Һаҡмар
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
16 Март 2020, 19:35

«Еңеү эшелоны-2020» акцияһы Өфөгә киләсәк

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылау маҡсатында илдә «Еңеү эшелоны-2020» акцияһы иғлан ителә. Уның маршрутына Өфө ҡалаһы ла ингән.#национальныепроекты

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылау маҡсатында илдә «Еңеү эшелоны-2020» акцияһы иғлан ителә. Уның маршрутына Өфө ҡалаһы ла ингән. «Еңеү эшелоны-2020» мәғлүмәт биреү һәм пропагандалау акцияһының маршруты түбәндәгесә: Иркутск — Красноярск — Новосибирск — Омск — Төмән — Силәбе — Өфө — Һамар — Пенза — Саранск — Ҡазан — Ижевск — Пермь — Екатеринбург.

Акция 24 апрелдә Иркутск ҡалаһында старт аласаҡ һәм ул 8 майҙа Екатеринбург ҡалаһында тамамланасаҡ, тип көтөлә. «Еңеү эшелоны-2020» Өфөгә 1 майҙа иртәнге 11-се 10 минутҡа килеп етергә һәм көндөҙгө сәғәт 5-се 2 минутта ҡуҙғалырға тейеш.

Читайте нас в