+12 °С
Болотло
Ҡаршылаған йыл һайын
9 май (Еңеү) көнөн,
Уфтаналыр, моғайын,
Бик һағынып атайым,
Һәр беребеҙ байрамда:
"Эх, күрһә ине атай --
(Ҡайһыныҡы -- олатай)
Йәшәлмәгән был көндө!"
Күпме михнәттәр күрҙе,
Баштан һуғыш үткәрҙе!
Ҡайтып илен күтәрҙе,
Балаларҙы баҫтырҙы.
Тыуған ергә ҡайталмай
Ятып ҡалғандарға -- дан!
Яраларға бирешмәй
Ил күтәргәндәргә -- дан!
Бөгөн улар инде юҡ...
Булһа ла -- улар һирәк...
Данлап иҫкә алайыҡ!
Һис ҡасан онотмайыҡ!
Венера Баһауетдинова.