Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
9 Май 2022, 23:27

Үрге Яйыҡбайҙа - Бөйөк Еңеүҙең 77-се яҙы!

.

Бөйөк Еңеүҙең етмеш етенсе яҙын Үрге Яйыҡбайҙар һуғыш балалары менән ҡаршы алды.Байрамдың тантаналы өлөшө тамамланғас, обелискка барып ҡаһарман һалдаттарыбыҙға венок, сәскәләр һалынды.

Аҙаҡ саҡырылған ҡунаҡтарҙы бай өҫтәл артында һыйланыҡ.

   Ауылыбыҙҙың берҙән-бер тыл ветераны Хәмиҙә Сабит ҡыҙы Вәлиеваның, һуғыш балаларының һаулыҡтары ҡаҡшау сәбәпле килә алмағандарының өйҙәренә йөрөп ҡотлап сығылды, күстәнәстәр таратылды.

Барығыҙҙы ла байрам менән ихлас күңелдән Яйыҡбай ағинәйҙәре ҡотлай!

Һаулығығыҙ ныҡ,ғүмерегеҙ оҙон булһын!

Ҡәҙерле ҡартлыҡ теләйбеҙ!

Сәғирә Рахманғолова,

"Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе.

Үрге Яйыҡбайҙа - Бөйөк Еңеүҙең 77-се яҙы!
Үрге Яйыҡбайҙа - Бөйөк Еңеүҙең 77-се яҙы!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: