Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
24 Февраль 2020, 01:55

Шайморатов генерал - Ишбирҙелә

Бөгөн ауылда ҙур театрлаштырылған тамаша булды. Тулыраҡ беҙҙең сайтта. #национальныепроекты

Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал,
Ат уйнатып алда бара
Шайморатов генерал. . .
Нимә сыға - Ишбирҙҽнән сыға, тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр бит инде. Бөгөн дә бына улар Бөйөк Еңҽүҙҽң 75 йыллығына ҡарата 112-сҽ Башҡорт кавалҽрия дивизияһының яугирҙарын, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм тыуған яҡтарына ҡайтып, баҡыйлыҡҡа күскән ауылдаштарын иҫкә алыу маҡсатында ҙур театрлаштырылған тамаша ойошторолдо. Ишбирҙе һәм Бөрйәнйылға ауылдары ир-егеттәре 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарын һынландырҙы. Улар аттарында "һуғыш яланында" булды, алдарына ҡуйылған "хәрби бурыстар" - төрлө һынауҙарҙы атҡарып сыҡты. Ялан кухняһында бешкән һалдат бутҡаһынан да ауыҙ иттеләр.
"Гҽнҽрал Шайморатов" янында фотосҽссия ойошторолдо.
Шулай итеп Ишбирҙе һәм Бөрйәнйылға ауылы халҡы бөгөн тарихҡа "ҡайтып" әйләнде. Тыныс тормош өсөн баштарын һалған һәм тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип булған ветерандарға дан йырланды.
Читайте нас: