100 йәшлек ветеран хөрмәтенә – парад
Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валентина Георгиевна Потапова йәшәгән йорт алдында парад үтте. Әйткәндәй, февралдә генә ул үҙенең теүәл 100 йәшлек ғүмер байрамын билдәләгән ине.
Хөрмәтле ветераныбыҙ Валентина Потапованы яҡынлашып килгән Бөйөк Еңеү байрамы менән ҡотларға Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов, Баймаҡ ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев һәм башҡалар йыйылды.
- Совет һалдаттарының батырлығы һәм ҡаһарманлығы беҙгә тыныслыҡ, азатлыҡ бүләк итте, - тине Фәнис Әминев. - Һеҙҙең ир-егеттәргә тиң батырлыҡ өсөн рәхмәт әйтеп, баш эйәбеҙ! Сәләмәтлек, күңел тыныслығы теләйбеҙ!
Халыҡ ижады үҙәге һәм Баймаҡ лицей-интернатының Шайморатовсылар отряды ветераныбыҙҙы Бөйөк Еңеү менән ҡотланы, изге теләктәренә ҡушып, йыр ҙа бүләк иттеләр. Һуңынан шайморатовсылар тығыҙ сафтарҙа парадта үтте.
Валентина Потапова 1942 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә. Ул аэродромдарҙы хеҙмәтләндереү батальонында хеҙмәт итә. 1943 йылда радистар курсын тамамлай. Бөйөк Еңеүҙе Валентина Георгиевна Прибалтикала ҡаршылай. Һуғыш бөткәс тә уға тиҙ генә тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтырға яҙмай. Тағы ла ике йыл хеҙмәт итергә тура килә.
Хөрмәтле ветераныбыҙға ныҡлы сәләмәтлек, аяҡ күк йөҙө теләйбеҙ.
Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотоһы.