Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
8 Октябрь 2020, 18:13

Республика көнө уңайынан – көмөш тәңкә

Республика көнө уңайынан һәм Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулыу айҡанлы Республика Башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын ҡотлап, иҫтәлекле бүләк ебәрҙе. Районыбыҙҙа тере булған дүрт ветераны – Ғәйзулла Әблүзин, Валентина Потапова, Әбүзәр Ишморатов, Геннадий Соловьев Радий Хәбировтан юбилей көмөш тәңкәһен һәм татлы күстәнәс алып һөйөндө.

Республика көнө уңайынан һәм Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулыу айҡанлы Республика Башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын ҡотлап, иҫтәлекле бүләк ебәрҙе. Районыбыҙҙа тере булған дүрт ветераны – Ғәйзулла Әблүзин, Валентина Потапова, Әбүзәр Ишморатов, Геннадий Соловьев Радий Хәбировтан юбилей көмөш тәңкәһен һәм татлы күстәнәс алып һөйөндө.

Йылдан-йыл Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары кәмей бара. Хәҙер инде улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалды. Киләһе быуын тарихты белеп үҫһен өсөн тап ошондай ветерандар менән осрашыуҙар үткәреү, улар тураһында күберәк яҙырға, ҡаһарманлыҡтары өсөн баһалар тапшырыу зарур. Ғәйзулла Әблүзин тап шундай ҡаһарман ветерандарыбыҙҙың береһе. “Үлеп терелгән ветеран”, – тиҙәр уның тураһында. Ауыр ғәрәсәт йылдарында уның әсәһенә һәм яҡындарына һәләк булыуы тураһында хат килгән булған...

Ғәйзулла Мөхәмәт улы 1926 йылдың 5 ғинуарында Байыш ауылында донъяға килгән. Совет Армияһы сафына ул 1944 йылдың февралендә алына һәм Силәбе өлкәһенең Алкино ҡасабаһында кесе командирҙар әҙерләү курсында уҡый. Бында ул кесе сержант званиеһы алғандан һуң Ырымбур өлкәһенең Тоцк хәрби лагерына оҙатыла. Йәш һалдаттарҙы ул 3 ай дауамында хәрби оҫталыҡҡа өйрәтә. 1944 йылдың декабрендә Беренсе Украина фронтында пулеметсы булып хеҙмәт юлын башлай. 1945 йылдың 15 апрелендәге алышта контузиялана. Уны хеҙмәттәше Таһир Арыҫланов кеүек үк һәләк булған тип уйлайҙар. Ерләү эшендә ҡатнашҡан командалағы бер һалдат уның тере икәнен абайлап ҡала. Әйткәндәй, ветеран әле лә ул һалдатҡа рәхмәтле булып йәшәй. Еңеүҙе ул Көнбайыш Украинала ҡаршы ала. 1945 йылдың ноябрендә Әблүзинды авиамеханиктарҙың йыллыҡ курсына уҡырға ебәрәләр. Курстарҙы тамамлағас та авияцияның Үҙәк хәрби төркөмөндә авиация механигы булып хеҙмәт итә. Тыуған яҡтарына оҙон юл үткән ветеран 1951 йылда ғына әйләнеп ҡайта.

Әле ветеран Баймаҡ ҡалаһында ҡыҙынан ҡәҙер-хөрмәт күрә. Ул йәшәгән фатир ветерандың бар булмышын сағылдырғандай. Тормош юлдашы менән бергә төшкән фотоһынан алып, балалары, билдәле шәхестәр менән берлектә эшләнгән фотостенд ҡаршы алды беҙҙе. Ғәйзулла Мөхәмәт улына район хакимиәте башлығы урынбаҫары Азат Шәрипов менән район ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова Республика Башлығы Радий Хәбировтың иҫтәлекле бүләген тапшырҙы һәм татлы күстәнәс бүләк итте.

Эльмира Кейекҡужина.

Читайте нас: