Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
8 Май 2020, 00:55

Билалдар Рәхмәт хаты яҙҙы

Билал ауыл китапханаһы иғлан иткән “Һуғыш һәм тыл ветерандарына рәхмәт хаты” бәйгеһенә баһалама ағзалары йомғаҡ яһаны. #75летиеПобеды#ДеньПобеды #проектхәтермәңгелек

Билал ауыл китапханаһы иғлан иткән “Һуғыш һәм тыл ветерандарына рәхмәт хаты” бәйгеһенә баһалама ағзалары йомғаҡ яһаны.
Ике ай дауамында беҙгә килгән һәр хат үҙенсәлекле. Әлбиттә, улар бәйге шарттарына бигүк тап килеп бөтмәй, шулай ҙа һәр кем атай-олатайҙарына йөрәк түрендә йөрөткән рәхмәт һүҙҙәрен үҙенә нисек уңайлы, нисек яҡын, шулай еткерергә тырыша. Береһен дә тыныс күңел менән уҡып булмай. Шуныһы иғтибарҙы йәлеп итте: күптәр үҙҙәренең яугирҙарға, тылда хеҙмәт итеүселәргә, атай-олатайҙарына булған хис-тойғоларын шиғыр юлдары аша еткергән. Күрәһең, һүҙҙәр үҙҙәренән-үҙҙәре йыр булып рифмаға һалынған. Мәҫәлән, Флүрә Маликованың һуғыш ваҡытын ишетмәгән дә, күрмәгән дә ветеран әбейҙең күҙҙәрендә уҡыуын Миңдинур Хәйбуллинаның илгә афәт килеүен, дошмандың бер нәмәне лә аямауын, ҡатын-ҡыҙға ла күп көс төшөүөн, тылда ал-ял белмәй ең һыҙғанып эшләүҙәрен, бөтә тырышлыҡ фронт өсөн, еңеү өсөн булыуын; Абрар Ғәлиндың башҡорт яугирҙарының фронттағы ҡаһарманлығын һүрәтләүен; Хәлиҙә Абдуллинаның ветерандарға еткергән рәхмәт һүҙҙәрен, бәлки, ысынлап та, былай ғына әйтеп тә булмайҙыр.
Асия Ҡадирова, Рәшиҙә Абдуллина, Гөлсинә Билалова, Рәзилә Ырыҫҡужина, Маһира Айытбаевалар олатайҙарының һуғыш юлында күрһәткән батырлыҡтарын, үткән тормош һәм хеҙмәт юлдарын ҙур ғорурлыҡ менән һүрәтләй. Уларҙың һәр береһе күҙ алдына баҫҡандай.
Әнүзә Мәжитова Өмөтбай ауылынан яугир Вәлит Сабитовтың әсәһенә яҙған хатына байҡау яһаған. Ул хат Зифа Сөләймәнованың Ҡөрьән китабы араһында бик ҡәҙерләп һаҡлана икән.
Миңзәлә Сирғәлина үгеҙ егеп ер һөргән ялан аяҡ малайҙарҙың да, станок артында шинель-бейәләй тегеүҙән бармаҡтары күберсегән ҡыҙҙарҙың да, һәммәһенең дә был көндө – Еңеү көнөн көтөүен һүрәтләй.
Етмеш биш йыл... Һуғыш михнәттәрен үҙ иңендә күтәргән ветерандарыбыҙ арабыҙҙа бик һирәк ҡалып бара. Әммә улар йөрәгендә йөрөткән әрнеүҙәр, хәтерләүҙәр, йән яралары онотоломай, улар балалары күңелендә дауам итә...
Шулай итеп, I - се урын Хәлиҙә Абдуллина, Миңзәлә Сирғәлина, II - се урын Әнүзә Мәжитова, Абрар Ғәлин, Рәшиҙә Абдуллина, III - сө урын Рәзилә Ырыҫҡужина, Гөлсинә Билалова, Асия Ҡадирова. Уларҙың барыһына ла Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырыласаҡ.
Иң оло ҡатнашыусылар Маһира Айытбаева һәм Миңдинур Хәйбуллиналарға махсус приз.
Гөлнара Мостафина комиссияла булһа ла, беҙҙең һорау буйынса бәйгелә ҡатнашты. Ауылдаш яҙыусыбыҙҙы Билал ауыл китапханаһында үтәсәк осрашыуға саҡырабыҙ (үҙҡурсалау осоро тамамланһын да). Яҙыусы өсөн үҙенең яҙғандарын уҡыған әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашыу иң ҙур бүләк булыр тип иҫәпләйбеҙ.
Барлыҡ бәйгеселәргә рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Барығыҙға ла һаулыҡ, уңыштар, ижади үрҙәр теләйбеҙ!
комиссия ағзалары: Вилүр Мәүлитов, Илдүсә Әминева, Гөлдәр Юлмөхәмәтова, Гөлнара Мостафина, Райхана Булатова.
Райхана Булатова,
Билал ауылы китапханасыһы.
Читайте нас: