Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
21 Февраль 2021, 13:00

Яуҙы үткән һалдат

- Беҙҙе, 36 башҡорт егетен, Өфөләге республика хәрби пунктынан Астрахань өлкәһендәге хәрби часҡа оҙаттылар. Унда иһә һәр беребеҙҙе төрлө йүнәлеш буйынса тараттылар. Мин БТР ротаһына эләктем. Бында 6 ай хәрби әҙерлек алғандан һуң, 1 йыл да 6 ай әрме хеҙмәтен Чечен Республикаһында үттем, - тине Нур Әхмәр улы Яҡшығолов.

- Беҙҙе, 36 башҡорт егетен, Өфөләге республика хәрби пунктынан Астрахань өлкәһендәге хәрби часҡа оҙаттылар. Унда иһә һәр беребеҙҙе төрлө йүнәлеш буйынса тараттылар. Мин БТР ротаһына эләктем. Бында 6 ай хәрби әҙерлек алғандан һуң, 1 йыл да 6 ай әрме хеҙмәтен Чечен Республикаһында үттем, - тине Нур Әхмәр улы Яҡшығолов.

Элекке яугир Манһыр ауылында Сәғирә һәм Әхмәр Яҡшығоловтарҙың ғаиләһендә һигеҙенсе бала булып донъя килә. Атаһы ла, өс ағаһы ла армияла хеҙмәт иткәнлектән, уны, һалдат булырғамыюҡмы, тигән һорау борсомай. Бала саҡтан үҙен хәрби хеҙмәткә әҙерләй. Төрлө физик күнекмәләр эшләй, спорт ярыштарында ҡатнаша. Байыш ауылы мәктәбенең 11-се класын тамамлағас, военкомат аша Баймаҡ ДОСААФ-ында уҡып, “В” һәм “С” водитель категорияһы ала. Армияла иһә Төньяҡ Кавказда тәртип һәм йәмғиәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә ҡатнаша. Махачкала, Гудермес, Ханкала ҡалаларында урынлашҡан хәрби частың разведка ротаһында БТР-ҙа водитель, һуңынан БРДМ техникаһында тоҫҡаусы була. Өлгөлө хеҙмәте өсөн хәрби часть командованиеһы ата-әсәһенә Рәхмәт хаты ебәрә.

- Шуныһы ҡыуандыра, бергә хеҙмәт иткән егеттәр менән имен-һау йөрөп ҡайттыҡ, - ти Нур Яҡшығолов. - Әле лә улар менән бәйләнеш тотабыҙ, аралашып торабыҙ. Армияла саҡта тыуған яҡтарға ҡайтҡас, өйләнеп, йорт һалып, балалар үҫтерәсәкбеҙ, тип хыяллана торғайныҡ. Барыһы ла тормошҡа ашты.

Һалдат антына тоғро ҡалған Нур Яҡшығолов тыныс тормошта ла юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәй. Армиянан һуң Стәрлетамаҡ физкультура техникумын тамамлай. Тормош иптәше менән Ислам, Рәлиә һәм Диниә исемле балалар үҫтереп, матур ғүмер итәләр. Ҙур һәм яҡты йорт һалып инделәр.

Нур Әхмәр улы бөгөн дә сәләмәт тормош алып бара, спорт менән дуҫ. Үҙе генә түгел, балалары менән дә район кимәлендә ойошторолған ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. Ҡуянтау-Баймаҡ марафоны, волейбол ярыштарында көстәрен һынап ҡарайҙар. Баймаҡ районының “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының әүҙем ағзаһы булараҡ, ошо тәңгәлдә ойошторолған барлыҡ сараларҙа ла ихлас ҡатнаша.

Нур Әхмәр улы бөгөн Баймаҡ мәғлүмәт үҙәгендә водитель булып эшләй. Беҙ, журналистар, уның менән командировкаға сыҡҡанда һәр ваҡыт тынысбыҙ. Сөнки ниндәй генә хәл-ваҡиғалар булмаһын, күҙ асҡыһыҙ ҡар-бурандар уйнағанда ла, көҙгөләй ялтырап ятҡан юлдарҙа ла ышаныслы хеҙмәттәшебеҙ беҙҙе һәр ваҡыт имен-һау йөрөтөп алып ҡайтырына ышанабыҙ.

Лилиә ТАКАЕВА.

Читайте нас: