Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
8 Май 2023, 17:00

Тәүге эш хаҡым ... һарыҡ башы булды

- Бына алйот! Һин бит бөтә ауылды малһыҙ ҡалдырырға йөрөйһөң! Бүре балаларының инәләре хәҙер һинең эҙең буйынса ауылға килеп, халыҡтың бөтә малын ҡырып, балалары өсөн үсен аласаҡ. Хәҙер үк уларҙы килгән юлыңдан кире алып барып ташла. Кешегә күрһәтмә! Тағы береһе бүре балаларын алып ҡайтып ҡуймаһын!..

Тәүге эш хаҡым ... һарыҡ башы булды
Тәүге эш хаҡым ... һарыҡ башы булды

Һуғыш йылы балалары хәтирәләренән

Тәүге эш хаҡым ... һарыҡ башы булды...”

2021 йылда республикабыҙҙа һуғыш йылы балалары статусы булдырылды. Был сара ҡәһәрле һуғыш һөҙөмтәһендә балалығын юғалтҡан, атайһыҙ ҡалған быуын өсөн күптән кәрәк ине. Уларҙың һаны әкренләп кәмей, уларҙың башынан үткән ваҡиғалар йәш быуынға еткерелмәй онотолоп бара.

Миңә, һуғыштан һуң тыуғандар вәкиленә, һуғыш йылы балалары менән аралашырға, улар менән бергә эшләргә, уларҙың юғалған бала саҡтары тураһында ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәтирәләрен тыңларға насип булды. Уларҙы гәзит уҡыусыларға ла еткермәксемен.

Рәхмәтулла Ибраһимов, 1928 йылғы, Баймаҡ ҡалаһы:

1942 йылда Баймаҡта, Азанов урамындағы почта артында урынлашҡан ашханаға эшкә төштөм. Ашхана ҡайһы ойошманыҡы булғандыр белмәйем, тимер юлсылары, рудник эшселәре туҡлана ине. Башҡарған эшем, көн һайын утын ярыу, һыу ташыу, йыуынты һыуҙы сығарып түгеү ине. Бер аҙ ваҡыт эшләгәс, “эш хаҡы яҙғанбыҙ, барып ал” тигәстәр, китем. Был минең беренсе эш хаҡым, бөтә уйым иң беренсе итеп күп итеп икмәк алырға һәм туйғансы ашарға ине. Кассаға барҙым, аҡса бирмәнеләр, ҡулыма бер һарыҡ башы тотторҙолар. Ул ваҡытта мал һуйғас та (скотобойняла) һуйылған малдың түшкәләре һуғыштағы һалдаттарға китә, баш-тояғы, эс ҡарыны бындағы эшселәргә ашатыуға ҡулланыла ине.

Килеп эләккән һарыҡ башын берәүһе тартып алып ҡуймаһын тип, урау-урау юлдарҙан Кәкреауылға йүгерҙем. Һарыҡ башына өйҙәгеләр генә түгел, бар күрше-тирә ҡыуанды. Тиҙ генә эшкәртеп аш бешерҙеләр. Күршеләрҙең ҡайһыһы ярма, ҡайһыһы картуф тотоп килде. Аш әҙер булғас иң беренсе итеп күрше-тирәләге ашарҙарына бөтөнләй булмаған ас балаларҙы һыйланылар, аҙаҡтан үҙебеҙҙекеләр ашаны.

Миңә ғүмер буйы эшләргә, эш хаҡы алырға насип булды. Әммә аҡса алған тәүге эш хаҡы итеп һарыҡ башы алғаным иҫкә төштө.

- Һиңә нисә йәш ине?

- Ун дүрт...

Йыһаннур Мусин, 1929 йылғы, Таулыҡай ауылы:

- 1943 йылда беҙҙе, бер төркөм үҫмерҙе, Ижевск ҡалаһының ФЗО-һына ебәрҙеләр. Ундағы шөғөлөбөҙ һуғыш яланында шартлап, ҡыйраған танктарҙы “аяҡҡа баҫтырыу” ине Көнөнә 12 – 14 сәғәт эшләйбеҙ, ашау яғы насар. Малайҙар малайҙар инде, буш ваҡыт булһа, танктар эсенә инеп уйнайбыҙ. Танк эсендәге ҡатҡан кеше ҡаны, танкистарҙың янған кейемдәренең ҡалдыҡтары ла беҙҙе шикләндермәй ине. Ҡайһы бер танктар тикшерелмәй, шартламаған боеприпастар менән килә. Шул боеприпастар шартлап, бер нисә малайыбыҙ танк эсендә һәләк булды. Был ваҡиғанан һуң бер нисә көн танктар янына бармай торҙоҡ, тик тиҙ оноттоҡ, тағы бара башланыҡ.

Көҙгә ҡарай ашау бөтөнләй хөртәйҙе, асыға башланыҡ, ныҡ ябыҡтыҡ. Быны күреп йөрөгән өлкән ағайҙар: “Былай барһа, һеҙ ҡыш сыға алмаясаҡһығыҙ. Һеҙ әле балиғ түгел, һеҙҙе судҡа бирә алмаясаҡтар, мөмкинлеге сыҡһа, ҡасып ҡайығыҙ”,-тип өйрәтте.

Бер көндө Таулыҡайҙан Хәсән Салихов, Аҫҡы Шырмайҙан Зәбих Ғүмәров, Хөснулла Йәндәүләтов һәм мин – ҡастыҡ. Вагон башында Ижевскийҙан Яңауылға килдек. Яңауылдан һорана-һорана Өфөгә килдек. Артабан тағы ла вагон башында Өфөнән – Силәбегә, Силәбенән Ҡарталы аша Магнитогорскийға килдек. Магнитта милицияға эләктек. Беҙҙе бикләп ҡуйҙылар. Бер аҙ ултырғас эсебеҙ ауырта тип, тышҡа сығырға һорай башланыҡ. Сығармайҙар. Береһе: “Тоҡсайҙарын алып ҡалығыҙ ҙа, сығарығыҙ”,-тип рөхсәт бирҙе. Ә тоҡсайыбыҙҙа һуғышҡа китеүсе һалдаттар ашап, ташлап киткән буш консервалар. Сәй эсергә ярар әле тип йыйып алғайныҡ. Мал йыябыҙ, йәнәһе. Сыҡҡас та, тағы ҡастыҡ. Хәсәнебеҙ эләкте лә ҡуйҙы. Йәшенеп ҡарап торҙоҡ, ярҙам итә алманыҡ. Тағы ауыл яғына һорана-һорана Хәлил, Күсей, Ирәндек аша Таулыҡайға килеп еттек.

Әсәйем мунса яғып беҙҙе бысраҡтан, беттән таҙарттырҙы. Иртәгеһенә Зәбих, Хөснулла юлдарын артабан дауам итте. Ә Хәсәнебеҙ бер айҙан ҡайтып төштө.

- Һиңә нисә йәш ине?

- Ун дүрт...

Сабир Манишев, 1929 йылғы, Хәйбулла районы, Рафиҡ ауылы:

- 1943 йылдың яҙында сәсеүгә бойҙай орлоғо алырға тип пар ат ектереп Иҫәнғолға ебәрҙеләр. Барып, йөктө тейәп ҡайтырға сыҡтым. Йылайырға еткәс аттарҙы ашатып алайым тип туҡтаным. Аттарҙы туғарып, ут яғып сәйнүгемде ҡайнатырға элдем. Тирә-яғыма ҡараһам, урман ситендә бер самолет тора. Сәйем ҡайнағансы барып ҡарап киләйем тип шул яҡҡа ыңғайланым. Мин дә дүрәк инде, ни эшләп унда китеп барам, самолетты алыҫтан күргән етмәгәнме? Кире әйләнеп килеүемә аттарым бер тоҡто ярып, бойҙайын ашап та ҡуйғандар. Ул заманда кешене бер кило иген өсөн дә ултырталар ине. Былай булғас баш китте! Сәй эсеп ҡайтырға сыҡтым. Башҡа йөҙ төрлө уй килә. Ни эшләрҙәр икән, Юлдыбайҙан шунда уҡ Йылайыр төрмәһенә ебәрерҙәрме икән? Әллә ҡайтарып, кире саҡыртып, шунан һуң ғына ебәрерҙәрме? Ҡалай булһа ла алып китәсәктәр. Йәшенеп ҡалып булмай. Юлдыбайға килеп еттем, келәткә туҡтаным. Тоҡтарҙы һанап та тормай, бушатып та ҡуйҙылар. Еңел итеп тын алғанымды һиҙҙермәнем.

- Һиңә нисә йәш ине?

- Ун дүрт...

Шәһит Мансуров, 1933 йылғы, Сыңғыҙ ауылы:

- 1944 йылдың йәйендә бер төркөм балаларҙы Ғәлим баҫыуына билсән утарға алып барҙылар. Билсән – алама үҫемлек. Йолҡолмай, һабағы сәнскеле, устарыбыҙҙың ҡанамаған урыны ҡалманы. Эш бөткәс, мин башҡа балаларҙан айырылып Ташлы үҙәк шишмәһендәге ҡондоҙ быуаһын ҡарайым тип шул яҡҡа киттем. Шишмә башына етеп барғанда бүре ояһына тап булдым. Өң янында ике бүре балаһы уйнап йөрөй, инәләре юҡ. Мин уларҙы тотоп алдым да, ауылға алып ҡайтып киттем. Өйгә ҡайтҡас әсәйем быларҙы күреп ҡалып:

- Нимә ул, ҡайҙан алдың?”-тип һораны.

- Бүре балалары. Ташлы үҙәк башындағы ояларынан алдым.

- Инәләре бар инеме?

- Юҡ.

- Бына алйот! Һин бит бөтә ауылды малһыҙ ҡалдырырға йөрөйһөң! Бүре балаларының инәләре хәҙер һинең эҙең буйынса ауылға килеп, халыҡтың бөтә малын ҡырып, балалары өсөн үсен аласаҡ. Хәҙер үк уларҙы килгән юлыңдан кире алып барып ташла. Кешегә күрһәтмә! Тағы береһе бүре балаларын алып ҡайтып ҡуймаһын!

Иҫтәлеккә бирелгән Шәһит ағайҙы тыңлауы ҡыҙыҡ та, моңһоу ҙа.

- Ҡурҡманыңмы һуң? Алып барҙыңмы?-тип һорап ҡуйҙым.

- Ҡурҡмаған ҡайҙа! Ҡурҡа-ҡурҡа Юлик ояһы ҡоҙоғона килеп еттем дә бүре балаларын шунда быраҡтырып кире ауылға йүгерҙем. Бүре балаларын тапҡандыр. Сөнки ауыл малын бүре ҡырған тигән хәбәр ишетелмәне.

- Һиңә ул саҡта нисә йәш ине?

- Ун бер...

Йәүҙәт Мөхәмәтйәров.

Таулыҡай ауылы.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: