Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
2 Сентябрь 2020, 16:48

Геройҙарҙың исеме мәңгелек!

Баймаҡ ҡалаһында Дан ордены тулы кавалеры Әҙеһәм Әлибаевтың граффиты асылды.Батырҙың ҡәберенән алынған бер ус тупраҡ “Һалдат кисетенә” урынлаштырылды һәм ул РФ-һы Ҡораллы Көстәр Баш сиркәүенең тарихи-мемориаль комплексына тапшырыласаҡ.

Бөгөн Баймаҡта Дан ордены тулы кавалеры Әҙеһәм Әлибаевтың Баймаҡ ҡалаһындағы күп ҡатлы йортҡа төшөрөлгән граффити тантаналы рәүештә асылды. Унда район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйзулла Әблүзин, Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев, Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссары Хөрмәт Хәмитов һәм башҡалар ҡатнашты.

Районда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылап, Еңеү һалдаттарының исемдәрен мәңгеләштереү эштәренә ҙур иғтибар бирелә. 112-се кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың граффиты Салауат Юлаев проспектының 17-се күп ҡатлы йортона төшөрөлдө. Әҙеһәм Әлибаевтың граффити иһә уның исемен йөрөткән урамдың йорттарының береһендә мәңгеләштерелде. Киләсәктә бындай эштәрҙе дауам итеп, Тәфтизан Миңлеғолов менән Бәҙри Мәмбәтҡоловтың да рәсемдәре барлыҡҡа киләсәк. Бындай яуаплы эштәрҙе яҡташтарыбыҙ Фәнис Ҡурмашев менән Альберт Сәйетҡолов ҙур тырышлыҡ менән атҡарып сыҡты.

Баймаҡ районынан Бөйөк Ватан һуғышына 13556 кеше фронтҡа оҙатыла, шуларҙың 5 меңдән ашыуы яу яланында ятып ҡала. Беҙҙең райондан 6 Советтар Союзы Геройы сыға. 1 Дан ордены кавалеры – Әҙеһәм Әлибаев. Ул 1944 йылдың 27 авгусында Польша ерендә барған ауыр алыштарҙың береһендә, үҙе яраланған булыуға ҡарамаҫтан, ауыр хәлдәге яуҙашын алып сыға. Шундай батырлығы өсөн III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә. 1945 йылдың башында Германияла барған көслө алыштарҙың береһендә, көслө ут аҫтында, 11 тапҡыр элемтәне тергеҙгәне һәм ошо яуҙа яраланған офицерҙы алып сыҡҡаны өсөн ул II дәрәжә Дан ордены менән наградлана. 1945 йылдың апрелендә Әҙеһәм Әлибаев 16 тапҡыр өҙөлгән элемтә селтәрен тоташтырыуға өлгәшә. Дошмандың 11 һалдатын юҡ итә, икәүһен әсиргә ала. Шундай ҡаһарманлығы өсөн уға I дәрәжә Дан ордены тапшырыла.

Әҙеһәм Ғәле улы Йомаш ауылында донъяға килһә лә, бар ғүмере Муллаҡай ауылында үтә. Шунлыҡтан уны ике ауыл да үҙҙәренеке, тип һанай. Муллайҡай ауылы мәктәбендә уҡытыусы, һуңынан директор вазифаһын үтәй. Ләкин һуғышта алған ҡаты яралары Әҙеһәм Әлибаевты 26 ғына йәшендә мәңгелеккә күҙен йомдора.

Батырыбыҙҙың үҙе үлһә лә, даны мәңгелек, халыҡ хәтерендә һаҡлана. Уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында күп эштәр башҡарыла. Баймаҡ ҡалаһында, Йомашта һәм Муллаҡайҙа уның исемен йөрөткән урамдар бар. Йомаш мәктәбенә Әҙеһәм Әлибаев исеме бирелгән, мәктәп баҡсаһына бюст ҡуйылған. Муллаҡайҙа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙеһәм Әлибаев ерләнгән ҡәберҙән алынған бер ус тупраҡ “Һалдат янсығына” урынлаштырылды. Ул РФ-һы Ҡораллы Көстәр Баш сиркәүенең тарихи-мемориаль комплексына тапшырыласаҡ.

Тантанала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла был көндө Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын хәтергә алып, бер минут тын ҡалды...

Читайте нас: