Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
15 Февраль 2020, 12:55

ЕҢЕҮ һалдатын мәңгелек аллеяға ҡуяйыҡ!

Ғаилә тарихын - ил тарихына! Данлыҡлы "Патриот" хәрби-патриотик музейында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең "Хәтер юлы" эшләнә. Бының өсөн яугир тураһында мәғлүмәттәр ебәрергә генә кәрәк. Хөрмәтле баймаҡтар! "Хәтер юлында" беҙҙең яҡындарыбыҙ, яҡташтарыбыҙ ҙа булырға тейеш! Ситтә ҡалмайыҡ!

РФ Оборона министрлығы “Хәтер юлы “ (“Дорога памяти”) проектына мәғлүмәттәр туплауын дауам итә. Был проектҡа ярашлы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәр яугир тураһында дөйөм база туплана. Артабан яугирҙәрҙең исем-шәрифле фотолары РФ Хәрби Көстәренең хәрби-патриотик йүнәлештәге “Патриот” мәҙәниәт һәм ял паркында ҡуйыласаҡ. Был данлыҡлы парк Мәскәү өлкәһендә урынлашҡан. “Хәтер юлы” мәңгеләштерелеп, яугирҙәр хәтеренә арнап төҙөлгән храмға тиклем һуҙыласаҡ.. Мәктәп уҡыусылары һәм төрлө уҡыу йорттары студенттары, граждандар [email protected] электрон почтаһына фотолы әҙер материалды ебәрә ала. Был эште 1 мартҡа тиклем башҡарырға кәрәк.
Бынан тыш һәр кем мәғлүмәтте үҙаллы ла ебәрә ала. Бының өсөн foto.pamyat-naroda.ru doroga.mil.ru электрон почталарына яугирҙең фотоһын һәм уның тураһында яҙып ебәрергә кәрәк. Шулай уҡ интернетҡа инеп яндекс йә гугл аша “Дорога памяти” тип эҙләүгә баҫығыҙ. Шунда уҡ кәрәкле сайт килеп сығасаҡ. Унда һеҙ һуғышта ҡатнашҡан яугир тураһында һораған мәғлүмәтте йыяһығыҙ (исем-шәрифе, тыуған йылы) һәм фотоһын һалаһығыҙ. Артабан “отправить” тигәнгә баҫығыҙ. Һәм һеҙҙең яҡын кешегеҙ мотлаҡ “Хәтер юлы”нда үҙ урынын аласаҡ. Шәп бит! Мәңге торасаҡ галереяға яҡындарыбыҙҙы йәһәтерәк ебәрә һалайыҡ.
Бөйөк Еңеүҙе килтергән һалдаттар онотолмаһын! Уларҙың исемен мәңгеләштереү акцияһында барыбыҙ ҙа ҡатнашайыҡ!
Гүзәл Иҫәнгилдина.
Читайте нас: