Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
27 Сентябрь 2020, 12:15

Нур Ситдыҡов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

Күгиҙел ауылында Чечен Республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған ҡаһарман һалдаттың исеме мәңгеләштерелде.

Чечня... Рәсәй тәнендә һәр көн үҙе тураһында иҫкәртеп торған ҡанлы йәрәхәт. Ошо яуҙарҙа яҡындары һәләк булған, яраланған, хәбәрһеҙ юғалғандар бихисап. Ҡәһәрле ул һуғышта Башҡортостаныбыҙ күпме батыр, сая ҡыҙ һәм улдарын юғалтты. Шуларҙың береһе - Күгиҙел ауылынан Нур Миңдеғәли улы Ситдиков. 26 сентябрҙә батыр егеттең исемен мәңгеләштереү маҡсатында ул белем алған мәктәп бинаһына таҡтаташ асыу кисәһе үтте. Унда Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, район советы секретары Рөстәм Сәитов, районы Советы депутаты Рөстәм Нәбиуллин, Рәмис Әмиров етәкселегендәге Баймаҡ районының "Хәрби туғанлыҡ" ойошмаһы ағзалары, Билал ауыл хакимиәте башлығы Илдар Саптаров, Билал урта мәктәбе директоры Фәнүр Садыков һәм ауыл халҡы ҡатнашты. Шулай уҡ был сараға Нур Миңдеғәли улының әсәһе Гөлнисә Шәрифулла ҡыҙы, апайҙары Гөлшат һәм Әлфиә, һеңлеләре Әлиә һәм Гөлсинә, ағаһы Айбулат һәм уларҙың ғаиләләре лә саҡырылғайны.
Баймаҡ районының Күгиҙел ауылында тыуып үҫкән ябай ауыл егете Нур Ситдыҡов Йылайыр ауыл хужалығы техникумын тамамалағас, 1993 йылда Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәре сафына баҫа. Хеҙмәт юлын Владимир өлкәһенең Ковров ҡалаһында башлай. Йәйәүлеләрҙең хәрби машиналары менән идара итеүсе оператор-наводчиктарҙы әҙерләү буйынса хәрби уҡыу үтә. Һуңынан уны Төньяҡ-Кавказ хәрби округының Майкоп ҡалаһына күсерәләр. 1994-1996 йылдарҙа барған Беренсе Чечен һуғышында законһыҙ ойошҡан төркөмдәрҙе бөтөрөү өсөн 1994 йылда 131-се айырым мотоуҡсылар бригадаһын Чечен Республикаһына оҙаталар. Тап ошо бригадала Нур Ситдыҡов та снайпер булараҡ хеҙмәт иткән була. 1994 йылда дөйөм отряд алдына Грозный ҡалаһындағы тимер юлды боевиктар ҡулынан тартып алыу буйынса хәрби бурысы ҡуйыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көстәр тигеҙ булмай. Беҙҙең отряд ҙур юғалтыуҙар кисерә. Шул иҫәптән 19 йәшлек Нур Миңдеғәле улы Ситдыҡов та батырҙарса һәләк була. 1995 йылдың 10 декабрендә ҡабул ителгән Рәсәй Федерацияһы Президентының Указына ярашлы, Нур Миңдеғәле улы Ситдыҡов, вафат булғандан һуң, “Ҡаһарманлыҡ” ордены менән наградлана. Нур биргән хәрби антҡа һәм әсәһенең һүҙенә тоғро ҡалып, хәрби бурысын намыҫ менән үтәй.
- Бөгөн беҙ Нур Миңдеғәле улы Ситдыҡовтың яҡты иҫтәлегенә бағышланған хәтер стелаһын асыу тантанаһында ҡатнашабыҙ, тине Фәнис Әминев. - Стела асыу – беҙҙең район өсөн мөһим ваҡиға. Был батырҙарса һәләк булыусыларға хөрмәт күрһәтеү генә түгел, ә үҫеп килгән йәш быуыда ҡаһарманлыҡ дәресе лә. Был сара тыуған илгә һөйөү тәрбиәләй.
Стеланы төҙөүҙә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм. Айырып әйтеп үткем килә, стеланы сафҡа индереү буйынса барлыҡ сараларҙы Баймаҡ районындағы “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһы ойошторҙо.
Һуңында таҡтаташ алдына Нур Ситдыҡов иҫтәлегенә ағас ултыртылды һәм сәскәләр һалынды. Сара концерт номерҙары менән берлектә үтте.
Күгиҙел ауылынан хәрби хеҙмәттәрен үтәгән саҡта вафат булған егеттәргә арнап, ауыл мәсете ҡорбан салды.
Читайте нас: