Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
23 Февраль 2020, 16:45

Беренсе Шайморатов ордены кемгә тапшырылды?

Уға кем лайыҡ булды? #национальныепроекты

Бөгөн Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата уҙған парадта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тантаналы шарттарҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ветераны Мөғин Кәрим улы Нагаевҡа Шайморатов орденын тапшырҙы. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ленин, Ҡыҙыл Йондоҙ, Ҡыҙыл Байраҡ, l Дәрәжә Ватан һуғышы, Александр Невский ордендары шулай уҡ "Хәрби хеҙмәттәре өсөн" һәм башҡа миҙалдар менән наградланған.
Мәғлүм булыуынса, Шайморатов орденын хәрби һәм гражданлыҡ ҡаҙаныштар һәм батырлыҡ күрһәтеүселәргә тапшырыу ҡаралған.
Фото рәсми сайттан алынды.
Читайте нас: