Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
19 Февраль 2021, 23:52

Беҙҙекеләр бит ул!

Улар менән ғорурланабыҙ!

Беҙҙекеләр бит ул!
Маҡтаулы һәм кәрәкле һөнәр эйәләре!
Хәрби кеше булыу – ҡаһарман йөрәкле, иле һәм халҡы өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булғандар һөнәре! Ошо кәрәкле һәм маҡтаулы һөнәр хаҡында ҡайһы ғына малай хыялланмай икән ул?! Петр Беренсе тарафынан булдырылған даими армия һәм беренсе Рәсәй флоты илебеҙгә бик күп данлыҡлы полководецтар бирҙе – Александр Невский, Дмитрий Донской, Александр Суворов, Михаил Кутузов, бир табандағы маршалдар Георгий Жуков, Иван Конев, Константин Рокоссовский һәм башҡалар, һәм башҡалар хаҡында барыбыҙ ҙа бик яҡшы беләбеҙ! Башҡортостаныбыҙҙың ҡаһарман улдары Салауат Юлаев, Кинйә Арыҫланов, Муса Мортазин, Муса Гәрәев, Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин, Таһир Күсемовтар һәм башҡа бик күптәр менән дә хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ! Бөгөн дә ир-егеттәребеҙҙең күбеһе өсөн Ватаныбыҙҙың ысын һаҡсыһы булыуҙан да дәрәжәлерәк бурыс юҡтыр ул! Шуға ла күп егеттәребеҙ үҙ теләктәре менән хәрби хеҙмәткә ынтыла һәм Ватан һағына баҫыуҙы үҙенең күңел талабы, бурысы итеп ҡабул итә.
Беҙҙең Иҫке Сибай ауылында тыуып үҫкән һәм ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышлаған егет-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа байтаҡ ҡына. Бөгөн мин һеҙгә шуларҙың тик икәүһе хаҡында бәйән итмәксемен. Ирле-ҡатынлы Хөсәйеновтар улар!
Ғаилә башлығы Илфат ауылдың Гагарин урамында буй еткерә. Атаһы Айвар Хәйривара улы менән әсәһе Рәхилә Ғилметдин ҡыҙы Хөсәйеновтарҙың көтөп алынған баш балалары ул. Тыумыштан уҡ бик тынғыһыҙ, сос булған, бишектә үк улай-былай борғоланып, аяҡтарын туҡтауһыҙ тибеп ятҡан ейәненә ойоҡтар бәйләп өлгөртә алмаған өләсәһе Фәрзәнә инәй: “Һай, һай, ҡулсыр малай! Тыпырсыныуҙан туҡтамай, ойоҡтарының үксәләрен тишә лә ҡуя, бәйләп кенә өлгөрт! Йә бейеүсе, йә хәрби булыр улыбыҙ!” – тип һамаҡлай-һамаҡлай һөйә балаһының балаһын... Оло кешенең әйткәндәре Аллаһы Тәғәләнең “Амин!” тигән сағына тура киләлер, күрәһең – үҙ мөҙҙәте етеп, хәрби хеҙмәткә саҡырылған Илфат, ысынлап та, артабанғы яҙмышын армия менән бәйләргә ҡарар итә һәм конракт буйынса хеҙмәт итергә ҡала.
–Бәләкәйҙән хәрби булырға хыялланды инде Илфатыбыҙ... Мәктәптә “Зарница” уйыны ойошторолһа, бар донъяһын онотоп, үҙенә уйынсыҡ автомат эшләп алыр ине. Шуны юнып, йышып, ҡап-ҡара итеп буяп ҡуя, “Минеке иң яҡшыһы булырға тейеш”, – ти ине унан. Әрменән ҡайтыр алдынан шылтырата: “Атай, әсәй! Мин үҙемде таптым – контракт буйынса хеҙмәткә ҡалам! Ҡаршы килмәҫһегеҙҙер, моғайын...” Башта аптырабыраҡ ҡалһаҡ та, аҙаҡ килештек... “Йәне теләгән – йылан ите ашаған”, – тиҙәр бит, ҡайҙа йөрөһә лә, кем булып эшләһә лә имен-һау йөрөһөн! – Рәхилә Ғилметдин ҡыҙы Илфаты менән ғорурланыуын йәшермәй. – Аллаға шөкөр, хеҙмәтен бик матур атҡара. Әлдән-әле маҡтау хаттары, башҡа наградалар, аҡсалата дәртләндереүҙәр алып ҡыуандыра... Шулар араһында Рәсәйҙең Оборона министры – армия генералы Сергей Шойгунан алынған Маҡтау ҡағыҙы иң ҙуры һәм иң ҡәҙерлеһе беҙҙең өсөн!
2005 йылда Иҫке Сибай урта мәктәбен уңышлы тамамлаған егет Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына уҡырға инә һәм “Тәбиғи-технология” факультетында белем ала. Шул йылдың декабрендә Илфатты Ҡораллы көстәр сафына саҡыралар. Бер йыл ваҡыт тиҙ генә үтеп тә китә... тик егет кенә ҡайтырға ашыҡмай, алда яҙғанымса, контракт буйынса хеҙмәтен дауам итергә була.
Декабрь айында ул үҙ тормошондағы бәләкәй генә юбилейын билдәләне – хәрби хеҙмәттә булыуына 10 йыл тулды! Бер ҡарағанда аҙ ғына ваҡыт, әммә көсөргәнешле һәм яуаплы бурыс үтәгәндәр өсөн ул ысын мәғәнәһендә тотош бер ғүмергә тиң! Быны хәрби хеҙмәт һынауҙарын, уның барлыҡ ыҙа-михнәттәрен үҙ иңдәрендә татығандар ғына яҡшы аңлай. Әммә ауылдашыбыҙ ауырлыҡтарҙы намыҫ менән еңеп, башын ғорур тотоп йәшәргә күнеккән!
Илфаттың тормош иптәше Бүләкбикә Яппар ҡыҙы ла бөгөн хәрби кейемдә. Ул да Иҫке Сибай ауылы ҡыҙы – Илфаты менән бер һуҡмаҡтарҙан атлап, Айсыуаҡ түбәһенән тирә-яҡҡа һоҡланып, Ҡарағайлы буйҙарын ҡыҙырып үҫкән ауылдашыбыҙ. Уның хәрби хеҙмәт юлы бары былтыр ғына башланды, тимәк, ҡуйған маҡсаттарына ирешәһе көндәре алда әле Бүләкбикәнең. Кәүҙәһенә килешеп кенә торған хәрби кейем генә ымһындырмайҙыр уны, тип ышанайыҡ!
Хөсәйеновтарҙың татыу ғаиләһендә алма кеүек бер ҡыҙ үҫә. Ата-әсәһе ҡурсыуында, ҡыуанып, бәхет менән буй еткерһен!
Ә ирле-ҡатынлы Хөсәйеновтарҙы Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ихлас ҡотлап, уларға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, именлек һәм уңыштарға бай киләсәк теләйбеҙ! Атай-әсәйҙәрегеҙҙе, туғандарығыҙҙы, ауылдаштарығыҙҙы изге хәбәрҙәр менән ҡыуандырып, һәр саҡ уларҙың ғорурлығы булырға насип булһын!
Бөгөн хәрби һөнәр Рәсәйҙә иң абруйлы һәм юғары баһаланған һөнәрҙәрҙән һанала. Нисек кенә күрмәмеш-белмәмеш булырға теләһәк тә, илдә юҡсыллыҡ, ҡиммәтселек, эшһеҙлек хөкөм һөргән бөгөнгө көндә күптәргә Илфат һәм Бүләкбикә Хөсәйеновтарҙан өлгө алырға кәңәш итер инем...
Мотал Рәмов,
РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы.
Читайте нас: