Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
8 Октябрь 2020, 16:55

Ветераныбыҙ хөрмәтенә - "Иҫтәлекле аҡса"

Һәмән ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әбүзәр ағай Ишмортовҡа "Иҫтәлекле тимер аҡса" һәм район инвалидтар ойошмаһы ебәргән бүләк тапшырылды.

Башҡортостан Республикаһы көнө менән!
11 октябрҙә Башҡортостан халҡы Республика көнөн билдәләй. Республикабыҙҙың данлы үткәненә, бөгөнгөһө һәм киләсәгенә бәйле кешеләр беҙҙең Билал ауыл биләмәһендә лә етәрлек. Шуларҙың береһе - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишморатов Әбүзәр Әбүбәкир улы. Район хакимиәтенең финанс эштәре буйынса урынбаҫары Илнур Нурмөхәмәт улы, Билал биләмәһе башлығы Илдар Шәһәрғәҙе улы менән берлектә Һәмән ауылында йәшәүсе һуғыш ветераны Әбүзәр ағай Ишмортовтың йортонда булдыҡ. Ветеранға оло хөрмәт йөҙөнән "Иҫтәлекле тимер аҡса" һәм район инвалидтар ойошмаһы ебәргән бүләк тапшырылды. Әбүзәр ағайға Респбулика көнө уңайынан изге теләктәребеҙҙе еткерҙек.
Тыуған Башҡортостаныбыҙҙың бөгөнгөһө һәм киләсәге - ышаныслы, күге - аяҙ булһын.
Райхана Булатова,
Билал ауылы китапханасыһы.
Читайте нас: