Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
13 Ноябрь 2020, 10:35

13 ноябрь - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө 

Башҡортостанда яңы иҫтәлекле дата барлыҡҡа килә — 13 ноябрҙә112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө тип билдәләнәсәк.

13 ноябрь — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө
Башҡортостанда яңы иҫтәлекле дата барлыҡҡа килә — 13 ноябрҙә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө тип билдәләнәсәк.
“Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле даталар тураһында” Законға үҙгәрештәрҙе Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары 30 ғинуар пленар ултырышта ҡараясаҡ.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендә Бөйөк Ватан һуғышында Брянск, Воронеж, Көньяҡ-Көнбайыш фронттарында, Сталинградта барған алыштарҙа еңеү яулай. Дивизияның 3860 яугиры орден, миҙалдар менән бүләкләнә, 78 яугир Советтар Союзы Геройы исемен ала.
Миңлеғәле Шайморатовҡа иһә быйыл Рәсәй Геройы исеме бирелде.
Читайте нас: