Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
8 Май 2023, 09:15

Үлемһеҙ полк

Һалдаттар ҡайттылар өйөнә Яуҙағы алышты һөйләргә, Парадта бергәләп атлауға Һалдаттар йәндәре һөйөнә...

Үлемһеҙ полк
Үлемһеҙ полк

ҮЛЕМҺЕҘ ПОЛК

Йыр

Фәүзиә Ҡотлогилдина һүҙҙәре

Гөлнур Абдуллина көйө һәм башҡарыуы.

 

Яҙын бар тәбиғәт бөрөлә,

Батырҙар рухтары терелә,

Үлемһеҙ һалдаттар полкына

Киләсәк быуындар йән өрә.

 

Һалдаттар ҡайттылар өйөнә

Яуҙағы алышты һөйләргә,

Парадта бергәләп атлауға

Һалдаттар йәндәре һөйөнә.

 

Диңгеҙҙәй тулҡына илемдә

Үткәндәр,бөгөнгө бер сафта,

Олатай, ейәндәр бер булып

Атлайҙар үлемһеҙ полкта.

 

Ҡуш: Һалдаттар, һалдаттар, һалдаттар..

Яңынан сафтарға баҫтылар,

Мәңге тере булып ҡалырға

Тыуған яҡтарына ҡайттылар.

 

Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: