Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
18 Март 2020, 10:45

Һуғыш йылы балаларын ҡәҙер итәйек!

Беҙ уларҙы "һуғыш йылы балалары" тип йөрөтәбеҙ. Бик йәш килеш ҡот осҡос һуғыштың әсе хәсрәтен үҙ елкәләрендә татыған сабыр йөрәктәр бит улар. Ул йылдарҙағы балалар хәҙер инде олатай-өләсәйҙәр.#национальныепроекты

Беҙ уларҙы "һуғыш йылы балалары" тип йөрөтәбеҙ. Бик йәш килеш ҡот осҡос һуғыштың әсе хәсрәтен үҙ елкәләрендә татыған сабыр йөрәктәр бит улар. Һуғыш ғазаптарын, аслыҡ-яланғаслыҡты күргән балалар хәҙер инде олатай-өләсәйҙәр.

Күгиҙел ауылында ла хеҙмәт һәм тыл ветерандары йылдан йыл һирәгәйә. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан беҙ: ауыл старостаһы Марат Көсөкбай улы, ауыл ағинәйе, мәғариф ветераны Сания Әхмәтзыя ҡыҙы, ветерандар советы рәйесе Әхәт Әхмәҙулла улы, ауыл китапханасыһы Әлиә Хәмитйән ҡыҙы, "Нисек йәшәйһең, ауылым ветераны?" тип уларҙың хәлдәрен белеү маҡсаты менән өйҙәренә йөрөп сыҡтыҡ.
Ғәрифә Ҡаһарман ҡыҙы Рәхмәтуллинаға 91 йәш. Беҙҙе ҡыуанып ҡаршыланы ул. Кесе ҡыҙы Рәзилә апай уны бик ҡәҙерләп көтә уны. Ғәрифә инәй оло булыуына ҡарамаҫтан, матур итеп йырлап та күрһәтте беҙгә. Элекке ваҡыттарын иҫләп, хәтирәләре менән бүлеште.

Баһаутдинова Рәшиҙә Сәғәҙей ҡыҙы быйыл үҙенең 81 йәшен билдәләй. Ауылда үткән бер сарананда ситтә ҡалмай. Бигерәк ҡул эштәренә оҫта, китап уҡырға ярата. Ул ҡыҙы Зилә һәм кейәүе Данил Сирусиндар менән йәшәй. Балаларыма мең рәхмәтлемен, ти Рәшиҙә инәй. Беҙ килгәс дәртәлнеп китеп, үҙе теккән күлдәген кейеп, матур йырҙарын бүләк итте.

60 йыл бергә иңде-иңгә терәп йәшәгән Зәйтүнә Нәбиулла ҡыҙы менән Сәмиғулла Шәрифулла улы Харисовтар ҙа беҙҙе ихлас ҡаршы алды. "Һуғыш йылдары тураһында һөйләгем дә килмәй, ошо матур тормоштоң ҡәҙерен беләйек", - ти Зәйтүнә инәй. Мал көтөп, йәй ҡош-ҡорт аҫрап гөрләтеп донъя көтә улар.

Фәрүәз Сәғәҙей ҡыҙы Сәлмәнова һуғыш башланғанда 4 йәшлек кенә бала булып ҡала. Аҙаҡ үҫмер генә көйө, совхозда ир көстәре етмәгәнлектән, төрлө эштәргә егелә. Үгеҙ егеп барлыҡ эштәрҙә лә ҡатнаша. Йәшләй генә һеңлеһе үлеп ҡалғас, уның балаларын етем итмәйем тип, үҙенең ҡанаты аҫтына ала. 10 баланы аяҡҡа баҫтырып, тәрбиәләп үҫтергән көслө рухлы әсәй ул. Әлегә ваҡытта ла өй йылыһын һаҡлап, янына ҡайтҡан балаларын эргәһенә йыйып, бик матур итеп донъя көтә.

Һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәбеҙ, хөрмәтле ветерандар! Беҙ тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, Ватаныбыҙҙы яратырға, һуғыштың бар ауырлығын үҙ елкәһендә күтәргән ветерандарыбыҙҙы хөрмәт итергә бурыслыбыҙ.

Әлиә Дауытбаева,

Күгиҙел ауыл китапханасыһы.

Читайте нас: