Батырҙарын иҫкә алғанда, онотмаһын беҙҙе Тыуған ил...
Юҡ, юҡ, онотолмай... Киреһенсә, дәһшәтле ул йылдар йырағайған һайын, яралар тағы ла нығыраҡ асыла. Меңдәрсә, миллиондарса ғүмер биреп яулап алынған Бөйөк Еңеү беҙгә тағы ла ҡәҙерлерәк була бара...
Бөгөн баймаҡтар үҙәк майҙанда Бөйөк Ватан һуғышында яуҙа ятып ҡалғандарҙы, Бөйөк Еңеү яулап ҡайтҡан һалдаттарҙы, тыл һәм хеҙмәт ветерандарын иҫкә алып, бер минутҡа тын ҡалды. Сарала ҡалалағы барлыҡ хеҙмәт коллективтары, студенттар, мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, ҡала халҡы ҡатнашты. Уларҙың береһенә лә саҡырыу талап ителмәне, һәр кем йөрәге ҡушыуы буйынса үҙәк майҙанға йыйылды...
Беләм, әсәй, беләм ауыр һиңә;
Борсолоулы уйҙар – иптәшең.
Ҡарап минең киткән юлдарыма,
Күптән, күптән һағынып көтәһең.
Йыйырсыҡтар сәғәт, минут һайын
Тәрәнәйгән кеүек йөҙөңдә.
Ләкин бел һин: бөгөн иртә таңда
Һуғыш барҙы һинең өсөн дә;
Һәм әле лә көслө канонада…
Саҡыра һуғыш: һау бул хәҙергә.
Мин йығылһам әгәр, йәш түкмә һин,
Ә тын ғына шулай хәтерлә:
“Ул Ватанын һөйҙө, ут эсендә
Уның данын, намыҫын яҡланы,
Ул йығылды, ләкин башҡаларға
Ғүмер бирҙе. Юҡҡа ауманы”.
Яралынан аҡҡан ҡан кеүек
Таң ҡыҙара офоҡ ситендә.
Һөжүм үтте. Тынлыҡ. Ял итә
Бәрелеш ҡыры туҙан, төтөндә.
Ләкин берәү таңды күрмәне:
Ул йәш егет Урал буйынан.
Ҡосҡан кеүек бала әсәһен,
Ҡалҡыу ерҙе ҡосоп йығылған.
Һәм боҫланып аҡҡан ҡайнар ҡан –
Һуңғы бүләк һөйгән еренә,
Айырыла алмай, изге тупраҡты
Үбә кеүек һаман ирендәр.
Эй, ғүмерҙең һуңғы сәғәте,
Һин миңә лә шулай күкрәп кил.
Батырҙарын иҫкә алғанда,
Онотмаһын мине лә Тыуған ил.
(Мәлих Харис).
Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотоһы.