Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
8 Май 2020, 00:15

Ишбирҙеләр ҙә урам менән йырлай!

#75летпобеды#БөйөкЕңеүгә75йыл#Урамменәнйырлайбыҙ#Поемдвором

Башҡортостан Республикаһында "Йырлайыҡ ауыл менән", "Йырлайыҡ урам менән" өр яңы проекты старт алды. Уға районыбыҙҙың һәр ауыл халҡы ихлас ҡушылып, һуғыш йылы йырҙары менән урамға сыҡты. Бындай мөбәрәк акциянан мәҙәниәт өлкәһендә үҙ йөҙө, үҙ һүҙе менән дан алған ишбирҙеләр ҙә ситтә ятып ҡала алманы. Бөгөн ауылдың "Дарман" йыр һәм бейеү ансамбленең һылыу ҡатын-ҡыҙҙары "Катюша" йыры менән сығыш яһап, акцияға ҡушылды. Шуның менән улар Ишбирҙе ауылының йөҙөн яҡланы. Афарин, ишбирҙеләр! Афарин, дармандар!
Читайте нас: