Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
9 Декабрь 2022, 13:40

Еңеү байрағы аҫтында

Был, тәү сиратта, замандаштарыбыҙҙың фашизмды еңгән быуынға рәхмәт билдәһе...

Еңеү байрағы аҫтында
Еңеү байрағы аҫтында

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаттары декабрь айындағы ултырышта аҙаҡҡы уҡыуҙа «Башҡортостан Республикаһының асыҡ власы органдарының Еңеү байрағы күсермәләрен ҡулланыуы тураһында» закон ҡабул итергә йыйына.

Уға ярашлы, 9 майҙа дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары биналарына дәүләт флагтары менән бер рәттән Еңеү байрағы күсермәләре лә эленергә тейеш.

Бынан тыш, яңы законда тантаналы саралар үткәргәндә һәм Бөйөк Ватан һуғышы һәйкәлдәренә сәскәләр һалғанда Еңеү байрағы күсермәләрен ҡулланыу тәртибе билдәләнә.

  Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев был яңылыҡтың тарихи хәтерҙе һаҡлауға һәм илһөйәрлек тәрбиәләүгә йүнәлтелгәнен билдәләне.

«Еңеү байрағын күтәреү – ул тантаналы сара ғына түгел. Был, тәү сиратта, замандаштарыбыҙҙың фашизмды еңгән быуынға рәхмәт билдәһе.  ХХ быуат тарихындағы героик һәм шул уҡ ваҡытта фажиғәле биттәр хаҡында хәтер быуындан быуынға-күсергә тейеш», – тип иҫәпләй Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы спикеры.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: