты. Тирә-йүндә бер кем дә булмағанын яҡшылап асыҡлағас, Оттоноң өйөнә ҡарай йүнәлде. Үҙ илендә үҙҙәрен бик иркен тойған немецтар, «тыңлаулы» әсирҙәрҙе ҡурҡынысһыҙ тип һанай, күрәһең, бер өйгә лә һаҡсы ҡуймағандар. Тик Оттоноң өйө алдына килеп еткәс, ихатаһынан ҙур ғына эт абалап килеп сыҡты. Ләкин әсир ундай осраҡты алдан күреп белгәнгә күрә, бушлат кеҫәһенә һалып алып килгән икмәген эткә ырғытты. Икмәк һынығын ергә лә төшөрмәй тотоп алып ашай башлаған эт Рәшитте башҡаса борсоманы. Егет һаҡ ҡына өйҙөң ишеген асты. Ниместең яңғыҙ йәшәгәнен белә ул. Бәхеткә, ишек эстән бикле түгел ине. Фашистың йоҡоһонда хырылдауы әллә ҡайҙан ишетелә. Бүлмәнән күңел болғандырғыс асы һаҫыҡ еҫ килә. «Ысынлап та ныҡ иҫергән», – тип уйланы Рәшит. Өҫ кейемен дә һалмаған килеш бер нәмә лә белмәй йоҡлап яткан фашистың ҡорһағы тын алған һайын бер күтәрелә, бер төшә. Тәҙрәнән төшкән ай яҡтыһында барыһы ла бик яҡшы күренә. Тик уянып ҡына ҡуймаһа ярар ине, уянһа – бөттө баш. Алдан уйлап ҡуйған буйынса, Рәшит иң тәүҙә түбәлә лампа элеп ҡуя торған ырғаҡ һымағыраҡ сөйҙө эҙләп тапты һәм бауҙың бер осон шул ырғаҡҡа бәйләне...
Иртәгеһен һалдаттар килеп, Оттоноң мәйетен машинаға тейәп, ҡайҙалыр алып киттеләр. Ул-был шау-шыу булманы. Күп эсеүҙән тилереп, аҫылынып үлгән, тигән хәбәр ауылға таралды. Шулай ҙа Рәшит күпмелер ваҡыт шикләнеп йөрөнө. Ярай әле, фашистың пистолетын алмаған. Бик тә ҡыҙығып ҡуйғайны, тик ниндәйҙер эске тауыш уны был эштән тыйҙы. Әгәр ниместәр һиҙеп ҡалһа, ауылдағы бар әсирҙәрҙең дә башы китәсәге көн кеүек асыҡ. Аллаһы Тәғәлә уны был юлы ла һаҡлап алып ҡалды: Рәшиттең йәшәргә шундай ныҡ көслө теләген үтәгәндер. Был хәл егеттең ғүмерлек сере булып ҡалды. Ул ғына ла түгел, үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр кеше үлтереүе ине. Хәйер, ул фашистың кеше булыуы – икеле...
Уйының ошо урынына еткәс, Рәшит бабай һуғыш яланында ятып ҡалған миллионлаған совет кешеләрен иҫләне. Фәйзулла ағаһының да фронтта һәләк булыуы хаҡында әле генә Камилдың хаты аша белгәйне бит. Ағаһы өсөн, атаһыҙ ҡалған балалар, улһыҙ ҡалған әсәләр, ирһеҙ ҡалған ҡатындар, үҙе һымаҡ аяныс яҙмышлы әсирҙәр өсөн ана шул ҡәбәхәт Оттоно дөмөктөрөп булһа ла барыбер үсен алған икән Рәшит...
Һуңғы ваҡытта өй хеҙмәтсеһе йәш ҡыҙ Ванда уңайы тура килгән һайын серле итеп йылмая торған булып китте. Төҫкә-буйға матур ғына булған зәңгәр күҙле, һары сәсле нимес ҡыҙы егет алдында буй-һындарын бик сәйер итеп уйнаҡлатып, юҡҡа-барға хихылдап көлә. Уға ҡарай ҙа, сәстәрен икегә ярып, матур итеп тарап үргән, ҡарлуғас ҡанаттары кеүек ҡыйылып торған ҡашлы, бешкән муйылдай сөм ҡара күҙле, ир-егеттәргә күтәрелеп тә ҡарарға оялған Мәрхиә еңгәһе һымаҡ серле башҡорт ҡыҙҙарын иҫләй Рәшит. Беҙҙәге кеүек һылыу ҡыҙҙар бөтә Ер шарында ла юҡтыр, тип уйлай. Ә Ванданың ҡыйҡаңлауын бер ҙә оҡшатып етмәне. Уның ҡарауы, шул ҡыҙҙай уҡ зәңгәр күҙле, аҡ сәсле Митя уға йоторҙай булып текәлә ине.
Көҙ, ҡыш айҙары бында, Башҡортостандан айырмалы, әллә ни һыуыҡ түгел икән. Декабрь башы булыуға ҡарамаҫтан, ергә ҡар ятмаған. Брест урамдарындағы ҡала йәштәре кеүек салбар, ботинка, бушлат кейеп йөрөгән Рәшит һәм башҡа әсирҙәр быйылғы ҡышты Германия ерендә ҡаршы алды. Әкренләп немец телен аңлай башлаған зирәк егет бер мәл урамда ниҙер булаштырып йөрөгәндә радионан «Дойчен зольдатен», «Москоу», тигән һүҙҙәрҙе ишетеп, ни һөйләгәндәренә яҡшылап төшөнөп етмәһә лә, һағайып ҡалды. Ул арала тышҡа килеп сыҡҡан «байбисә» егеткә:
– Ишетәһеңме, Рашет, Москоу капут, – тине. Ул насар һүҙҙәрҙең мәғәнәһен егет аңланы. Ысынлап та шул һүҙҙәр дөрөҫмө, әллә уның кеүек әсирҙәр өсөн махсус тапшырыумы икән? Хәйер, Германия төпкөлөндә ятып нимә генә беләһең инде...
* * *
Рәшиттең бында килеп эләккәненә бер йыл да үтеп китте. Шул арала немец телен аңлау ғына түгел, яҡшы итеп һөйләшә лә башланы. Күберәге уны Ванда һөйләндерә.
Бер көн Рәшит Мөхәммәтйән ҡоҙаһынан отоп алған герман һуғышы бәйетен үҙ алдына һамаҡлап, урам тышында ниҙер эшләп йөрөй ине. Уны ишетеп ҡалған ҡыҙ күҙен-башын уйнаҡлатып, тағы егет янына килде.
– Рашет, нәмә йырлайһың һин беҙҙең Германия тураһында? – тине ул шаян йылмайып.
Тыуған яғын, туғандарын һағынып, уйланып, ғәҙәттәгенән тыш ҡысҡырыбыраҡ йырлай башлаған Рәшит һиҫкәнеп китте:
– Нимә? – тине ул нимессәләп.
– Йырыңдың көйө бик моңло, ләкин ҡайғылы, һүҙҙәрең араһында «Герман» һүҙен генә аңлап ҡалдым. Йырың нимә тураһында?
– Был йыр – фатерланд тураһында, – тине егет. – Беләһеңме, Ванда, нимә ул – фатерланд?
Ҡыҙҙың йөҙө бер аҙ етдиләнде:
– Беләм, фатерланд – ул Германия.
– Юҡ, Ванда, фатерланд – ул Ватан. Ул – Германия ғына түгел, һәр кемдең үҙенең Ватаны була. Минең Ватаным – Башҡортостан, ә Митяныҡы – Белоруссия.
– Һеҙ икегеҙ ҙә Россиянан бит, ә Башкур... – ҡыҙ әйтә алманы, теле көрмәлде, – ишеткәнем юҡ.
– Ә Уралды ишеткәнең бармы?
– Оураль, эйе, ишеткәнем бар, – тине ҡыҙ. – Һөйлә әле, Рашет, Оураль тураһында.
– Беләһеңме, Ванда, – тине Рәшит, таш ҡойма ситендәге эскәмйәгә барып ултырҙы, – Урал – ана шул Башҡортостан инде, Ер шарының иң гүзәл урыны, икһеҙ-сикһеҙ урмандар, осһоҙ-ҡырыйһыҙ далалар, көтөү-көтөү малдар, иң мөһиме – бик яҡшы күңелле ябай кешеләр...
– Гуд, гуд, – тип сәпәкәйләне ҡыҙ балаларса ҡыуанып. – Ә һин шунда ла «Герман» тип йырлайһың. Тағы берҙе йырлап күрһәт әле.
Рәшит тартынып торманы, һағышлы көйгә һалып, йырлап ебәрҙе.
Мендем турат биленә,
Киттем Герман иленә.
Герман ере – ҡара үлән,
Әллә ҡайта, әллә үләм...
– Был йырҙы мең туғыҙ йөҙ ун дүртенсе йылда рус-герман һуғышында ҡатнашҡан башҡорт һалдаттары сығарып йырлаған, – тине Рәшит. – Ситтә оҙаҡ йөрөп, илеңде һағынып зар-интизар булмай тороп, уның ни тиклем ҡәҙерле икәне һиҙелмәй ҙә икән ул...
Плендан ҡасып сығыу тураһындағы уй Рәшиттә барыбер бөтөнләйгә һүрелеп бөтмәне. Сит ерҙәрҙә ятып ҡалғансы, үҙ илеңә ҡайтып үлеү барыбер яҡшыраҡ булып тойолдо уға. Ләкин Германияның көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан был ауылдан нисек һәм ҡайһы яҡҡа ҡасаһың. Етмәһә, немецтар Волгаға барып еткәндәр имеш, тип һөйләйҙәр...
* * *
Көндәрҙән бер көндө Барбарa Көнсығыш фронтынан ҡайғылы хәбәр алды. Уның берҙән-бер улы урыҫтар менән һуғышта һәләк булған икән. Шул көндән алып ҡара күлдәк кейеп, башына ҡара косынка ябынып алған «байбисәнең» Рәшит менән Митяға ҡарашы ҡырҡа үҙгәргән кеүек булды. Улар менән йылмайып та һөйләшмәй, һис юҡҡа екеренгән саҡтары ла йышайҙы. Хатта бер мәлде Митяны юҡҡа ғына «русиш швайн», тип йәберһетте. Аҙ ғына хата эшләгәндәре өсөн гестапо менән янай башлай. Был хәл күпме дауам итер ине һәм ни менән бөтөр ине, әгәр тағы ла бер ваҡиға булмаһа. Рәшиттәр көтөү көткән яландың бер яғында тын ғына һыулы Ред тип аталған ҙур булмаған йылға аға. Аяҙ көндәрҙә, ашарға килтергән Вандаға эйәреп килеп, Барбара ошо йылға ярында эске күлдәккә ҡәҙәре сисенеп, ҡыҙынырға ярата. Ҡояшта бер талай ҡыҙынғандан һуң, кинәнеп, йылғала арығансы йөҙә лә ашыҡмай ғына өйөнә ҡайтып китә ине. Бер көндө, сираттағы төшкө ашты ашап алғас, малдарын йәйрәтеп ебәрҙе лә, Рәшит «ах» та «ух» килеп йөҙгән байбисәне ҡыҙыҡһынып күҙәтә башланы. Был юлы ғәҙәттәгенән оҙағыраҡ йөҙҙө хужабикә. Бер мәл, йылға уртаһында йөҙөп йөрөгән Барбара кинәт кенә сәсәй башланы. Ҡулдарын болғап, ярҙамға килегеҙ, тигән ишаралар яһап ҡысҡыра ла, шул ыңғайы башы һыуға күмелә, йәнә килеп сыға... Рәшит күп уйлап торманы, ботинкаларын ғына һалып ташланы ла һыуға сумды, Һаҡмар һыуында балыҡ һымаҡ йөҙөп өйрәнгән егеткә ябыҡ кәүҙәле Барбараны һөйрәп сығарыу бигүк ауыр булманы. Ҡатын апаруҡ һыу йотоп өлгөргәйне. Яр башында ятып, бер аҙ хәл алғандан һуң, Рәшиткә хәлһеҙ генә йылмайып:
– Данке шөөн, – тине. Шул ваҡиғанан һуң «байбисә»нең әсирҙәргә ҡарашы ҡабаттан йылынды...
* * *
Ҡырҡ дүртенсе йылдың баштарында ҙур ғына был ауылдың ун биш-ун алты йәшлек малайҙарын да, алтмыш йәштәге оло кешеләрен дә армияға алып, фронтҡа оҙата башланылар, «һалдаттары етешмәй», тип фараз итте Рәшит үҙ алдына.
Тағы күпмелер ваҡыттан, Совет ғәскәрҙәре Европа илдәрен азат итә-итә Германия еренә лә яҡынлашып киләләр икән, тигән имеш-мимештәр йөрөй башланы әсирҙәр араһында. Тиҙҙән беҙҙекеләр килеп, немецтарҙы ҡыйратып, бөтә хәрби әсирҙәрҙе азат итерҙәр һымаҡ тойола ине. Тик, әлегә, улар – һаман да әсирҙәр, һаман да «Бөйөк Германия армияһын» аҙыҡ менән тәьмин итеүҙә ҡатнашалар. Үҙенә оҡшамағандарҙы Оттоноң урынында ҡалған комендант һаман да гестапоға оҙата... Ул бахыр әсирҙәрҙең артабанғы яҙмышы – үлем лагерҙары, тиҙәр. Был турала Рәшиткә рус телен ярайһы уҡ яҡшы белгән, элек мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән француз әсире һөйләне. «Ана шул концлагерҙар фашистарҙың бөтә донъя халыҡтары өсөн төҙөгән фани донъя тамуҡтары ул», – тине француз. Айырыуса йәһүд милләтен күрә алмағандарын әйтте. Башҡа халыҡтарҙы үҙҙәренә ҡол итеп, ә йәһүдтәрҙе Ер йөҙөнән юҡ итеү маҡсатын Гитлер үҙенең фашистарына һеңдергән, имеш. Бөтөнләй бар милләт кешеләрен бөтөрөргә... Аллаһы ләғнәте генә төшһөн инде был Гитлерға. Үҙенең концлагерға эләкмәгәненә Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итеп йөрөнө Рәшит. Донъялағы иң бәхетһеҙ кеше түгел икән шулай ҙа.
Һуңғы ваҡытта ашау яғын ҡыҫа башланылар. Эш тә икеләтә ауырайҙы, сөнки Митяны Барбара әбей ҡайҙалыр икенсе фермаға һатып ебәрҙе. Күптән түгел «сәскә атҡан» Германияға ла бөлгөнлөк килеп еткәне бик һиҙелә ине. Көнбайышҡа табан ауыл эргәһенән өҙлөкһөҙ тигәндәй немец колонналары үтә башланы. Америка ғәскәрҙәре, ахырҙа, икенсе фронт асҡан икән, тигән хәбәр ҙә килеп ишетелде. Әммә фашистар үҙ өйө өсөн айырыуса ҡаты һуғышалар, ахыры, әсирҙәрҙе азат итеүселәр әле булһа күренмәне. Ниһайәт, ҡырҡ бишенсе йыл да килеп етте. Инде дүртенсе йыл ул әсирлектә...
* * *
Көнө-төнө барған атыштарҙан өй мөгәрәбендә Барбара, Ванда менән бергә йәшеренеп ултырҙы Рәшит. Бер ни тиклем ваҡыттан, тирә-яҡта гөрһөлдәүҙәр тынғас, урамға сығып ҡарарға булды. Урам һары йондоҙло танкылар, башҡа ҡорамалдар һәм ят формалағы һалдаттар менән тулы ине. Һалдаттар араһында ғүмерендә тәүге тапҡыр ҡара тәнлеләрен дә күреп, «американдар» икәненә төшөндө.
Әсирҙәрҙең һәр береһе менән һөйләшкәндән һуң, уларҙы һуғыш бөткәс тә үҙ илдәренә таратасаҡтарын әйттеләр. Тыуған илеңә ҡайтыу мөмкинлеге алыу – әсир өсөн ниндәй ҙур бәхет! Ахырҙа, Рәшит тыуып үҫкән яғына –Башҡортостанына ҡайтып китәсәк! Тиҙҙән үҙенең яҡын туғандарын күрәсәк... Шундай татлы хыялдарға бирелеп, егет әсирҙәр өсөн бүленгән айырым йортта йоҡоға талды.
Төнө буйы һаташып сыҡты ул. Төшөндә әлеге атаһын алып киткән, яғаларында сөм-күк петлицалы ҡупшы кейемле НКВД-сы кескәй Камилды аяғынан аҫып ҡуйған да, Талха ағаһын ҡанға туҙҙырғансы туҡмаған. Әленән-әле ағаһының хәлһеҙләнгән тәненә йылтыр итектәре менән тибә лә тибә, ә үҙе һөйләнә: «Хыянатсы туғаныңдың язаһын һин һәм һинең улың алырға тейеш...» Шыбыр тиргә батып уянды Рәшит. Ниндәй хәтәр төш! Юҡ, уның герман пленында йөрөгәнен бер кем дә белергә тейеш түгел. Ысынлап та, туғандарына зыян тейеп ҡуйыуы бар. Аллаһ һаҡлаһын! Ҡулға алынған «халыҡ дошманы» – аталары өсөн үҙҙәре ҡыйырһытылған саҡтар иҫенә төштө. Хәҙер сүп өҫтөнә сүмәлә, тигәндәй, шул «халыҡ дошманы»ның улы, өҫтәүенә – «хыянатсы»! Рәшиттең башы буталды. Ни эшләргә? Хәҙер ул бөтөнләйгә үҙе тураһында түгел, ә фәҡәт туғандары өсөн ҡайғыра ине.
Тиҙҙән Германия армияһы бөтөнләйгә ҡорал һалған, тигән хәбәр ишетелде. Башта мәңге еңелмәҫлек булып күренгән көслө армияның тар-мар ителеүенә һөйөнгән әсирҙәр менән бергә Рәшит тә шатланды. Тик уларҙың торған ере – американдар зонаһына тап килде. Яҡшығамы был, насарғамы? Хәҙер ҡайҙа барырға, тигән уй Рәшиттең башында әйләнде лә әйләнде. Билдәле, илгә ҡайтыуына уны үлем язаһы көтә, туғандарының яҙмышы ла Рәшитте уғата ныҡ борсоно. Егеттең башына бик насар бер уй килде: әгәр ҙә был донъя менән үҙ иркең менән хушлашҡанда? Уның берҙән-бер дөрөҫ юлы шул түгелме?
Осһоҙ-ҡырыйһыҙ уйҙарының ошо еренә килеп еткәс, Рәшит бабай ҡапыл тертләп китте. «Әстәғәфируллаһ», тип өс мәртәбә әйтеп ҡуйҙы. Аллаһ һаҡлаһын, нисек ундай уй башына килде икән? Бала саҡтан дини тәрбиә алып үҫкән Рәшиттең дә шундай сиккә етер сағы булдымы? Хәйер, заманаһы шулай булғандыр инде. Ана шул яҙыҡ юлдан үҙен-үҙе нисек ҡурсалап алғанын көскә хәтерләй алды. Ислам дине ҡанундары буйынса, киләһе баҡый донъяға үҙен ғүмер буйы әҙерләргә тейеш булған Рәшит, Ер йөҙөндәге башҡа бөтә йән эйәләре кеүек, яҡты донъяны, йәшәүҙе бик ярата ине шул. Тормош нисек кенә ауыр булһа ла. Икенсенән, үҙ-үҙенә ҡул һалған кеше өсөн Аллаһы Тәғәләнең язаһы бигерәк ҡаты, тиҙәр. «Сабырлыҡ кәрәк, Рәшит, сабыр бул», тип үҙен-үҙе йыуатты. Башҡа әсирҙәргә күрһәтмәй генә, төндәрен ҡаза ҡылып булһа ла, барлыҡ фарыз намаҙҙарын ҡалдырмайынса уҡып йөрөгән мосолман һәр ваҡыт сираттағы намаҙын уҡып бөткәс «Йә, Раббым, сабырлыҡ бир», тип доға ҡылыр булды. Бәлки, Аллаһы Тәғәлә насип әйләгән булһа, берәй ҡасан икһеҙ-сикһеҙ далалары, бай тәбиғәтле урмандары, эскерһеҙ ябай халҡы йәшәгән Тыуған иленә – Башҡортостанына ҡайтып та килер...
* * *
Эй, кеше яҙмышы... Эсер һыу, ашар ризыҡ, дөрөҫөрәге, Аллаһы Тәғәлә яҙған тәҡдир әҙәм балаһын ҡайҙарға ғына илтеп ташламай. Егерме дүрт йәшлек типһә тимер өҙөрҙәй, баһадирҙай мыҡты кәүҙәле, йәш, һылыу башҡорт егетенә Америка Ҡушма Штаттарының һыуын эсергә лә яҙған икән.
...Ризыҡ ситкә яҙһа-яҙһын,
Тупраҡ ситкә яҙмаһын, – тип эстән генә әсенеп көйләне егет. Тыуған иленә ҡасандыр әйләнеп ҡайта алыу өмөтөнән әкренләп төңөлә лә башланы. Пароход менән Америка еренә килеп төшкәс, юлда танышып алған демобилизацияланырға тейеш булған бер ҡара тәнле һалдат уны таныш фермерына эшкә урынлаштырҙы.
– Таныш булығыҙ, фермер әфәнде, Ричард, – тине Джон Рәшиттең исемен үҙенсә үҙгәртеп, – әсирлектән азат ителгән рус һалдаты.
Рәшиттең бығаса күргәне булмаған ғәҙәттән тыш ҙур тирәсле эшләпә кейгән Смитт (хужаны шулай тип атайҙар ине) йылмайып ҡул бирҙе һәм шунда уҡ һораулы ҡарап:
– Рус? – тине.
Башын һелкеп, ҡулдары менән ниҙер ишаралап һөйләүенә ҡарап, фермерҙың: «Юҡ, был рус түгел, рустар башҡасараҡ була», – тигәнен аңланы егет, һәм үҙе үк электән өйрәнгән яуабын әйтә һалды:
– Урал, – тине ул ғорур төҫ менән, – башҡорт!
Смитт тағы йылмайҙы:
– О, Ураль, о кей!
Улар шулай итеп танышып киттеләр. Бәхетенә, Рәшиткә был юлы ла таныш эше – һыйыр малы ҡарау тейҙе. Ауырлыҡтарға күнеккән йәш егеткә был фермалағы эш бик еңел һымаҡ тойола ине. Иң мөһиме – Рәшит хәҙер бушлай эшләмәй. Смит уға «доллар» тип аталған эш хаҡын түләп бара.
Рәшиткә Джон биргән Ричард ҡушаматы бөтөнләйгә йоҡто ла ҡуйҙы. Күпмелер ваҡыттан һуң ул үҙен хатта Ричард тип хис итә башланы. Ләкин һәр саҡ сит телдә генә һөйләшеп йөрөгән Рәшит һаман да башҡортса уйлай ине. Эй, һағына ла ине ул тыуған төйәген! Йыш ҡына төшөндә Һаҡмар, йә Йылайыр йылғаһына ятып, һыу эсә-эсә һыуһынын ҡандыра алмай, тамағы кибеп, тирләп-бешеп килеп уяна торған булды. Германия ерендә үҙен илай-илай оҙатып тороп ҡалған Ванда һымаҡ ҡыҫҡа күлдәк кейгән осоҡ ҡыҙҙарға ҡарап, һәр саҡ баҫалҡы холоҡло, оялсан йөҙлө, ай кеүек һылыу, мөләйем башҡорт ҡыҙҙарын хәтерләне. Эйе, хәҙерге ваҡытта илдә йәшәгән булһа, һис шикһеҙ, берәй сибәр башҡорт ҡыҙына өйләнеп, бала-сағалы булып, тормош көтөп ятҡан булыр ине. Ләкин, һуғыш... Шул ҡәһәрле һуғыш уның бар хыялын, барлыҡ өмөттәрен һындырҙы. Хәҙер һуғыш бөтөүгә бөттө лә ул, ә барыбер ҡайтып булмай. Ул ғына ла түгел, туғандарына хат та яҙырға ярамай...
* * *
Йыл артынан йыл үтте. Фермерға көтөүсе булып күпмелер эшләгәс, байтаҡ ҡына аҡса туплап, Рәшит үҙенә бер бәләкәй генә үҙаллы хужалыҡ төҙөп алыуға иреште. Хатта үҙенең унлаған баш һыйыр малын ҡарау өсөн эшсе ялларға ла ҡулынан килә башланы. Көнө-төнө тырышып эшләгән фермер үҙенең хеҙмәт емешенең тәмен тулыһынса тигәндәй татый башланы. Бында һинең малыңды бер кем дә тартып алырға ниәтләмәй. Тик һалымыңды ғына ваҡытында түләп бар...
Ҡайҙарҙа ғына йөрөп, ниндәй генә ҡыҙҙар осратмаһын, Рәшит барыбер ғүмерлеккә буйҙаҡ булып ҡалды. Сөнки бала саҡтан үҙ илендә күреп үҫкән сибәр ҡараҡай башҡорт ҡыҙҙарынан башҡаларҙы үҙһенмәне. Әрме хеҙмәтенә китерҙән алда бер ваҡытта ла ҡыҙҙар менән аралашып өлгөрмәгән егет тәүҙәрәк буласаҡ ҡатынын, ни өсөндөр, тик Мәрхиә еңгәһенә оҡшаған итеп күргеһе килә ине. Тора-бара, үҙенең буйҙаҡ тормошо менән ризалашты. Ә шулай ҙа үҙен шундай гүзәл башҡорт ҡыҙҙарының наҙлауынан мәхрүм итеүгә сәбәпсе булған ҡәһәрле һуғышҡа, Гитлерға ләғнәт уҡый ине ул...
Латин хәрефтәрен белгән һәм инде инглиз телендә һөйләшкән Рәшиткә уҡырға өйрәнеүе бер ҙә ауыр булманы. Гәзиттәрҙән һәр ваҡыт донъя яңылыҡтары менән танышып барҙы. Советтар Союзындағы хәлдәр менән айырыуса ҡыҙыҡһынды, «һалҡын һуғыш» осоронда уның иле тураһында бер ҙә тынысландырырлыҡ итеп яҙмайҙар ине гәзиттәрҙә. Алтмышынсы йылдар башында «Советтар Союзы Америкаға ядро һуғышы асырға йыйына икән», – тигән хәбәргә хатта ышана биреп тә ҡуйғайны бит Рәшит. Ә бер көндө «Рәсәй колониялары – Башҡортостан, Татарстан һәм башҡа ваҡ илдәрҙең» Рәсәй хөкүмәте тарафынан нисек ҡыҫырыҡланып йәшәүҙәре тураһында уҡып, был хәбәргә бигүк ышанып етмәһә лә, ныҡ борсолоп, шуның тәьҫирендә оҙаҡ ҡына уйға батып ултырҙы. Дүрт быуатҡа яҡын рустар менән ҡулға-ҡул тотоношоп, бергә-бергә йәшәгән башҡорт халҡы нисек инде Рәсәй колонияһы булһын, ти? Хәйер, нишләп һин ҡасаҡ Рәшит-Ричард ул турала ҡайғыраһың? Һин күптән инде үҙ илеңде һаттың бит, Рәсәйен дә, Башҡортостаныңды ла... Был уйҙарҙан һуң Рәшиткә тағы ла ҡыйыныраҡ булап китә һәм ул күңеленең төпкөлөнән үҙен-үҙе яҡлашырға һәр төрлө дәлилдәр эҙләй башлай. Йәиһә бөтә донъяһын оноторға тырыша, урамға сығып, үҙенең хужалығы менән мәшғүл була. Тик эштәрен нисек кенә уңай барып, нисек кенә байып китһәң дә, сит ерҙә нисек кенә ҡулайлашып йәшәһәң дә, Тыуған илеңде онотоу мөмкинме һуң!.. Әле һуңғы ваҡыттарҙа ғына үҙ иле тураһында ниндәйҙер күңел йылытырлыҡ мәғлүмәттәр ала башланы Рәшит.
– Ишеттеңме, Ричард, һинең Рәсәйеңдә ниҙәр барғанын, – тине хәҙер инде күрше фермер булған Смитт. – Ысынлап та революция бара бит! Советтар Союзы юҡ хәҙер...
Эйе, Рәшит был яңылыҡтарҙы бик ентекләп күҙәтеп бара. Союздағы халыҡтарҙың байтағы үҙаллылыҡ яулаған. Быныһы бигерәк тә ҡыҙыҡ тойола Рәшиткә, һәм ул шул уҡ ваҡытта аңлап та етмәй: Башҡортостан үҙаллы илме икән ысынлап та?.. Элекке сәйәси енәйәтселәр булып һаналған кешеләрҙе – «халыҡ дошмандарын» да аҡлап яталар, имеш.
Революция... Ул һүҙҙе ишеткәс тә Рәшиттең күҙ алдына Бөйөк Октябрь революцияһы килә. Сәйәси тотҡондарҙың аҡланыуына һаман да ышанып етә алмай. Шул хәбәр дөрөҫкә генә сыҡһа ине! Бәлки, берәй заман Тыуған иленә ҡайтып үлергә Аллаһы Тәғәлә насип итер? Көн һайын тигәндәй ана шундай яҡшы хәбәрҙәр ишетеп тороуына ҡарамаҫтан, инде хәҙер ныҡ ҡына ҡартайып киткән Рәшит һаман да илдәге туғандарына үҙе тураһында белдерергә баҙнат итмәне. Кем белә инде был донъяны...
...Рәшит бабай хатты артабан уҡыны: «...Совет хәрби әсирҙәре тураһында бер килке документтарҙы Германия Рәсәй хөкүмәтенә биргәнен ишеткәс тә, иң тәүҙә һинең турала белешмәйенсә йөрәк түҙмәне, Рәшит ағай. Һине – тере ағайымды түгел, хатта ҡәбереңде табырға ла өмөтөм юҡ ине, тиерлек...»
«Ҡәберем...» Үлгән кеше өсөн ҡайҙа ятыу барыбер түгелме? Тик олоғая килә, бигерәк тә һуңғы йылдарҙа шул турала күберәк уйлана башлаған Рәшит бабайға ни өсөндөр сит ил тупрағы уны үҙ итмәҫ һымаҡ тойола ине. Ул ғына ла түгел, йәне-тәне менән Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылып йәшәгән, ысын мосолман рухында булған кеше, үҙен йыназаһыҙ-ниһеҙ алып барып күмеүҙәрен бер ҙә теләмәй ине. «Тупраҡ ситкә яҙмаһын», – тигән йыр юлдары нисәмә йылдар уның телендә әйләнә. Башҡортостанда булып үткән тәүге Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы тураһында ла ул матбуғат аша белде. Йыш ҡына тапшырылған «Азатлыҡ» радиоһы программаһында хатта ҡайһы бер делегаттарҙың сығышының йөкмәткеһен дә ишетеп, илай-илай тыңлап ултырғайны. Айырыуса бер делегаттың ялҡынлы сығышы йөрәгенә уҡ булып ҡаҙалды. Һүҙ ғүмер буйы ситтә йөрөгән һәм үҙ еренә ҡайтып үлергә хыялланған меңәрләгән башҡорт кешеләре хаҡында бара ине. Сығыш яһаусы шундай милләттәштәрҙе бик көслө тәнҡит утына тотто: «...Илгә үлер өсөн генә ҡайтҡан башҡорттарҙан, уларҙың сереп, башҡорт еренә бер аҙ ашлама ғына булыуын иҫәпкә алмағанда, бер ниндәй ҙә файҙа юҡ...» Был һүҙҙәр Рәшиткә төбәп әйтелгән һымаҡ тойолдо. Ләкин уның илгә ҡайтмауының сәбәбе, әлбиттә, бөтөнләйгә башҡа. Иленең тупрағына «әҙ генә ашлама» булырға ла әҙер ине Рәшит бабай.
«...Рәшит ағай, ҡайт илгә, һинең өсөн бында беҙҙең атайҙан ҡалған йорт бар. Яңы закон буйынса, элекке хәрби әсирҙәр әллә ҡасан уҡ аҡланды. Һин хыянатсы түгел...»
Рәшит бабайҙың күҙенән йәштәр аға ла аға. Эйе, ул хыянатсы түгел. Үҙенең хыянатсы түгел икәнен белмәй инеме ни ул ошоғаса? Эй, тормош, тормош. Аҙағында телефон номеры ла яҙып ҡуйылған хатты уҡып бөткәс, ахырҙа, ысынлап та, Тыуған иленә ҡайтырға ваҡыт еткәнен аңланы Рәшит бабай. Уның ҡайтыуы – туғандары өсөн бер ниндәй ҙә зыян килтермәйәсәк! Ул ашыҡмай ғына оҙон юлға йыйына башланы...
* * *
Өфө аэропортында уны Камил туғанының улы – Шамил ҡаршы алды. Юлда ауыл хәлдәрен һораша-һораша барған бабай Ҡушма Штаттағы үҙенең барлыҡ мөлкәтен һатып, бөтөнләйгә ҡайтып килеүе хаҡында әйтте. «Талха ағайыма ҡалай ныҡ оҡшаған», тип уйлап барҙы бабай рулдә барған Шамилға ҡарап.
– Һуғыш ветерандарына хөкүмәт бушлай фатир биреп ята, олатай, – тине Шамил уның уйҙарын бүлдереп.
– Эй, улым, – тине бабай, – хәҙер миңә ниндәй генә фатир кәрәк булһын инде... Тыуған яғына яҡынлашҡан һайын тағы ла нығыраҡ ҡартая төшкәндәй тойолған Рәшит бабай, улына өндәшмәһә лә, иң һуңғы «фатир»ы – мәңгелек йорт хаҡында уйлана ине...
Бик күп ауылдар һәм бер нисә ҡаланы үттеләр. Күргән бер ҡала һәм ауылға һоҡланып барҙы Рәшит бабай. Эйе, ысынлап та, тормош үҙгәргән. Нисәмә тиҫтәләгән йылдар элек әрмегә киткәндә лә Өфөгә тиклем ошо юл менән барғайны. Ни өсөндөр башҡорт ауылдарында элекке һымаҡ һалам башлы өйҙәр, кәкере-бөкөрө һикәлтәле юлдар, ярлы кейенгән кешеләрҙе күрер һымаҡ тойола ине ошоғаса.
– Шамил улым, һеҙ ҙә Европа, Америка илдәренә тигеҙләнеп киләһегеҙ икән, – тип ысын күңелдән шатланып барҙы.
– Тигеҙләнеү түгел, бер заман үтеп тә китәсәкбеҙ, олатай, – тине Шамил күңелле генә. Рәшит бабай тағы ла уйға сумды. Ниндәй рәхәт үҙ телендә һөйләшеп барыуҙары, етмәһә, яҡын туғаның менән! Ул бит етмеш йылға яҡын башҡортса һөйләшкәне юҡ. Өнмө был, төшмө? Ҡарттың уйҙарының осо-ҡырыйы булманы. Олатаһы йоҡлап бара икән, тип уйлаған Шамил уны үҙенең хәбәрҙәре менән башҡаса борсоманы. Ә бабай иһә бер секундҡа ла үҙенең уйҙарынан арына алманы.
– Улым, туҡта әле, – тине ауыл ситендәге зыяратҡа етәрәк. Машина геү итеп килеп зыярат тапҡырында туҡталды.
– Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштарға обелиск, – тип аңлатты Шамил, зыяраттан ситтә айырым кәртәләнеп алынған, башында ҡыҙыл йондоҙ торған ҡоролмаға күрһәтеп. – Был исемлектә һин дә бар, олатай, Еңеүҙең илле йыллығына ҡуйған инек.
Ысынлап та, ҙур ғына исемлектә бергә уйнап үҫкән ауылдаш малайҙарының, башҡа ағайҙарҙың исемдәре араһында Фәйзулла ағаһы менән йәнәш: «Һөйәрғолов Рәшит Шаһимарҙан улы 1921 – 1941» тигән яҙыуҙы күҙ йәштәре аша уҡыны Рәшит бабай. Унан һуң әруахтар өсөн Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылып алдылар һәм зыяратҡа инделәр.
– Быныһы ҡартатайымдың ҡәбере, – тине Шамил, – йәнәшәһендә – ҡәртәсәйем.
Рәшит бабай Талха ағаһының, Мәрхиә еңгәһенең ҡәбер таштарына яҙылған исемдәрҙе уҡыны. Тирә-йүндә ауылдаштарының ҡәберҙәре бик йыш урынлашыуына ҡарамаҫтан, Талха ағаһының янында тағы ла буш урын бар икәнен байҡап алды. «Әлхәмдүлилләһ», тине эстән генә...
Хәлил Һөйөндөков.