Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
9 Май 2023, 09:05

Үлгәндән һуң үткән тиҫтә йылдар

Мин дә контузия алып, үлгән һымаҡ ятҡанмын. Беҙҙе – ете-һигеҙ һалдатты, тейәп алып ерләргә алып киткәндәр. Бреслау ҡалаһы янындағы Хермансдорф зыяратына күмергә алып килгәндәр. Бында ошо ҡала янындағы ҡаты алыштарҙа һәләк булған совет һалдаттары ерләнгән. Ике-өс һалдат беҙгә ҡәбер ҡаҙа башлаған. Үлгәндәр ат арбаһында ятҡанбыҙ...

Үлгәндән һуң үткән тиҫтә йылдар
Үлгәндән һуң үткән тиҫтә йылдар

Үлгәндән һуң үткән тиҫтә йылдар...”

Ғәйзулла Мөхәмәт улы Әблүзин 1926 йылда Баймаҡ районының Байыш ауылында донъяға килгән. Бөйөк Ватан һуғышы яугирен яҡташтары “үлеп терелгән ветеран” тип тә йөрөтә. Ветерандың йортонда уның “үлгән һәм ерләнгән” көнөн, урынын күрһәткән “Хәтер” китабы ла ҡәҙерләп һаҡлана. Ҡаһарман ветераныбыҙ яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн”, Жуков миҙалдары менән бүләкләнә. Улар янында тыныс тормошта намыҫлы хеҙмәте өсөн бирелгәндәре лә урын алған, юбилей миҙалдары ла өҫтәлгән. Бөгөн ветеран менән уның тормош юлы, күңелендә ҡәҙерләп һаҡлаған хәтирәләре тураһында әңгәмәләштек.

- Ғәйзулла олатай, йылдар үтә бара кеше үҙенең бала сағын һағынып иҫкә ала...

- Һәр кемгә бала саҡтың ғәмһеҙ мәле ҡәҙерле инде ул. Беҙҙең быуынға атай-әсәй ҡосағында туйғансы иркәләнеү, уйнау-шаярыу эләкмәне. Шулай ҙа донъяға эскерһеҙ ҡараш менән баҡҡан кескәй саҡтар һәр кем өсөн яҡын. Миңә лә шулай.

- Һеҙҙең бала саҡ нисек үтте һуң?

- Атайым иртә донъя ҡуйҙы. Миңә ул саҡта ете йәш ине. Шуға күрә өлкәндәр рәтенә лә иртә баҫырға тура килде. Бик теләп, яратып уҡыһам да, дүрт класс белем менән генә тороп ҡалдым. Әлбиттә, әсәйем зиһенлегемде күреп, мине мәктәптә уҡытыу өсөн бар тырышлығын һалды. Тәүге уҡытыусым Зыяитдин ағай Раҡаев булды. Класта ете уҡыусының барыбыҙ ҙа малайҙарбыҙ. Эй, ҡыҙыҡ була торғайны: уҡып та өлгөрә инек, шуҡлыҡтар ҡылып та. Тик дүрт класты бөткәс, әсәйемә ни тиклем ауыр икәнлеген күреп, тулы белем тураһында хыялды ҡалдырырға тура килде.Урғаҙа” колхозына бәрәс, быҙау ҡарарға, унан һыйыр көтөргә сыҡтым.

- Ә иң ауыры нимә булды?

- Ул заманда ҡыйынлыҡтар хаҡында уйларға ваҡыт булдымы икән? Халыҡ яҡты киләсәк, коммунизм төҙөү хыялы менән янып йәшәне. Кешеләр, өлкәндәр генә түгел, балалар ҙа, тормош мәғәнәһен ысын һәм дөрөҫ социалистик ҡоролош төҙөүҙә күрҙе. Шуға күрә һәр кем бер эштән ҡурҡмай, сат йәбешеп эшләне. Шулай ҙа техниканың (ҡайҙан инде ул саҡта!), аттарҙың етмәүе үҙәкте өҙгәнен хәтерләйем. Әсәйем мәрхүмә менән үгеҙ егеп ер һөрә инек. Үгеҙ бит – йылҡы маллы түгел. Ул тиҫкәреләнергә әҙер генә тора. Үгеҙҙән нығыраҡ ҡарышып, ҡара тиреңде түгеп, ерҙе һөрөп бөтөргә тырышаһың. Әлбиттә, көндө-төнгә ялғап, бер туҡтауһыҙ эшләгән әсәйемде бик йәлләй инем. Атайым мәрхүм булғас, уға ныҡлы терәк булырға тырыштым.

- Һуғыш алдынан да, утлы йылдар мәлендә бигерәк тә, ул ваҡыттағы әсәйҙәргә ҙур ауырлыҡтар төшкән бит...

- Эйе, беҙҙең әсәйҙәр, өләсәйҙәр, апайҙар, инәйҙәр үҙ иңдәренә илгә, тыуған ергә килгән бар ауырлыҡтарҙы, ҡайғыларҙы алыр көс тапты. Һәр өйҙә ишле бала, ирҙәр һуғышта, ә игенен сәсер-урыр кәрәк, башҡа бар эштәрҙе лә икеләтә арттырып үтәп барыу мөһим. Тылдағы етештергән, әҙерләгән бар нәмә фронтҡа китә. Барыһы ла “Еңеү өсөн!” лозунгыһы менән эшләнде. Таң атмаҫ элек эшкә тотонған ҡатындар төнөн дә ял итмәй, һалдаттар өсөн ойоҡбаш-бейәләй бәйләп ултырыр ине. Көслө әсәйҙәр – көслө ҡатындар заманы булды ул. Ә бит береһенең ауыҙынан зар һүҙе ишетелмәне. Күҙ йәштәрен дә балалары күрмәгәндә түккәндер улар.

- Һуғыш башланған көндө хәтерләйһегеҙме?

- Әлбиттә. Был ҡара көн йөрәгемдә мәңгелеккә уйылып ҡалды. Бесәндә инек. Йән-фарман сабып килеп еткән һыбайлы: “Һуғыш! Һуғыш башланған! Герман беҙҙең илгә һөжүм иткән!” - тип һөрән һалды. Тәүҙә өнһөҙ ҡалған халыҡ, илаша башланы. Тәүге көндән ир-егеттәр фронтҡа китте. Ул саҡта беҙ һуғыштың оҙаҡҡа һуҙыласағын белмәй инек әле. Яуға киткән ағайҙар ҙа: “Борсолмағыҙ, бер-ике айҙа дөмөктөрөп ҡайтабыҙ беҙ фашистарҙы!”- тип әйтеп китер ине. Тик оҙайлы һәм ныҡлы әҙерлек менән илебеҙгә баҫып ингән дошмандарҙы еңеү өсөн нисәмә миллион ҡорбан килтерергә тура килде!..

- Ошо ҡайғылы көндән һуң ауыл тормошо ла ҡырҡа үҙгәргәндер инде?

- Эйе. Быға тиклем кисергән ауырлыҡтар сүп кенә булып күренә башланы. Иң тәүҙә ауылдан эш йәшендәге ағай-олатайҙарҙың яуға китеп бөтөүе ауыр ине. Тормош бөтөнләй икенсе төҫ алды. Миңә ун биш йәш ине. Әммә миңә лә, башҡа тиҫтерҙәремә лә, хатта балаларға ла өлкәндәр яуаплылығы һалынды. Колхозда төрлө эштәрҙә йөрөйөм, барыһын да өлгөрөр генә түгел, ә теүәл һәм намыҫ менән башҡарырға кәрәк. Иң ауыры – ауылға ҡара ҡағыҙҙар килә башлағас башланды. Ауылдаштарыбыҙҙың яуҙа һәләк булғаны ишетелһә, барыбыҙҙы ҡайғы һөрөмө ҡаплай. “Нисек инде улай? Яңыраҡ ҡына бергә бесән саптыҡ. Ул көлә-көлә хәбәр һөйләй ине...” Бына шундай уйҙарҙы кисереүе бигерәк ауыр ине. Үлемде ҡабул итеүе, аңлауы бик ауыр. Бигерәк тә йәштәрҙең әжәлен кисереүе ҡыйын. Ауылда илау-һыҡтау тауыштарының йыш яңғырауына күңел барыбер өйрәнә алманы...

- Һеҙ – көн-төн эштән бушамаған ун биш йәшлек үҫмер ниҙәр хаҡында хыяллана инегеҙ?

- Һуғышҡа китеү тураһында. Ул ваҡытта үҫмерҙәр генә түгел, балалар ҙа фашистарға ҡаршы һуғышҡа барырға хыяллана ине. “Барып шуларҙы дөмөктөрөп ҡайтырға ине! Һәләк булған ағайҙар өсөн үс алырға! Кәрәктәрен бирергә!”-тигән дыуамал уй баштан китмәй ине. Мотлаҡ яу эсендә булырға тейешмен тип уйлай инем . Һәм, әлбиттә, һәр кем Еңеү таңының тиҙерәк атыуы тураһында хыялланды.

- Күрәһең, яуға ынтылыуығыҙ хәрби хеҙмәткә иртә алыныуығыҙға сәбәпсе булғандыр?

- Шулайҙыр. Ун ете йәшем тулыуға бер ай ҡалғас, хәрби хеҙмәткә алындым. Күңелдә бер ниндәй ҡурҡыу тойғоһо юҡ, йөрәк “ниһайәт! “ тип атлығып тибә. Йәшлек тә түгел, балалыҡ инде. Мин хәрби хеҙмәткә алынғас та, фашистарҙың алдына барып баҫып, улар менән һуғыша ла башлармын тип хыяллана инем. Әммә беҙҙе урманда урынлашҡан Алкино хәрби гарнизонына алып килеп урынлаштырҙылар. Хәрби тактика, ҡоралдан атыу һ.б. өйрәтә башланылар. Тиерәк яуға инеү теләге менән барыһын да һеңдерергә, ныҡлап һәм тиҙерәк өйрәнергә тырыштым. Шуға күрәлер инде мине башҡаларҙан айырып маҡтай торғайнылар. Уйламағанда кесе командирҙар әҙерләү курсына уҡырға ебәрҙеләр. Шул саҡтағы хафаланауым! Минең дүрт класс белемем менән генә ниндәй командир сыҡһын тип аптырандым, быны команирға ла еткерҙем. “Һинән сығасаҡ!”- тигән ҡәтғи яуап ишеттем. Тынысландым һәм тырышып уҡыға тотондом. Алты ай уҡығандан һуң, Ырымбур өлкәһенең Тоцк хәрби лагерына киттем.

- Фронтҡа ҡасан барып индегеҙ?

- Яуға 1944 йылдың ноябрендә 359-сы уҡсылар һәм 395-се пехота дивизияһының 6-сы армияһының Беренсе Украина фронты составында индем. Көнбайыш Украина, Польша ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаштым. Ул ваҡытта Гитлер ғәскәренең хәле бөтә башлаһа ла, алыштар бик ҡаты барҙы. Фашистар еңел генә бирелергә теләмәй ине. Шундай ҡаты алыштарҙың береһендә янынма көслө шартлау яңғыраны. Ҡалғанын хәтерләмәйем. Аңыма килгәндә госпиталдә ята инем. Тиҙерәк яуға ҡайтырға ынтылһам да, шартлау ваҡытында алған контузия арҡаһында, ике ай госпиталдә ятырға тура килде.

- Йүнәлгәс тә, фронтҡа киттегеҙме?

- Эйе. Күңел дә яуға бигерәк ашҡынып тора ине. Сөнки Еңеү яҙының яҡынлауын беҙ ҙә, фашистар ҙа яҡшы тоя ине. Бигерәк тә Германияның Бреслау (хәҙер Вроцлав) ҡалаһында барған алыш әле лә хәтерҙә. Хәрби машиналар етештереүсе ҡеүәтле индустрия үҙәгенә әйләнгән Бреслау янында завод һәм концлагерь урынлашҡан ине. Ҡеүәтле ҡәлғәне азат итеү бурысы мин хеҙмәт иткән армия һалдаттарына бурыс итеп ҡуйылды. Дошмандар крепость-ҡаланы тиҙ генә ташлап китергә, бирергә йыйынмай: әле унан, әле тегенән атыу тауыштары яңғырай. Һәр йорт, һәр фатир, һәр подвал, һәр ҡыйыҡ өсөн беҙгә ныҡлап һуғышырға тура килде. Фашистар әсиргә эләккәнсе, үлеүен мең артыҡ күреп, һуңғы көстәренә тиклем алышты. Күрәһең, улар беҙҙең һалдаттарҙы ҡот осмалы итеп язалаған кеүек, беҙҙең әсирлектә лә уларҙы шундай яза көтә тип уйлағандыр. Әммә беҙҙең ил фашист әсирҙәренә кешелекле ҡараш күрһәтте. Германия совет һалдаттарын, халҡын үлем концлагерҙарында язалаһа ла, улар өҫтөнән ҡот осҡос тәжрибәләр үткәрһә лә, беҙҙең ил ундай түбәнселеккә, хәшәрәтлеккә төшмәне. Ошо Бреслауҙы алғанда ла беҙҙең ғәскәр бик күп һалдаттарын юғалтты.

- Һеҙ ҙә ошо ҡаты алышта бик ҡаты яраланаһығыҙ, хатта ошондағы хәл-ваҡиғаларҙан һуң әле баймаҡтар ғына түгел, тотош республика һеҙҙе “үлеп терелгән һалдат” тип йөрөтә. Ошо хаҡта тулыраҡ һөйләп үтһәгеҙ ине.

- Мин үҙемдең үлеп терелгәнемде белмәй ҙә инем. Госпиталдә ятам. Ҡолағым да ишетмәй, күҙем дә күрмәй. Бер айҙан ашыу ваҡыт үткәс, әкренләп күрә һәм ишетә башланым. Бер нәмә лә хәтерләмәйем. Һораша башланым: “Минең менән нимә булды?”-тип. Яныбыҙҙа ғына шартлау булғанын белдем. Ул ваҡытта мин “Максимка” пулеметында первый номер инем. Ә Баймырҙа ауылынан Арсланов Таһир Ибраһим улы – ул өлкән йәштәге ағай булды – второй номер йәғни минең пулеметҡа патрондар ташып тороусы ине. Шул шартлауҙан һуң, ул бомбаның ярсыҡтары булмаһа ла, тулҡыны бик көслө, хатта ҡалын-ҡалын стеналарҙы емерә, мине бер яҡҡа, Таһирҙы икенсе яҡҡа, пулеметты ла әллә ҡайҙа алып быраҡтырған. Таһир шунда уҡ үлгән. Мин дә контузия алып, үлгән һымаҡ ятҡанмын. Беҙҙе – ете-һигеҙ һалдатты, тейәп алып ерләргә алып киткәндәр. Бреслау ҡалаһы янындағы Хермансдорф зыяратына күмергә алып килгәндәр. Бында ошо ҡала янындағы ҡаты алыштарҙа һәләк булған совет һалдаттары ерләнгән. Ике-өс һалдат беҙгә ҡәбер ҡаҙа башлаған. Үлгәндәр ат арбаһында ятҡанбыҙ. Шул саҡ мин ыңғырашҡанмынмы әллә ҡыбырлағанмынмы – ҡәбер ҡаҙған һалдаттарҙың береһе быны күреп ҡалған. Ул командирҙарҙың береһенә был хаҡта хәбәр иткән. Башҡаларҙы күмгәндән һуң, мине шул ат менән ялан госпиталенә алып килгәндәр. Ошонда бер ай ятҡандан һуң мин ишетә-күрә башлап, аңыма килгәнмен. Тәүҙә үлгән һалдаттар исемлегендә булғанға, был хаҡта Баймаҡ хәрби комиссариатына хәбәр иткәндәр. Әсәйем дә минең үлемем тураһында ҡара ҡағыҙ алып, ауыр ҡайғы кисергән.

- Ошо хәлдән һуң һеҙ һәр апрелде ниндәйҙер тулҡынланыу, айырым хис-кисерештәр менән ҡаршы алаһығыҙҙыр, тип әйтергә булалыр?

- Эйе, минең үлгән һәм яңынан терелгән айым бит ул – апрель. Эйе, үлгәндән һуң нисәмә тиҫтә йылдар үтеп киткән...

- Шулай ҙа һеҙҙең үлем көнөгөҙ, хатта ерләнгән зыяратығыҙ хаҡында ташҡа баҫылған мәғлүмәт бар бит?

- Шулай, 1945 йылдың апрелендә һәләк булыуым тураһында похоронка килеү ваҡиғаһы минең яңынан терелеүем менән генә тамамланмай әле. Минең исемде “Хәтер” китабына индереп, Германияның Бреслау ҡалаһы янындағы Хермансдорф зыяратында ерләнгән тип яҙып ҡуйғандар. Ул китап миндә лә бар. Әленән-әле ҡарап, шул яуҙа һәләк булған иптәштәремде ҡәҙерләп иҫкә алам. Бөөйөк Ватан һуғышы – беҙҙең ил өсөн ҡот осмалы яу булды. Унда үлеп терелгәндәр ҙә, Еңеү таңынан һуң һәләк булғандар ҙа, хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа күп булды шул...

- Һеҙ Еңеүҙе ҡайҙа ҡаршы алдығыҙ?

- Ауыр хәлдә госпиталдә. Шулай ҙа йәш организм ауыр яраларҙы ла еңеп сыға алды. Көндән-көн һаулығым яҡшыра башланы, яңынан сафҡа баҫтым. Һуғыш тамамланһа ла, ҡайтманым әле, хеҙмәтемде дауам иттем. 1949 һәм 1950 йылда отпускыға ғына ҡайтып киттем. Үҙәк хәрби төркөмдәр армияһы сафында Германия, Венгрия, Австрия, Чехословакия илдәрендә хеҙмәт иттем. Алты йыл буйы сит илдәрҙә йөрөнөм. Тыуған яғына 1951 йылда ғына ҡайтып төштөм. Әсәйем апаһы менән Баймаҡта йәшәй ине.

- Хеҙмәт юлығыҙ ҡайҙа дауам итте?

- Мин дә Баймаҡ баҡыр иретеү заводының автогаражында слесарь булып эшләй башланым. Күпмелер ваҡыт үткәс, “заводҡа эшселәр етмәй” тип беҙҙе – йәш слесарҙарҙы заводҡа эшкә алып килделәр. Эш бик ауыр ине. Противогаз менән инәһең, руда ауҙарған ерҙә загрузкала торабыҙ. Газ, һөрөм еҫе. Алты сәғәтлек кенә эш, аҡсаһы ла һәйбәт булһа ла, госпиталдәрҙә алған контузияларым үҙен һиҙҙерә башланы. Ауылдағы туғандарым: “Үләһең унда газ еҫендә, ҡайт”,-ти башлағастар, Байышҡа колхозға ҡайттым. Тағылмалы комбайнда эшләнем. Унан Асҡындағы комбайнсылар курстары тураһында гәзиттән уҡыным да, шунда уҡырға киттем. Һигеҙ ай уҡып ҡайттым. Байышта яңынан-яңы комбайндарҙа дүрт йылға яҡын эшләнем. Унан һауын гуртының бригадиры булдым. Уйламағанда һатыусы эшен ҡушып ҡуйҙылар. Унда һигеҙ йыл эшләнем. Артабан агроном, бригадир һ.б. ауыл хужалығы тармаҡтарында эшләргә тура килде.

- Һеҙ ҡатынығыҙ Хәмиҙә инәй менән бик бәхетле ғүмер кисергәнһегеҙ...

- Эйе, 1954 йылда бик яратышып өйләнешкәйнек. Ете балаға ғүмер бирҙек. Ҡатыным менән ҡараштан ғына аңлашып, татыу, бәхетле итеп 57 йыл бергә йәшәп ҡалдыҡ. Һуғыш михнәттәре, һуғыштан һуңғы ауыр йылдар, хатта ауыр тән яралары ла һындыра-бөгә алмаһа ла, ҡатынымды юғалтҡас, күңелем кителеп, йөрәгем туҡтағандай булды. Унан мине матур итеп ҡарап, тәрбиәләп бергә йәшәгән ҡыҙымды юғалттым. Был да яҙмыштың ауыр һынауы булды. Ғөмүмән, ғүмерлек йәреңде, ғәзиз балаларыңды юғалтыуы тормоштоң иң ауыр ҡайғыһы ул. Әммә был донъянан беҙ үҙебеҙ кисерергә тейешле һынауҙарҙы күрмәйенсә китмәйбеҙҙер инде.

- Ғәйзулла олатай, һеҙ ысынлап та тормош һынауҙарын лайыҡлы күтәрә беләһегеҙ, әле лә әүҙем тормош алып бараһығыҙ.

- Әҙәм балаһы янып-йәшнәп йәшәргә тейеш. Яуҙа ла, эштә һынатмаҫҡа, алда булырға тырыштым. Сөнки намыҫ-йөрәгем шулай ҡушты. Китаптар, гәзит-журналдар уҡырға бик яратам. “Һаҡмар” гәзитен алдырмаған бер йылым да юҡ. Редакция бүләк иткән ырыуҙар энциклопедияларын ентекләп өйрәнәм, уҡыйым. 85 йәшкә тиклем рәхәтләнеп ике машинала йөрөнөм. Береһен ҡунаҡҡа һәм Баймаҡҡа барыу өсөн генә файҙаландым, “уазигымды” хужалыҡ эштәрендә тотондом. Район етәкселегенә рәхмәт, һәр сараға саҡыралар. Ағас ултыртыу эштәрендә ҡатнашырға яратам. Кешенең изге эштәре ҡалған кеүек, үҙе үлгәс, үҙ урманы ла шаулап үҫергә тейеш.

- Еңеү байрамын ниндәй хис-тойғолар менән ҡаршы алаһығыҙ?

- Бөйөк Ватан һуғышын үткән яугирҙәр сафы бик һирәгәйҙе. Тиҙҙән беҙ ҙә – Еңеү һалдаттары – тере тарихҡа әүерелеп, мәңгелек донъяға китеп бөтөрбөҙ. Әллә нисәмә миллион ҡорбан менән килтерелгән Еңеүҙең, илебеҙҙең ҡаһарман тарихын йәштәр, киләсәк быуындар онотмаһын, ҡәҙерләп һаҡлаһын ине. Тыуған илдең, тыуған тупраҡтың ҡәҙерен белгән, илһөйәр балалар үҫһен. Илебеҙ һәр саҡ ҡеүәтле, ныҡ булһын! Бөйөк Ватан һуғышы һәр йортҡа, һәр ғаиләгә ҡағылды. Бына шул ҡаһарман, данлы тарихыбыҙҙы ҡәҙерләп һаҡлай һәм быуындан-быуынға тапшыра белегеҙ.

- Ғәйзулла олатай, бар баймаҡтар, бар илебеҙ халҡы исеменән һеҙгә – Еңеү һалдатына оло рәхмәтебеҙҙе еткереп, алдығыҙҙа хөрмәт менән баш эйәбеҙ. Беҙҙе ҡыуандырып оҙон-оҙаҡ, һау-сәләмәт һәм бәхетле булып, йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ!

Гүзәл Иҫәнгилдина әңгәмәһе.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: