Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
21 Февраль 2021, 14:00

Хәрби ант бирҙем!

Баймаҡ ҡалаһы егете Ғәзизйән Ғәлимйән улы Йортбәков күптән түгел генә Санкт-Петербург ҡалаһындағы хәрби-диңгеҙ политехник институтын тамамлаған. Мичман. Ошо көндәрҙә Камчатка ҡалаһындағы атом һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәтен дауам итәсәк. Әлеге ваҡытта ул өйҙә, ата-әсәһе янында ҡыҫҡа отпускыла.

Ғәзизйән бала саҡтан хәрби кеше булырға хыяллана. Маҡсатлы рәүештә үҙен шуға әҙерләй. Спорт менән дуҫлаша. Төрлө физик күнекмәләр эшләй, ярыштарҙа ҡатнаша. Ниндәй Ҡораллы Көстә хеҙмәт итергә, тигән һорау килеп тыуғас, һис тә икеләнмәй Санкт-Петербург ҡалаһындағы хәрби-диңгеҙ политехник институтын һайлай. Физик әҙерлек, медицина күҙәтеүен һәм психологик һынауҙарҙы уңышлы үтә. Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбен тамамлаған егет, шулай итеп, бала саҡ хыялын тормошҡа ашыра.

Ғәзизйән Йортбәков хәрби хеҙмәттең бар нескәлектәрен үҙ иңендә татыған, һәр яҡлап әҙерлек үткән ил һаҡсыһы. Өс йыл уҡыу осоронда ике тапҡыр диңгеҙгә хәрби күнекмәгә сығырға өлгөрәләр.

- Тыуған илемә тоғро хеҙмәт итергә хәрби ант бирҙем, - ти ул оло ғорурлыҡ менән.

Ғәзизйән Йортбәковҡа биргән антына тоғро ҡалып, алға ҡуйған маҡсаттарына өлгәшеп, Баймаҡ намыҫына тап төшөрмәй, уңышлы хеҙмәт юлы үтеүен, мичмандан адмиралға тиклем үҫеүен һәм тыуған яҡтарына йышыраҡ ҡайтыуын теләйбеҙ.

Лилиә ТАКАЕВА.

Читайте нас: