Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
9 Май 2023, 13:35

ЭТАШАМАҪ (булған хәл)

Аттары Туҡмаҡ йылғаһы, Оҙонкүл буйында тибендә йөрөгән. Зәйнитдин апа: “Аттарҙы ашатмай, өйөрөп ҡуйған”,-тип Эташамаҫты әрләй-әрләй барһа, Эташамаҫ ҡанға батҡан, тиреһе ярпылдап бөткән. Йылҡы Туҡмаҡ буйында ине, айғыр уларҙы ауылға яҡынайтып ҡыуып алып килгән. Зәйнитдин апа был хәлгә хафаланып “берәй йылҡыны бүре йыҡманымы икән” тип артабан сапҡан. Ни күҙе менән күрә – ике бүре үлеп ята икән. Эташамаҫ бер баш йылҡыны ла бүреләргә бирмәгән. Улар менән алышҡа сығып, йыртҡыстарҙы үлтергән. Ошо ваҡиғалар тураһында һөйләгәндә Зәйнитдин апаның күҙҙәренән йәштәр аға торғайны...

ЭТАШАМАҪ (булған хәл)
ЭТАШАМАҪ (булған хәл)

Тормош сәхифәләре

Эташамаҫ

Алыҫтарҙан күренгән, ай, күренгән

Ирәндеккәй тауының аҡ ташы.

Ҡайҙа бармай, ниҙәр күрмәй

Ир-егеткәй менән ат башы.

Бер аҙ үҙем тураһында мәғлүмәт. Мин 1937 йылдың 19 майында Муллаҡай ауылында ғаиләлә бишенсе бала булып ярлы крәҫтиән ғаиләһендә (һөтсөлөк фермаһында) тыуғанмын. Бала ваҡыттан атты ныҡ яратҡанмын. Әсәйемдең һөйләүенсә, “атайың һине бикләп ҡуя торғайны, ат менән булышып һарайҙа тик йөрөп” тип. Мин 4 йәшемдә үҙаллы һыбай йөрөй алғанмын. Атайымдың ике аты булды – Малай һәм Егет ҡушаматлы. Улар шул тиклем аҡыллы ине, мин уларҙың аҫтынан үтә сығып йөрөгәнмен. Әсәйемдән урлап ҡына икмәк йә шәкәр ашатҡанмын. Улар райондағы, колхоздағы һабантуйҙарында, ат сабыштарында алдынғы урынды биләй ине.

Беҙҙең атайыбыҙ Рамаҙан Шәһивәле улы Билалов 1939 йылдан 1942 йылдың 16 июненә тиклем “Октябрь” колхозының рәйесе булып эшләп, 2 атын алып һуғышҡа китте. Атайымды Баймаҡҡа хәтлем оҙатып мин дә барҙым. Тәүге туҡталыш Сереккүлдә булды. Аттарын ашатып ял итеп алдылар, шунан Баймаҡҡа етеп барғанда туҡтап ял иттек. Ҡарауыл ҡуйҙылар ҙа, шунда ятып йоҡланыҡ. Төндә урыҫтар килеп бәйләнеп, һуғышып бөттөләр. Икенсе көнөнә Баймаҡта аттарҙы машиналарға тейәнеләр, Малай менән Егет икеһе бер транспортта ине. Мин уларҙы ҡысҡырып саҡырыуыма, икеһе лә кешәнәп яуап бирҙе. Машиналар ҡуҙғалып киткәс, уларҙың артынан илай-илай бик оҙаҡ йүгереп барҙым. Атайым миңә: “Улар барып сабыша ла, ҡайта”,-тине.

Ҡайҙан ғына ҡайтһындар инде! Мин уларҙы бик һағына инем. Ҡойма башына менеп, күрше апаның атына оҙаҡ итеп ҡарап ултыра торғайным. Ул миңә атының янына барырға ла рөхсәт итмәне. Атайым: “Ул Герой бабай, аттарҙы көтә. Мәскәүҙә булып ҡайтҡан, уға орден биргәндәр”,-тип әйтә торғайны. Мин һуңынан ғына белдем, беҙҙең күрше Заһретдин апа Вәлиев булған икән. Яҡшы уңыштарға ирешкән өсөн республикала беренселәрҙән булып Ленин ордены биргәндәр. Ул апа йылҡы көтөп, һәр бейәнән берәр ҡолон алғаны өсөн оло баһаға лайыҡ була. Колхоз өй һалдырып бирә. Бына ошо Заһретдин апа Эташамаҫ тигән айғырҙы бер бейәгә алмаштырып Түбә ҡасабаһынан алып ҡайта. Был ваҡиға 1939 йылда була. Эташамаҫ ҡушаматлы айғырҙың сығышы бына ҡайҙан ул. Һауын ваҡыты етһә, сығып ҡысҡырабыҙ ҙа, Эташамаҫ бөтә бейәләрҙе үҙе һауынға алып ҡайта торғайны. Уның тураһында беҙгә – беренсе класс балаларына легенда итеп Фатима исемле уҡытыусы апай һөйләй ине: уның батырлыҡтарын, аҡыллылығын, нисек итеп бүреләрҙе туҙҙырғанын.

Беҙҙең ҡарт олатай Билал ҡарттың 5 балаһы була: Ғилман, Шаһивәле, Исмәғил, Бибиғәйшә һәм Зөһөрә өләсәй. Шул Зөһөрә өләсәй Иҫәнбәт ауылына, күренекле Сураш батыр нәҫеле Әхмәтшәрәф олатайға кейәүгә сыға. Бик күп мал аҫрап Иҫәнбәт ауылында йәшәйҙәр, уларҙың 8 балаһы була. Иң өлкән улдары Әширәф ағай данлыҡлы шахтер Социалистик Хеҙмәт Геройы була. Сибай ҡалаһында йәшәнеләр, хәҙер мәрхүм инде. Илдә барған сыуалыштар, “кулактарҙы бөтөрөү” уларҙы ла урап үтмәгән. Ошо ваҡиғаларҙан ҡурҡып Әхмәтшәрәф олатай ҡайһы малын һатып, күбеһен яңы төҙөлә башлаған колхозға бушлай биреп, ҡотолоп ҡала. Һуңынан Иҫке Сибайға күсеп бара.

Элек мал ауырыуҙары күп булған, аттар сирләгән (һаҡау, ҡорсаңғы, шатун һ.б. сир). Ошо Эташамаҫ тигән ҡолондоң исеме лә ауырыу сәбәпле килеп сыҡҡан. Ул бик ауырыған, тәне эрен менән ҡапланған (тишелеп аҡҡан). Әхмәтшәрәф олатай был ҡолон мал булмай тип ҡыйлыҡҡа ташларға ҡушҡан һәм “уны эт тә ашамаҫ” тигән. Шул ауылдан бер кеше ҡолондо ҡыйлыҡтан алып ҡайтып, йыуып, укол эшләтеп, һыйыр һөтө эсереп, йүнәлтеп аяҡҡа баҫтыра. Ҡолонсаҡ матур булып үҫеп етә һәм уны 2,5 йәшендә Түбә ҡасабаһында йәшәгән Смирнов тигән урыҫҡа һаталар. Атайым һөйләүе буйынса Эташамаҫ тигән үҫмер айғырҙы 3 йәшендә Түбәнән бер баш быуаҙ бейәгә алмаштырып алғандар.

Атайым киткәс, мин шул тиклем ат һағышына бирелгәнмен. Әсәйем мине бының өсөн ныҡ итеп әрләй ине. Атайым урынына колхоз рәйесе булып Вәлләм Айытбаев тигән кеше килде. Беҙҙең өйҙә ике мәртәбә тентеү үткәрҙе. Атайымдың ҡыш кейгән толобон ат ыңғырсағын, нуҡтаһын алып сығып киттеләр, хатта һунар этен дә, арттарынан һунарға эйәрмәгән өсөн ҡолағынан үтә картеч менән атып киттеләр. Кемдәр икәнен яҙып томайым, сөнки йылдар үтә бара уларҙың һәр береһе үҙенең язаһын алды. Рәйестең күсере булып Яхия ағайым эшләне. 1943 йылдың көҙ айы ине. Ағайыма эйәреп Айытбаевтар йәшәгән өйгә аттарҙы ҡарайым тип барҙым. Унда һарай эсендә 4 ат тора ине. Шуларҙың 2-һе өйөр айғыры Эташамаҫ менән Күкайғыр, икәүһе рәйестең екке аттары булды. Яхия ағайым айғырҙарҙы ла ҡарай торғайны. Мин дә шунда буталып, ярҙамлашып йөрөнөм. Бер көн Айытбаевтар өйөнә ике санаға тейәлеп күмәк кеше килде. Ағайым: “Врачтар килде, ауырыған Күкайғырҙы ҡарарға”,-тине. Мин ситтә генә тыңлап торҙом. Ысынлап та Күкайғырҙың бото ныҡ шешкән ине. Берәүҙәре “һыуыҡ тейгән”, икенселәре “бейә типкән” тине. Дауаларға тигән ҡарарға килделәр. Тик Күкайғыр йүнәлмәгәс, уны һуйҙылар. Айғырҙың нимә менән ауырығанын мин үҙем мал табибы булып эшләй башлағас ҡына аңланым. Тик ул ваҡытта дарыуҙар юҡ ине шул.

Күкайғырҙы ҡарарға килгән кешеләр араһынан бер өлкән генә ағай: “Бирегеҙ минең айғырымды. Йылҡы таралып бөттө, йыйып алып булмай”,-тигәйне. Ул Зәйнитдин апа Дәүләтҡолов булған. Заһретдин апаның урынына йылҡы көтөргә ҡалған кеше. Көтөүсе Эташамаҫты ҡайтарыуҙы талап иткән икән. Сөнки ул айғырҙың иҫ китмәле һыҙаттары бар ине: үҙенең өйөрөнә ситтән бер баш малды ла индермәй, үҙенекен дә сығармай. Эташамаҫ Зәйнетдин апаның Ҡола атын ғына үҙенә яҡын килтергән. Ҡалғандар янына бара ла алмаған. Мал эҙләгән һыбайлылар: “Эташамаҫтың өйөрө ҡайһы тирәлә йөрөй икән?”,-тип ҡурҡышып бер-береһенән һорашып ҡына йөрөгән. Аҡыллы айғыр үҙенең өйөрөндә үҫмер айғырҙарҙы, өлкән һәм йәш бейәләрҙе айырып тотҡан. Зәйнитдин апа: “Мин йәш йылҡыны көтмәнем, уларҙы Эташамаҫ үҙе ҡараны. Уның бер кешәнәүенән аттар бер урынға өймәкләшеп торор ине”,-тип һөйләй торғайны.

Эйе, Эташамаҫ бик ныҡ уҫал, аҡыллы, аңлы һәм ҡыйыу мал булды. Зәйнетдин апа һөйләп бөтөрә алмай ине уның мажараларын. Эташамаҫтың өйөрө торған ергә хатта эттәр ҙә барырға ҡурҡҡан, яҡынламаған.

1943 – 1944 йыл. Ғинуар бөтөп барғанда Зәйнитдин апа йылҡыға барып ҡайтайым тип сығып китә. Аттары Туҡмаҡ йылғаһы, Оҙонкүл буйында тибендә йөрөгән. Зәйнитдин апа: “Аттарҙы ашатмай, өйөрөп ҡуйған”,-тип Эташамаҫты әрләй-әрләй барһа, Эташамаҫ ҡанға батҡан, тиреһе ярпылдап бөткән. Йылҡы Туҡмаҡ буйында ине, айғыр уларҙы ауылға яҡынайтып ҡыуып алып килгән. Зәйнитдин апа был хәлгә хафаланып “берәй йылҡыны бүре йыҡманымы икән” тип артабан сапҡан. Ни күҙе менән күрә – ике бүре үлеп ята икән. Эташамаҫ бер баш йылҡыны ла бүреләргә бирмәгән. Улар менән алышҡа сығып, йыртҡыстарҙы үлтергән. Ошо ваҡиғалар тураһында һөйләгәндә Зәйнитдин апаның күҙҙәренән йәштәр аға торғайны. Сөнки элек һәр юғалған баш мал өсөн көтеүсе үҙе яуап биргән. Эташамаҫты, йылҡылары менән алып ҡайтып, Темәстән табиптар саҡыртып, айғырҙың бүреләр йыртҡыслаған тиреһен 3-4 урындан тегеп, дауалап алғандар.

Борон-борондан башҡорттарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре буйынса ете быуын үтмәй тороп, үҙ туғандарына кейәүгә сығырға йәки кәләш алырға рөхсәт итмәгәндәр. Бына ошо туғанлыҡ сифаттары тип әйтәйемме, сафлыҡ, аңлылыҡ хайуандарҙа ла бар. Бының ҙур дәлилен килтерәйем. Эташамаҫ өйөр айғыры булып 3-4 йыл эшләгәс тә, ул өйөрҙә аһау (түлһеҙ) бейәләр йылдан-йыл күбәйә. Был аңлы, бер үк ваҡытта хаталы хәлдең сере ниҙә тора һуң? Эташамаҫ өйөр айғыры булараҡ, үҙенең өйөрҙәге “ҡыҙҙарын” тороҡтормаған, һөҙөмтәлә аһау бейәләр күбәйгән. Был хәлде һуңынан ғына белеп ҡалалар. Шуға күрә Баймаҡ совхозынан бер баш бейәгә алмаштырып айғыр алып ҡайталар. Уны Кирайғыр тип йөрөттөләр (ҡыҙыл ҡола, сысҡан һыртлы, бик һылыу ине). Эташамаҫтың ҡыҙҙарын айырып, яңы өйөр булдырып Кирайғырға бирәләр. Ул ваҡытта беҙҙең колхоз “Беренсе май” колхозы менән бергә ҡушылған ине. Тоҡом бейәләрен бергә туплап Эташамаҫ менән бергә Иҙрис бригадаһына бирҙеләр. Өлкән Иҙристә Мозафар ағай Мусин, бәләкәй Иҙристә Далха еҙнәй Йомағужин көтөүсе булды.

Эташамаҫтың тағы бер яҡшы яғы булған. Ул бер ваҡытта ла йылҡыны иген баҫыуҙарына төшөрмәгән, ә ситләтеп кенә йөрөткән. Эташамаҫтың шул тиклем уҫаллығын аттар уның бер кешәнәп баш һелкеүенән дә аңлаған. Ул ҡолонсаҡтарҙы ысынында ла атайҙарса һаҡлаған, ел-ямғыр тейҙермәгән. Эташамаҫтың мажараларын Далха еҙнәй бик күп һөйләй торғайны: нисек итеп темәстәрҙең йылҡыһының өйөр айғырын талап Ҡарағай моронға алып барып ташлаған, Түбә халҡының аттарын да ауылдарына тиклем ҡыуалағанын һ.б.

Элек беҙҙең колхозда күп итеп ҡымыҙ етештерҙеләр, ошо шифалы эсемлектең иң тәмлеһе беҙҙә етештерелә ти торғайнылар. Был эштә Зөлхизә Мусина, Зөлхизә Йомағужина апайҙар эшләне. Майҙың аҙағы июнь башында бөтә һауын йылҡыһы менән йәйләүгә күсеп сыға торғайнылар. Иң тәүҙә Ҡараташ аҫтына, июль, август айҙарында Талҡаҫ аҫтында яттылар. Элек ҡымыҙ алыусылар күп булды, бөтә юлаусылар туҡтап үтә ине. Ял йортон да ҡымыҙ менән тәьмин иттеләр. Колхоз идараһының ҡарары буйынса ҡымыҙҙы үҙ халҡына, бигерәк тә бесән эшләгән осорҙа, бушлай тараттылар. Теләктәре булһа, үҙҙәре ҡымыҙ эшләп эсһен тип, 5-6 бейәне ҡолондары менән бригадалар ҡарамағына бирә торғайнылар. Шулай уҡ колхоз идараһы өлкән Күгат һәм Эташамаҫҡа, уларҙың хеҙмәтенә баһа итеп, “үҙҙәре үлгәнсе йәшәһендәр” тигән ҡарар сығарғандар. Эташамаҫты 12 бейәһе менән Өлкән Иҙрис бригадаһы биләмәһе I Завод, III Завод, Бетерә йылғаһы буйында йөрөткәндәр. Уларҙың махсус көтөүсеһе булмаған, эре мөгөҙлө малдың көтөүселәре ҡарамағында булғандар. Эташамаҫ аттарын Бетерә йылғаһы буйында тотҡан, көтөүселәр уларҙы һирәк-һаяҡ ҡына килеп ҡарап киткән.

1951 йылдың июне аҙаҡтарында Муллаҡай бригадалары бесәнселәре Бетерә буйы Киндерҙе уй тигән ергә бесән эшләргә барҙыҡ. Ҡыуышлап яттыҡ, ҡыҙыҡ ваҡиғалар күп була торғайны. Ат көтөүселәре Йосоп Әлибаев һәм Ғәйзулла Уразгилдиндар ине. Улар икеһе лә Эташамаҫты яратманы: “Көтөүҙә йөрөгән эш аттарын баҫтырып, туҙҙырып бөтә шул Эташамаҫ”,-тип әйтә торғайнылар. Минең атайым Рамаҙан Билалов бригадир булып эшләне. Икенсе бригаданы Саттар ағай Бикйәнов етәкләне.

Бер көн ошо бесәнселәр йәйләүенә Зәйнетдин апа Дәүләтҡолов бер улы менән килеп етте. Ул заманда бик көслө йәшенле, оҙайлы яуындар булып ала торғайны. Шул мәлдә Эташамаҫты 4 бейәһе менән йәшен атып үлтерә. Зәйнитдин апа яратҡан айғырын ерләү өсөн, соҡор ҡаҙырға килгән икән. Ике бригаданың мыҡты кәүҙәле егеттәре Зәйнитдин апаға барып ярҙам иттеләр. Зәйнитдин апа Эташамаҫты соҡорға төшөрөр алдынан, айғырҙың башынан ҡосаҡлап, һөйләнә-һөйләнә оҙаҡ итеп илаған.

Бына шулай бик ҡәҙерле, батыр, уҫал, һөйкөмлө, һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булған Эташамаҫ тураһында яҡты хәтирәләр әле лә күңелдәрҙә һаҡлана. Был айғыр колхоздың, бар тирә-яҡтың данын күтәрҙе. Беҙҙең быуын кешеләре Эташамаҫтың иҫ киткес аҡыллы булыуына әле лә һоҡланып бөтә алмайбыҙ. Йылҡысылыҡта юғары хеҙмәт күрһәткестәренә өлгәшкәне өсөн яҡташтарыбыҙ Заһретдин апа Вәлиев Ленин орденына лайыҡ була. Зәйнетдин апа, Мозафар ағай, Далха еҙнәй миҙалдар, Почет грамоталары менән бүләкләнә. Уларҙың ҡаҙаныштарында бар йылҡыны тотоп торған, күҙ ҡараһындай һаҡлаған Эташамаҫтың да өлөшө бар...

Марат Билалов, ветеринар һәм мәғариф хеҙмәттәренең Почетлы ветераны.

Ҡуянтау ауылы.

Мәҡәләне баҫмаға әҙерләүсе Г. Салихованан: Районыбыҙҙа матур легенда булып таралған Эташамаҫтың яҙмышы бәйән ителде һеҙгә. Автор – Марат ағай Билалов юҡ инде хәҙер (урыны ожмахта булһын).

Бар халыҡ яратҡан аҡыллы айғырҙы йәшен һуғыуы ла осраҡлы түгелдер, бәлки. Кеше аҡылы, әҙәми сифаттар бирелгән Эташамаҫ кешеләргә ауыр ваҡытта ебәрелә лә, тормош яйланып, үҙе өлкән йәшкә еткәс, ҡапыл йәшен уты менән кире алына. Ошо үҙе мөғжизә түгелме ни?..

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: