Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
8 Май 2020, 10:00

Өмөтбайҙа ла аллея барлыҡҡа килде!

буйынса акциялар үткәреү районда матур йолаға әүерелгән. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән "Бөйөк Еңеүгә - 75 ағас " ултыртыу акцияһына беҙҙең Өмөтбай ауылы халҡы ла ихлас ҡушылды#национальныепроекты

Ағас ултыртыу, яңы парктар, аллеялар булдырыу буйынса акциялар үткәреү районда матур йолаға әүерелгән. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән "Бөйөк Еңеүгә - 75 ағас " ултыртыу акцияһына беҙҙең Өмөтбай ауылы халҡы ихлас ҡушылды. Ошо маҡсаттан Һаҡмар буйындағы бәләкәй сквер яңынан киңәйтелеп, бөгөн кәртәләп алынды. Скверҙың йылға буйында эшләнеүе лә һәйбәт, Һаҡмарыбыҙ мул һыулы буласаҡ. Ауылыбыҙҙың старостаһы Зиннур Көмөшбаев етәкселегендә эш йылдам барҙы. Иртәнсәк башлаған эште кискә тамамлап та ҡуйҙылар. Бына улар ауылдың эшкә әрһеҙ ир уҙамандары : ауыл хакимиәте депутаты Тимерғәле Рахматуллин, Винер Масалимов, Рәжәп Валитов, тракторист Рәмзил Садыков, Винер Ғүмәров, Ринат Мажитов,Рафил Ғүмәров, иң оло өмәсе Нуритдин Мажитов, сығарылыш синыф уҡыусыһы Ильгиз Багауитдинов, юғары уҡыу йортонда уҡып йөрөүсе йәштәребеҙ Айгиз Ахмадиев, Марат Муллагалиев, Айнур Рахматуллин. Скверҙы эшләү өсөн материалдар менән ауыл хакимиәте башлығы Илдар Саптаров ярҙам итте. Был скверға тағы өҫтәп ағастар ултыртасаҡбыҙ, киләсәктә улар урман булып шаулап үҫерҙәр алла бирһә. Ошо изге Рамазан айында үҙҙәренең өйҙәге ҡырылып ятҡан эштәрен ташлап, өмәгә сыҡҡан ауылдаштарыма артабанда уңыштар теләйем. Изге айҙа ҙур эш башҡарып сауап алдығыҙ. Эште юғары кимәлдә ойоштороу - оло хөрмәткә, ҙур ихтирамға лайыҡ. Ағас ултыртыу башҡорт өсөн изге бурыс һаналған. Бер ағас ҡырҡһаң, икене ултырт, тигән васыят әйткәндәр балаларына. Һәр кешегә кәмендә дүрт ағас ултыртыу фарыз, тигәндәр. Йылдар үтеү менән үҙебеҙ ултыртҡан ағастарыбыҙ тирә-яҡҡа йәм биреп торор, киләсәк быуынға бер иҫтәлек булыр тип ышанабыҙ!
Әнүзә Мәжитова,
Өмөтбай ауылы ағинәйҙәре ойошмаһы рәйесе.
Читайте нас: