Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
12 Сентябрь 2020, 13:22

Баймаҡ халҡы оло юғалтыу кисерә

Тағы бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны беҙҙең аранан китте...

Бөгөн бар Баймаҡ халҡы оло ҡайғы кисерә – 96-сы йәшендә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, оло һәм намыҫлы хеҙмәт юлы үткән шәхес, аҡһаҡал – Рысмөхәмәтов Хажғәли Хажи улы беҙҙең арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы.
Хажғәли Хажи улы 1925-се йылда Баймаҡ районының Бәхтигәрәй ауылында донъяға килә. Ләкин бар ғүмере Мерәҫтә үтә. Ул – Бөйөк Ватан һуғышы яландарында илебеҙ хаҡына намыҫлы хәрби хеҙмәт иткән һәм һуғыштан һуң район үҫешенә тос өлөш индергән шәхес.
1943 йылда 18 йәше лә тулмаған егет, ҡулына ҡорал тотоп, 1-се һәм 2-се Украин фронтының 214-се дивизияһы составында, ҡанлы дошманға ҡаршы көрәшә. Хажғәли Хажи улы илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарҙан азат иткәндә тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәтә. Ул “Ҡыҙыл йондоҙ”, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, “Батырлыҡ өсөн”, Жуков һәм башҡа миҙалдар менән наградлана. Еңеү көнөн Прага ҡалаһында ҡаршы алып, тыуған яҡтарынатик 1950-се йылда ғына әйләнеп ҡайта.
Уның эшкә яуаплы ҡарашы һәм йәмғиәт тормошона мөнәсәбәте беҙҙең өсөн һәр ваҡыт өлгө булып торасаҡ.
Ғаиләһендә Хажғәли Хажи улы абруйлы атай була. Тормош иптәше менән 4 балаһына яҡшы тәрбиә бирәләр, барыһына ла оло тормош юлына аяҡ баҫырға ярҙам итәләр.
Хөрмәтле, мәрхүмдең балалары, ейәндәре һәм туғандары! Һеҙҙең ауыр һәм тәрән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ! Хажғәли Хажи улы тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә һәм киләһе быуындарҙың хәтерендә мәңге һаҡланыр!
Хуш бул, тыныс йоҡлағыҙ, Хажғәли Хажи улы! Ауыр тупрағығыҙ еңел булһын!

Читайте нас: