Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
13 Февраль 2020, 13:35

Яҙмыш һынауҙарына баш эймәгән мулла

“Уны беҙ атырға алып барабыҙ”,-тигән яуап була. Шул саҡта хужа быларҙың аяғына йығылып былай ти: ”Әгәр был кешене атырға уйлаһағыҙ, тәүҙә мине атығыҙ, мин риза, шунан уны атырһығыҙ”. Хужа ерҙә илап ятып ҡала, ҡораллы йыртҡыстар атайымдың ҡулдарын сисеп, ҡапҡанан төрткөсләп сығарып ебәрәләр.

Тәбиғәттең бик матур, тауҙар уратып алған төбәгендә, ҙур булмаған Мәмбәт ауылы урынлашҡан. Элек-электән был ауылда йор һүҙле, үҙҙәренә генә хас булған матур холоҡло, эшсән, бер-береһенә ярҙамсыл, тәртип ҡанундарын белгән һәм һаҡлап килгән ихлас халыҡ йәшәй.

26 сентябрҙә ошо ауылда ҙур ваҡиға булды: ауылдың нәҡ уртаһында тирә-яҡҡа йәм биреп торған яңы мәсет үҙенең изге ишектәрен асты (Мин ошо ауылда тыуып-үҫһәм дә, ауырып китеү сәбәпле, бара алманым).

Ошо мәсет асыу ваҡиғаһы, ниһәйәт, тыуған ауылымда тиҙҙән аҙан тауыштары яңғыраясағы - күңелемдә бик күп хәтирәләр, йөрәгемдә төрлө хистәр уятты. Улар мине бик йыраҡта ҡалған дәһшәтле, ғазаплы йылдарға алып ҡайтты. Мәмбәт ауылының иң осонда урынлашҡан кескәй генә өйҙә мин донъяға килгәнмен. Ғаилә башлығы Солтанхәмит Шәрипов тәрбиәһендә, ул саҡта биш бала булып, мин алтынсы бала булып донъяға тыуғанмын. Мин әҙерәк иҫ белеп, донъяны һиҙә башлағандан алып, атайымды бөтә кеше “мулла ағай”, “мулла олатай” тип өндәшә ине. Хатта мин ул саҡта атайымдың исеме Мулла икән тип уйлай инем. Ләкин үҫә төшкәс атайымдың муллалығының емештәре уның үҙе өсөн дә, беҙҙен өсөн дә, беҙҙен балалығыбыҙ өсөн дә ни тиклем әсе икәнлеген аңланым.

Революцияға тиклем Баймаҡ районының Иҙелбай ауылында (ул ауыл хәҙер юҡ инде) беҙҙең ҡартатайыбыҙ мәшһүр хәҙрәт Ғатаулла Сырлыбаевтың мәҙрәсәһе булған. Минең буласаҡ атайым Солтанхәмит ошо мәҙрәсәлә белем алған. Ғатаулла хәҙрәттең шәкерте булған саҡта уҡ, ул үҙенең остазының тәүҙә бер ҡыҙына-Маһираға, шунан ул мәрхүм булғас, икенсе ҡыҙы- Сәкинәгә өйләнә. Сәкинәнән мин һәм ҡустым Шәфҡәт (мәрхүм) тыуғанбыҙ. Атайым уҡыған йылдарҙа, шул уҡ мәҙрәсәлә буласаҡ әүлиә Мөжәүир ҙә белем ала. Мөжәүир ҡыш көнө мәҙрәсәлә ятып уҡый, йәй көнө башҡа шәкерттәр өйҙәренә таралғас, хәҙрәттең, йәғни, беҙҙең ҡартатайҙың малдарын көтә торған булған. Атайым һөйләүе буйынса, Мөжәүир бик шаян, шуҡ малай булған. Шулай итеп, атайым ошо мәҙрәсәнән указлы мулла булып (хәҙергесә дипломлы) өйөнә ҡайта һәм Түбәнге Мәмбәттә балалар уҡыта башлай. Ләкин тиҙҙән бөтөн ил буйлап ҡот осҡос мәхшәр башлана – революция, граждандар һуғышы. Был аяуһыҙ ҡан ҡойош тыныс ҡына йәшәп ятҡан Башҡортостан халҡының да тормошон селпәрәмә килтерә. Бер туғандар, ерҙәштәр бер-береһенә мылтыҡ төбәй, талай, йәберләй, хатта үлтерә. Был атыштар, йәберләүҙәр иң элек дин әһелдәренә төбәлә. “Яңы тормошто” аҡылһыҙ башлы “аҡыллылар” мәсеттәрҙе, сиркәүҙәрҙе емереүҙән, дин әһелдәрен мыҫҡыллауҙан, йәберләүҙән башлап ебәрә. Ауылдарҙа көпә-көндөҙ талауҙар, ир-аттарҙы ҡайһы яҡ өлгөрә – ҡыҙылдармы, аҡтармы мобилизациялап алып китеүҙәр – былар береһе лә Мәмбәт ауылын да урап үтмәгән. Һуңынан, атай-әсәй һөйләүе буйынса, ниндәй генә ғәскәр килһә лә, ҡатын-ҡыҙҙар баҙға төшөп йәшенер булған. “Мәмбәт янындағы Сирағол тауында күп ваҡыт пулемет тора торғайны, шунан ауылға төбәп атыштар булды”, - тип һөйләгәйне атайым. Шундай ҡурҡыныс, бола көндәрҙең береһендә ҡораллы кешеләр беҙҙең өйгә шатыр-шотор килеп инеп, атайымды алып китәләр. Ниндәйҙер тау араһына алып килеп, ҡулына мылтыҡ тотторалар һәм ошо урында һаҡта торорға ҡушып, үҙҙәре сабып китеп баралар. Атайым, бер ваҡытта ла намаҙын ҡалдырмаған кеше, өйлә намаҙы ваҡыты еткәс, мылтығын ергә ҡаҙап ҡуя ла, бер таш артына барып намаҙға баҫа. Уның сәждәгә китеүе була, ҡайҙандыр һыбайлылар килеп сыға. Алда сапҡаны баш өҫтөндә ҡылысын ялтыратып намаҙ уҡып торған муллаға ташлана, ләкин уның артынан сапҡан икенсе һыбайлы тегенең ҡулын тотоп өлгөрә һәм тегегә ниҙер әйтә. “Ул кеше иманлы башҡорт йәки татар булды, шикелле”- тип һөйләй торғайны атайым. Шулай итеп, Аллаһы Тәғәләнең рөхсәте булмағас, атайымды үлем урап үтеп китә.

Атайым башынан үткәндәрен бик матур, аңлайышлы, тасуири итеп һөйләй ине. Шул уҡ йылдарҙа атайым тағы ла бер үлем тырнағынан ҡотола. Бер көндө атайымдарҙың өйө янына яҡшы пар аттар егелгән кырандас килеп туҡтай. Бер нисә ҡораллы кеше һикерешеп төшөп өйгә килеп инә һәм бер ни әйтмәй, аңлатмай, атайымды һөйрәп тышҡа сығарып, ҡулдарын артҡа шаҡарып бәйләп, арбаға ырғыта һәм Баймаҡ яғына сабып сығып китә. Элек Баймаҡ менән Мәмбәт юлының уртаһындараҡ, юлдан алыҫ түгел ерҙә, кәбәнгә оҡшаған таш була торғайны, халыҡ уны Кәбән таш тип йөрөттө. Был кешеләр көлөшә-көлөшә шул таш янында туҡтайҙар һәм атайымды һөйрәп төшөрөп, шунда барып баҫырға ҡушалар. Атайым таш янына барып баҫа, былар көлә-көлә уға бик оҙаҡ мылтыҡ төбәйҙәр, ләкин атмайҙар, тағы һөйрәкләп арбаға тейәп Баймаҡ яғына елдерәләр. Баймаҡҡа килеп етеп, завод янындағы бик ҙур матур йорт янына туҡтайҙар. Ҙур ҡапҡаны асып хужа быларҙы ҡаршыларға йүгереп сыға (Уның фамилияһын атайым белә торғайны, шул завод хужаларының береһе). Йорт ихатаһына ингәс, хужа арбала бәйле ятҡан кешене күреп, ҡысҡырып ебәрә: “Эй хоҙайым, Солтанхәмит, һинме был, нишләттеләр һине?” Шунан теге ҡораллы кешеләргә ялбара башлай: ”Нимә эшләтергә итәһегеҙ был изге кешене?”

Уны беҙ атырға алып барабыҙ”,-тигән яуап була. Шул саҡта хужа быларҙың аяғына йығылып былай ти: ”Әгәр был кешене атырға уйлаһағыҙ, тәүҙә мине атығыҙ, мин риза, шунан уны атырһығыҙ”. Хужа ерҙә илап ятып ҡала, ҡораллы йыртҡыстар атайымдың ҡулдарын сисеп, ҡапҡанан төрткөсләп сығарып ебәрәләр.

Бер нисә йылдан һуң утлы-ҡылыслы граждандар һуғышы туҡтап, тормош әҙләп яйланған һымаҡ булһа ла, Совет органдарының дингә, дин әһелдәренә ҡарашы һаман да ҡырҡыулашыуын дауам итә. Совет идеологияһын бик тиҙ башына һеңдереп алған наҙан халыҡтан динде мыҫҡыллаған таҡмаҡтар сығартыу, муллаларҙан көлөү, кисәге аҙан яңғыраған, ә бөгөн клубҡа әйләнгән мәсеттәрҙәге тәртипһеҙлектәр – былар бөтәһе лә бала саҡтан Аллаһы Тәғәләгә иман килтереп, дин ҡанундары менән йәшәгән атайымдың ни тиклем йөрәк, күңел ғазаптарын кисереүен күҙ алдына килтереүе ауыр.

Бик күп һынауҙар, кеше йөкләй алмаҫлыҡ ауырлыҡтар үткәреп төҙөлгән тыныс тормош тағы ла ҡырҡа өҙөлә. Һуғыш башлана. Һуғыш башланып 8 көн үткәс, мин донъяға килгәнмен. 19 йәшлек Тәҡиулла ағайымды һуғыштың беренсе айҙарында уҡ фронтҡа оҙаталар, шул уҡ йылда ул һәләк тә була. Атайымды хеҙмәт фронтына алалар, ул хеҙмәт фронтында пулялар осмаһа ла, шул тиклем ауырлыҡ, ҡаты хәрби тәртиптәр булған тип, күп кешенән ишеткәнем бар ине.

Ғаиләлә баш булып 13-14 йәшлек Рәшит ағай ҡала, әсәйем ҡулында 2 балиғ булмаған апайым һәм сәнгелдәктә ятҡан мин. Атайым хеҙмәт фронтында күпме булғандыр, хәтеремдә ҡалмаған, ләкин аяғына эш ваҡытында ниндәйҙер ҡайнар шыйыҡса түгелеп ауырып өйгә әйләнеп ҡайтҡан. Ул аяғы бәйләнгән килеш совхозда төнгө ҡарауылсы булып эшләй башлаған. Миңә ул ваҡытта 3-4 йәш булғандыр, сөнки сабый саҡ хәтере бик оҙаҡ һаҡлана икән. Атайымдың һуҡыр әсәһе бар ине. Атайым кис, ҡыштың шығырлап торған сатлама һыуыҡтарында, ни өсөндөр көн һайын эшкә, төнгө ҡарауылға әсәһе менән бәхилләшеп китә ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был фани донъя шулай яратылған: яҡшылыҡ, изгелек менән бергә яуызлыҡ, мәкерлек тә ҡуша атлай. Шул заманда Мәмбәттә эшләгән бер “түрә” (исемен әйтмәйем, балалары бар), атайым өҫтөнән ялыу яҙып (йәнәһе, ул нисәлер минутҡа эшкә һуңлаған), уны хөкөм иткәндәр-төрмәгә ябырға (срогын иҫләмәйем). Эшкә һуңлаған тигәне уны төрмәгә ултыртырға сәбәп була, ә хөкөм итеүҙең сәбәбе – атайымдың муллалығы.

Атайымдың төрмәгә оҙатылыу көнөн минең сабый хәтерем ни өсөндөр бик ныҡ һаҡлаған. Бөгөн дә күҙ алдымда тора: беҙҙен бәләкәй генә бик ярлы өй, өй тулы ҡатын-ҡыҙҙар, хатта үҫмер малайҙар. Атайым урындыҡ ситендә ултыра, ҡатын-ҡыҙҙар, әсәйем мыршылдап илайҙар, беҙ апайымдар менән урындыҡ мөйөшөнә һыйынғанбыҙ. Йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар бәләкәй генә төйөнсөктәрен атайыма бирәләр – бер ус талҡан, ҡорот киҫәге, бәләкәй шешә менән һөт.

Ҡәҙерле ғәзиз ауылдаштарым! Мин был юлдарҙы күҙ йәштәре менән яҙам. Шул төйөнсөктәр тотоп килгән апайҙар, инәйҙәр, еңгәйҙәр! Бөгөн һеҙ барығыҙ ҙа ахирәттә. Аслы-туҡлы йәшәгән балаларығыҙҙың ауыҙынан өҙөп, үҙегеҙ тәрән ихтирам иткән, ләкин нахаҡ бәлә яғылған муллағыҙға, бәлки, һуңғы киҫәгегеҙҙе алып килгәнһегеҙҙер. Эй ғәзиз, илаһи изге йәндәр! Рәхмәт һеҙгә атайым өсөн, Солтанхәмит мулланы ихтирам иткән өсөн, ҡәҙерле ауылдаштарым! Һеҙҙең шул ауыр аслыҡ йылдарында Солтанхәмит муллаға юлға тотторған бер ус ризыҡтарығыҙҙың бәйәһе бөгөнгө миллиардерҙарҙың хәйриә фондына биргән миллиондарынан бик күпкә артыҡ, ул төйөнсөктәрҙең әжерен бер Раббыбыҙ ғына иҫәпләй ала, Ул ғына һеҙгә уның әжер сауабын ҡайтара ала. Мең-мең рәхмәт һеҙгә, изге күңелле ғәзиз ауылдаштарым! Шулай итеп, бөтә ауыл халҡы, илашып, атайымды төрмәгә оҙатты.

Бик күп йылдар үткәс элек Мәмбәттә, хәҙер Баймаҡта йәшәгән бер апай миңә шундай хәлде һөйләне. Баймаҡ урамы буйлап колонна менән арестанттар китеп барған. Шулар араһында был апай электән белгән Солтанхәмит мулланы күреп ҡала. Апай ҡораллы кешеләр һаҡлап барған колонна артынан йүгерә. Был хәл кискә табан булғанлыҡтан, колоннаны бер ҙур кирбес һарайға индереп ябалар. Апай кире өйөнә йүгерә. Өйөндә бер – ике ус бойҙайы була. Тиҙ генә шул бойҙайҙы ҡул тирмәне аша тартып, усаҡ яғып ебәреп, көлгә күмеп икмәк бешереп ала. Тағы ла йүгерә теге һарай янына. Ҡарауылсыларҙан рөхсәт алып Солтанхәмит мулланы таба һәм шул йылы икмәген тоттора. Был апай ул ваҡиға күптән үтһә лә күҙ йәштәре менән һөйләне. “Солтанхәмит мулланың шунда биргән фатихаһы, рәхмәттәре миңә ғүмер буйына рәхәтлектә йәшәргә насип итте. Мин шул тиклем һәйбәт йәшәйем”, - тине был апай.

Шулай итеп, атайым төрмә шарттарында йәшәй башлай, ләкин был бик ауыр шарттарҙа ла намаҙ уҡыуын дауам итә. Һуңынан тағы бер нисә хәлде һөйләне. Намаҙ өсөн тәһәрәт кәрәк, ә ул бер кисте тәһәрәт алыу өсөн ҡомғанды тотоноп, бергә ултырғандарҙан бик ныҡ туҡмала. Шулай ҙа ул намаҙын төрлө шарттарҙа ла уҡый. Камераны ҡарап, тикшереп йөрөүселәрҙең береһе, атайым һөйләүенсә, бик таҙа кәүҙәле, мыҡты урыҫ, атайымды намаҙҙа күреп ҡалһа, гел килеп артына тибеп осора торған була. Ләкин мулла үҙенекен эшләй. Аптырағас, был кеше камералағыларҙан һорай икән: ”Чем занимается этот ненормальный?”. “Он молится Богу”,- тигәндәр камералағы тотҡондар. Шунан һуң был урыҫ бик оҙаҡ атайымдан ғәфү үтенгән һәм һәр ваҡыт башҡа яман кешеләрҙән ҡурсалап торған. Бына шундай ғибрәтле хәлдәрҙе ишеткәндән һуң аптырап ҡуяһың, хатта ошо тиклем түбән, ытырғаныс хеҙмәттә йөрөгән, кеше туҡмарға ҡулы күтәрелгән бәндәлә лә, ул ниндәй генә милләттә булһа ла, Алланың бөйөклөгөнән ҡурҡыу бар икән.

Атайымдың төрмәнән ҡотолоуы ла бик мөғжизәле хәл булған. Төрмәлә ултырған кешеләр көнө буйы ауыр эштә булһа ла, төн буйы уларға тыныс йоҡо булмаған. Төн урталарында һаҡсылар инеп йә бер кешенең, йә икенсеһенең фамилияһын ҡысҡырып тышҡа сығырға ҡушалар икән. Был сыҡҡандарҙың ҡайһылары кире инә, ҡайһылары ҡайҙалыр юҡ була. Юҡ булыусыларҙың ҡайһыларын каторгаға, ҡайһыларын атырға хөкөм сығаралар икән. Бер төндө атайымдың да фамилияһын ҡысҡырып, әйберҙәре менән сығырға ҡушалар. Төн уртаһы була. Ярым ҡараңғылыҡта бер башҡорт кешеһе атайыма ниндәйҙер ҡағыҙҙар, әҙерәк аҡса (сепрәк эсендә) тоттора ла былай ти: “Бында яҡындараҡ тауҙар бар, шул тауҙар яғына кит, бер нисә көн шул тирәлә йөрө, хәҙергә станцияға барма. Өйөңә 4 айһыҙ ҡайтма, алыҫта туғандарың булһа, шунда йәшәп тор, 4 айҙан һуң мин өйөңә документтарыңды ебәрермен. Мин һине беләм. Һин – изге кеше. Ә һин мине бер ваҡытта ла белергә тырышма, тиҙерәк китергә тырыш”,-тип ҡабаландырып сығарып ебәрә. “Мине төрмәнән ҡасырыуҙа, теге мине элек туҡмап йөрөгән урыҫтың да ҡатнашы булды шикелле, ул төндә уны ла ары-бире күреп ҡалдым”,- тип һөйләне атайым бик күп йылдар үткәс кенә.

Бер нисә көн шул тау-таш араһында йөрөгәндән һуң атайым бер станцияға барырға була. Ҡайһы поезд ҡайҙа барғанын һорашып белеп, Черемхово яғына китергә була. Черемхово – себерҙәге бер ҙур поселок, унда төрлө яҡтан кулак тип һөрөп ебәрелгән кешеләр йәшәгән. Атайымдың яҡын ғына туғандары ла шунда һөрөлгән булған. Һуғышҡа тиклем атайым улар менән элемтә тотҡан. Ул былай тип һөйләгәйне. “Төндә китә торған тауар поезының вагондары бер-береһенә йыуан ғына торбалар менән тоташҡан, шул ике вагон араһындағы торбаларҙы ҡыҫып ҡосаҡлап, аяҡтарҙы ниндәйҙер бер тимергә терәп, себергә килеп еттем. Станцияларҙа туҡталышта төшөп, саҡ ҡына ҡулдарҙы, аяҡтарҙы ышҡып йылытып, ниһайәт, туғандарыма барып еттем”. Унда ике ай булып (“кулак” тип һөрөлгән кешеләр бик һәйбәт йәшәп ятҡандар), икенсе “кулак” туғандарына, Силәбе өлкәһе Пласт тигән рудникка китә. Был рудникта уран рудаһы сығарылған урын булған. “Кулактар шунда үлеп бөтһә лә ярай”,- тигән уй менән бында башлыса башҡорт, татар байҙары һөрөлгән булған. Ләкин эшсән кеше ҡайҙа ла эшләй, улар шунда бик һәйбәт тормош менән йәшәп киткәндәр.

Атайым унда ике ай йәшәгәндән һуң, ниһайәт, өйгә ҡайтып килде. Туғандары беҙгә һәйбәт кенә күстәнәстәр, әсәйемә үҙҙәренән артыҡ булған кейем-һалымдарын ебәргәндәр ине. Шулай итеп, ул саҡта атайҙың нишләп туғандарында йөрөгәнен әсәйҙән башҡа бер кем дә белмәне.

Мин баштараҡ әйтеп киткәйнем инде, атайымдың муллалығының “әсе емешен” беҙ ҙә бала саҡта татыныҡ, тип. Ул “емештәр” аслыҡ-яланғаслыҡ ҡына түгел ине. Беҙгә лә “мулла балаһы” тигән мөһөр тағылған ине. Ул заманда совет идеологияһы шул тиклем көслө ине, хатта йәш, әле тормошҡа ҡарашы нығынмаған ҡайһы бер балалар ҙа, ата-әсәһенең муллаға булған ихтирамына ҡарамаҫтан, ҡайһы бер ваҡыт мине “мулла” тип сағып алалар ине. Шул мыҫҡыллауҙан шул тиклем ҡурҡа инем. Бәхеткә күрә, мин мәктәпкә уҡырға инеп, бик һәйбәт уҡығанлыҡтандыр, ул мөһөр миңә оҙаҡ йәбешмәне, ә бына ҡустым Шәфҡәт мәрхүм йыш ҡына “мулла” тип туҡмалып ҡайтҡаны хәтеремдә. Был осраҡта, әлбиттә, балалар ғәйепле түгел, шул замандың иҫ киткес кире, наҙан идеологияһы ғәйепле.

Һуғыш бөтөп, халыҡ икмәккә туйғас, ниһайәт, тыныс тормош башланды. Атайым ғәйет намаҙҙарын Түбәнге Мәмбәткә барып үткәрә ине, сөнки унда намаҙ уҡыусы бер нисә ҡарт бар ине. Халыҡ атайымдың вәғәзен бик яратып тыңлай ине. Уның матур тауыш менән аҙан әйтеүе, уға ғына хас булған моң менән һәр намаҙ аҙағынан Ҡөрьән уҡыуы, ошоға тиклем минең ҡолағымда янғырай. Был Аллаһы Тәғәләнең бер мөғжизәһелер инде.

Һуңынан атайым пенсия ала башланы, 5-6 һум ине, шикелле. Тормош әҙерәк яйланды. Атайымдың дин ҡанундарын, хәҙерге күҙлектән ҡарағанда, артыҡ дәрәжәлә тотоуы, ҡайһы ваҡыт көлкө хәлдәргә еткерә ине. Атайым хаж сәфәренә барыу теләге менән пенсияһын һаҡлыҡ кассаһына илтеп һала башлаған. Аҡсаһы 50 һумға еткәс ул алырға барған. Унда эшләгән ҡыҙҙар атайыма 55 һум бирәләр икән. Ә атайым ҡырҡа баш тартҡан. “Мин 50 һум һалдым, шуны алам, ҡалғаны уның хәрәм, ришүәт була”-тип, бик ныҡ иҙәғәүәләшкән. Шулай итеп аҡса йыйып, райондағы дин башлыҡтары аша хажға барыу тураһында юллай башлай. Ләкин ниндәйҙер сәбәп менән бара алманы (Бәлки, төрмә йылдары сәбәп булғандыр). Әммә ул йылдарҙа ла хажға етерлек аҡсаны Өфөләге Диниә Назаратына ебәреп, хаж сауабын һәм хажи исемен алыу тәртибе булған икән. Бер көндө атайым Баймаҡтан бик ныҡ ҡыуанып, хажи тигән исемде алып ҡайтты. Хажға барған бер мулланан зәм-зәм һыуы алып килеп бөтә ауылға эсереп сыҡты.

Атайым донъянан киткәндән һуң бик күп йылдар үткәс, Аҡморонда Ишбулды Хәсәнов тигән ағай (мәрхүм), “Миңә Солтанхәмит мулла олатай үҙ ҡулы менән зәм-зәм һыуы эсерҙе”,-тип ҡыуанып маҡтанып торҙо. Ул ваҡытта зәм-зәм һыуының бәйәһе бик юғары ине.

Бик күп йылдар буйы атайым улы Рәшит һәм килене Сәрүәр ҡулында ҡәҙер-хөрмәткә күмелеп йәшәп, 92 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Иманың юлдаш булһын, ғәзиз атай.

Бөгөн килеп, Солтанхәмит мулла йәшәп киткән ауылды мәсет биҙәп тора. Ауыл халҡының ҡатын-ҡыҙҙары, ир-аттары намаҙға баҫа, Аллаһы Тәғәләнең барлығына, берлегенә иман килтереп, тәүбәгә ҡайта. Иншалла, мәсеттең барлығы бөгөнгө көндә лә, киләсәктә лә илебеҙҙә булған насар ғәҙәттәрҙән, бысраҡлыҡтан, иманһыҙлыҡтан ҡотолорға ҙур ярҙам булыр тигән өмөттә ҡалайыҡ. Мәсетебеҙ һәр ваҡыт намаҙ уҡыусылар, башҡа ғибәҙәттәр үтәүселәр менән тулы булһын, доғаларыбыҙ ҡабул булһын.

Фәүзиә Шәрипова-Байегетова.

Сибай ҡалаһы.

Читайте нас: