Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
8 Май 2020, 11:00

Хәтер мәңгелек

Билал ауыл китапханаһы ҡатын - ҡыҙҙар советы менән берлектә уҙған йыл аҙағынан Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылап "Хәтер мәңгелек" проекты менән эш башлап ебәргәйне. #75летиеПобеды #Данһәмхәтерйылы #проектхәтермәңгелек

Билал ауыл китапханаһы ҡатын - ҡыҙҙар советы менән берлектә уҙған йыл аҙағынан Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылап "Хәтер мәңгелек" проекты менән эш башлап ебәргәйне.
Проект сиктәрендә "Утлы ҡамауҙа 900 көн", "75 йылға - 75 аҙым", "Һалдат булам!", "Һуғыш һәм тыл ветерандарына рәхмәт хаты", "Атай тигән һүҙгә тилмереп...", "Һуғыш һәм замана уйынсыҡтары", "Хәтерләйһеңме ул көндө?" "Өсмөйшлө хаттар", "Бер фото эҙенән", һуғыш тураһында йырҙар, шиғырҙар һ.б саралар үткәрҙек. Барлыҡ осрашыуҙарҙа тыл ветерандары, һуғыш йылы балалары, уҡыусылар, ауылдаштар ҡатнашты. Ағинәйҙәр тыл ветерандарының өйҙәрендә булып, ветерандарҙың хәлдәрен белде. Бер төркөм делегация ағзалары һуғыш ветераны Әбүзәр ағай Ишморатов йортонда булды. Беҙҙең үткәргән сараларҙа район гәзите "Һаҡмар", республика гәзите "Йәшлек" хәбәрселәре, район телевидение хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
"Эҙләнеү" төркөмө ағзалары Сәғирә Кәримова, Илдүсә Әминева, Зөлфиә Байраҡаева, Райхана Булатова "Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!" исемле китапҡа мәғлүмәт туплап баҫмаға тапшырҙы.
Бөгөнгө үҙҡурсалау осоронда ла проект үҙ эшен дауам итә. Беҙҙең тыныс тормош өсөн ғүмерҙәрен аямаған ата - олатайҙарыбыҙҙы, әсәй - өләсәйҙәребеҙҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ! Хәтер йәшәй, хәтер мәңгелек!
Райхана Булатова,
Билал ауылы китапханасыһы.
Читайте нас: