Игеҙәктәр Руслан һәм Рөстәм Хоҙайғоловтар - Түбә ауылынан. Урындағы мәктәпте тамамлап, Баймаҡ ҡалаһындағы 105-се һөнәрселек училищеһында ысын ир-егеттәргә хас булған водитель һәм иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерәләр. 2002 йылдың 22 ноябрендә икеһе лә бер көндө әрме сафына саҡырыла. Тәүҙә Ставрополь крайының Невинномысск ҡалаһында һаҡ взводында хәрби әҙерлек үтәләр. Уның өс айын Ырымбур өлкәһенең Быҙаулыҡ ҡалаһында урынлашҡан хәрби часта зенит ҡоролмаһын өйрәнәләр. Һуңынан - Чечня. Ике улын да бер юлы утлы ғәрәсәткә оҙатҡан әсә йөрәге нисек түҙҙе икән?..
Руслан һәм Рөстәм Хоҙайғоловтар бронепоездарҙа һаҡ взводында хеҙмәт итә. Моздок менән Ханҡала ҡалалары араһындағы йөктәрҙе, кешеләрҙе оҙатып йөрөйҙәр. Үҙҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, башҡаларҙың ғүмеренә лә, һаулығына ла яуаплы булғандар. Ҡайһы бер осраҡта һалдаттарҙы һыуытҡыстар эсенә һалып оҙата торғайныҡ, тип әйтеүҙәренән генә лә хәүефтең ни тиклем көслө булғанын аңларға мөмкин.
Ағалы-ҡустылы Хоҙайғоловтар 2005 йылдың ноябрендә тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайта. Икеһе лә бер йылда өйләнә. Рөстәм Ринат улы ошо уҡ ауыл ҡыҙы Розалияға өйләнә. Руслан Ринат улы иһә Үрге Иҙрис ауылы һылыуы Миңзәләне ала. Бөгөн улар үҙ йорттарында матур донъя көтә. Тәүге ғаиләлә – өс, һуңғыһында ике бала тәрбиәләнә. Рөстәм менән Руслан икеһе лә Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй.
Яу юлын бергә үткән игеҙәктәр бөгөн дә бер-береһенә ныҡлы терәк булып, тормош юлынан бергә атлайҙар.
Лилиә ТАКАЕВА.