+6 °С
Болотло
Таулыҡай ауылы "Ағинәйҙәр"е ойошмаһы (етәксеһе Гөлнур Дәүләкәнова) "Еңеү акция"һына ҡушылды — ауылдың оло йәштәге хөрмәтле ағинәйе Вәспиямал Сафа ҡыҙына барып, "Хәл белешеү" йолаһын атҡарҙы. Инәйебеҙ 87 йәшен тултырҙы. Атаһының Бөйөк Ватан һуғышында "хәбәрһеҙ юғалды" тигән ҡағыҙын бөгөнгө көнгә тиклем һаҡлай. Хәтер мәңгелек.