Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
11 Май 2022, 17:00

77 йылдан һуң ҡайтты миҙалы...

9 май – Бөйөк Еңеү байрамын тантана иткән ваҡытта яҡташыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Миңлеғәле Заһиҙуллиндың фронтта күрһәткән батырлығы өсөн “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы уның туғаны Вәкил Байназаровҡа тапшырылды. 77 йылдан һуң миҙал хужаһының тыуған еренә ҡайтты...

77 йылдан һуң ҡайтты миҙалы

9 май – Бөйөк Еңеү байрамын тантана иткән ваҡытта яҡташыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Миңлеғәле Заһиҙуллиндың фронтта күрһәткән батырлығы өсөн “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы уның туғаны Вәкил Байназаровҡа тапшырылды. 77 йылдан һуң миҙал хужаһының тыуған еренә ҡайтты...

Һаҡмар” гәзите хәбәрсеһе Лилиә Такаева йыл ярым элек интернет селтәрендә Болгарияла иҫке бер йортто һүткән саҡта яҡташыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Миңлеғәле Заһит улы Заһиҙуллиндың “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы табылыуы һәм уның Кишенев ҡалаһындағы “Ратная слава” музейына тапшырылыуы хаҡында мәғлүмәтте күреп ҡала. Һәм Бөйөк Еңеүҙең бәләкәй генә бер тамсыһы булған миҙалды ветерандың тыуған еренә ҡайтарыу һәм туғандарына тапшырыу маҡсатында был хаҡтағы мәҡәләне “Һаҡмар” гәзитенә һәм сайтына бирҙе. Бәхеткә күрә, миҙал хужаһының туғандары оҙаҡ көттөрмәне. “Миңлеғәле Заһиҙуллин - атайымдың бер туған ағаһының улы”, - тип үҙен танытты Вәкил Байназаров. Шул көндән алып Лилиә Такаева Болгарияның “Август” эҙәрмәндәр отрядына бәйләнеш булдыра. Уның етәксеһе Василий Васильевич Сеньковский менән миҙалды ҡайтарыу өсөн ике яҡлап оҙайлы һәм ныҡышмалы эш алып бара. Бының өсөн тәүҙә гәзитебеҙҙең рәсми сығанаҡ булыуын, Вәкил Байназаровтың ысынында ла Миңлеғәле Заһиҙуллиндың туғанлығын иҫбатлау талап ителә. Тикшереү эштәре тамамланғандан һуң ғына миҙал Молдовалағы Рәсәй илселегенә тапшырылды. Һәм бына, 77 йылдан һуң, 9 Май тантанаһында Миңлеғәле Заһиҙуллиндың яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн бирелгән “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы тыуған еренә ҡайтты һәм ул ике туған ҡустыһы Баймаҡтан Вәкил Байназаровҡа тапшырылды. Ә инде хәбәрсебеҙ Лилиә Такаеваға район хакимиәте исеменән Рәхмәт хаты тапшырылды.

Үкенескә ҡаршы, Миңлеғәле Заһиҙуллин тураһында мәғлүмәт күп түгел. Ул 1923 йылдың 1 сентябрендә тыуған. Фронтҡа 1942 йылда саҡырыла. Сталинград фронты йүнәлешендә яуға инә. Күп тапҡыр яралана. Ғүмеренең һуңғы минутына ҡәҙәр ул йөрәге аҫтында мина ярсығын йөрөтә. Врачтар уны алыу – үлемгә килтереүен белдерә. Еңеү һалдаты яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн күп наградаларға лайыҡ була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы уны үҙе вафат булғас ҡына килеп тапты.

Миңлеғәле Заһиҙуллин фронттан ҡайтҡас, тыуған ерен тергеҙеү, төҙөкләндереү өсөн төҙөлөш компанияһына эшкә килә. Ул Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларында күп ҡатлы йорттарҙы, Ҡолсора ауылында мәҙәниәт йортон сафҡа индереүҙә ҡатнаша.

Ветеран М.З. Заһиҙуллин 2007 йылдың 1 майында вафат була.

77 йылдан һуң ҡайтты миҙалы...
77 йылдан һуң ҡайтты миҙалы...
Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: