Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
6 Сентябрь 2020, 11:30

Хәтер мәңгелек

Билал ауыл китапханаһы ҡатын - ҡыҙҙар советы менән берлектә "Хәтер - мәңгелек!" проекты менән эшләй. Ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылау маҡсатында старт алған ине.

Билал ауыл китапханаһы ҡатын - ҡыҙҙар советы менән берлектә "Хәтер - мәңгелек!" проекты менән эшләй. Ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылау маҡсатында старт алған ине. Сираттағы уҙған сара "Хәтерләйбеҙ" тип аталды. Осрашыу район инвалидтар ойошмаһы менән берлектә ойошторолод. Инвалидтар ойошмаһы етәксеһе Иванова Луиза Салауат ҡыҙы етәкселегендәге команда Билал, Һәмән ауылдарының тыл ветерандары, һуғыш йылы балалары менән яҡындан аралашты, күп һанлы һорауҙарына яуап бирҙе. Осрашыу концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Сараны Билал ауыл китапханасыһы Райхана Булатова бик тә фәнле һәм фәһемле итеп алып барҙы.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 7 тиҫтәнән ашыу ваҡыт үтһә лә һуғыш шаңдыуы һаман да яңғрай. Хәтер мәңгелек.
Читайте нас: