Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
29 Декабрь 2021, 10:45

Улар - Еңеү һалдаттары!

Ошо көндәрҙә Үрге Яйыҡбай ауылы “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Сәғирә Рахманғолова, уның ағзаһы Зөлхәбирә Мырҙағәлина һәм ауыл Советы депутаттары Әсфәр Рыҫҡужин менән Фәһим Ильясов яуҙа ятып ҡалған һәм Еңеү менән ҡайтҡан, шулай уҡ тыл һәм хеҙмәт ветерандары тураһында бай мәғлүмәт туплап, стенд эшләгәндәр.

Бөйөк Ватан һуғышы шаңдауы һаман да дауам итә. Ошо көндәрҙә Үрге Яйыҡбай ауылы “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Сәғиҙә Рахманғолова, уның ағзаһы Зөлхәбирә Мырҙағәлина һәм ауыл Советы депутаттары Әсфәр Рыҫҡужин менән имам йорто мөъәзине  Фәһим Ильясов яуҙа ятып ҡалған һәм Еңеү менән ҡайтҡан, шулай уҡ тыл һәм хеҙмәт ветерандары тураһында бай мәғлүмәт туплап, стенд эшләгәндәр.

- Уҙған йылдың октябрендә башлағайныҡ, әле килеп бына саҡ эште тамамлап ҡуйҙыҡ, - тине Сәғирә Рахманғолова. - Өй беренсә йөрөп сыҡтыҡ. Тәүге көндәрҙә бер генә лә материал таба алмағас, килеп кенә сыҡһа ярай ине, тип борсолғайныҡ. Башлағас, кирегә юл юҡ, тип тағы ла ныҡышлыҡ күрһәттек. Ауылдың аралашыу төркөмөнә ярҙам һорап яҙҙыҡ. Ситтә йәшәгәндәргә хәбәр иттек. Йәштәр иһә беҙгә архив мәғлүмәттәрен туплауҙа ярҙам күрһәтте. Улар ун бер кешенең яҙмышын асыҡланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берҙәренең фотолары юҡ, бигерәк тә тыл һәм хеҙмәт ветерандары тураһында мәғлүмәттәр аҙ һаҡланған. Бының менән беҙ һәр нәмәнең үҙ ваҡыты була икән, тигән фекергә килдек. Шуның өсөн дә үҙҙәре иҫән саҡта фотоларын алып, мәғлүмәттәр туплап ҡалыу кәрәк булған. Һуғышта хәбәрһеҙ юғалған, яҙмышы билдәһеҙ булған ауылдаштарыбыҙҙың яҙмышы бигерәк тә тетрәндергес. 20-21 йәшлек кенә егеттәр илебеҙ тыныслығы өсөн баштарын һалған, пленға эләгеп күпме ыҙа сиккәндәр! Был сараны баштан алып аҙағына тиклем еткереп ҡуйыу ваҡытты күп алды, ләкин эшебеҙ менән ҡәнәғәтбеҙ.

Ысынлап та, Үрге Яйыҡбайҙар ҙур һәм сауаплы эш башҡарған. Тарихты тергеҙеү, һаҡлау һәм киләсәк быуынға тапшырыу маҡсатында улар көнөн дә, ваҡытын да йәлләмәгән. Сығымдарҙы ла ауыл халҡы үҙе күтәргән.

Бөгөн стенд ауыл клубында урынлашҡан. Унда кемдеңдер атаһы, олатаһы, ҡартатаһы, өләсәйҙәре тарих төпкөләнән күҙ һала. Илебеҙ азатлығы һәм тыныслығы өсөн көрәшкән батырҙарыбыҙға, ал-ял белмәй, көндө төнгә ялғап, Еңеү яҙын яҡынайтҡан тыл хеҙмәткәрҙәре алдында баш эйәбеҙ! Уларҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

Лилиә ТАКАЕВА.

Улар - Еңеү һалдаттары!
Улар - Еңеү һалдаттары!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: