+6 °С
Болотло
Мерәҫ ауылы ағинәйҙәре Һуғыш йылы балалары һәм Герой-әсәләрҙең өйҙәренә барып, Еңеү көнө менән ҡотланы.
1933 йылғы Ғәйникамал апай Ғәзинаға, 11 балаға ғүмер биргән Герой-Әсә Рысмөхәмәтова Фәниә апайға, ғүмере буйы колхозда эшләгән Ғәлиә апай Латыповаға, 13 балаға ғүмер бүләк иткән Байрамғолова Ҡәмбәрниса, Ғәзина Ғилминур еңгәйҙәргә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Һуғыш осоро балаларының хәтирәләре күңелдәребеҙҙә уйылып ҡалды.
Һеҙгә яҡты ҡояш йылыһы, аяҙ күк йөҙө, йәшәү йәме, тормошҡа һөйөү, йөрәктәргә һүнмәҫ дәрт насип булһын!
Мерәҫ ауылы ағинәйҙәре.