Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
5 Май 2022, 16:55

ГЕРОЙ ЙОНДОҘО

Еңеү көнө алдынан, 6, 7 майҙа һәм байрам көнөндә — 9 майҙа Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Герой йондоҙо» спектакленең премьераһы була. Ул легендар осоусы-штурмовик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала...

ГЕРОЙ ЙОНДОҘО
ГЕРОЙ ЙОНДОҘО

Еңеү көнө алдынан, 6, 7 майҙа һәм байрам көнөндә — 9 майҙа Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Герой йондоҙо» спектакленең премьераһы була. Ул легендар осоусы-штурмовик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала.

Муса Гәрәев — һоҡланғыс яҙмышлы шәхес. Яҡташыбыҙ бик күп наградалар менән бүләкләнгән, һуғышта бер тапҡыр ҙа яраланмаған. 22 йәшендә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған, эскадрилья командиры дәрәжәһенә еткән.

Спектакль Фәрит Әхмәҙиевтың пьесаһы буйынса ҡуйыла. Авторҙашы һәм ҡуйыусы режиссеры — Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Мусина. Пьеса данлыҡлы штурмовиктың хәтирәләренә таянып яҙылған. Муса Гәрәев ролен Әбйәлил Үтәбаев башҡара.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: