Һаҡмар
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
12 Март 2020, 19:25

6-сы рота - беҙҙең хәтерҙә мәңгелек!

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 2000 йылда Аргун тарлауығында геройҙарса һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә дәүләт түләүҙәрен тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

2000 йылдың 29 февраленән 1 мартына ҡарай төндә подполковник Марк Евтюхин етәкселегендәге десантсылар Аргун тарлауығында чечен боевиктары менән алыша. Тиңһеҙ алышта беҙҙең һалдаттар ҙур ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ күрһәтә. Улар 16 сәғәт буйы ут аҫтында була. 90 хәрбиҙән 83 кеше һәләк була.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 2000 йылда Аргун тарлауығында геройҙарса һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә дәүләт түләүҙәрен тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, аяуһыҙ был яуҙа һәләк булған һалдаттарҙың яҡындары ай һайын 65619 һум аласаҡ. Был бойороҡ 76-сы һауа-десант дивизияһының 6-сы парашют-десант хәрбиҙәренә генә ҡағыла.

Читайте нас в