Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
11 Февраль 2020, 11:35

Бөйөк Еңеү эҙенән

"Әлдә генә бөгөн тыныс илдә йәшәйбеҙ", - ти Түбә мәктәбе уҡыусылары. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.#национальныепроекты

Түбә ауылы урта мәктәбенең 9-сы, 10-сы һәм 11-се класс уҡыусылары өсөн “Бөйөк Еңеү эҙенән” тип аталған кисә-викторина үтте. Уҡытыусы Миҙхәт Халфин уны бик тә ҡыҙыҡлы һәм фәһемле итеп ойошторорға өлгәшкән. Унда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Совет халҡының батырлығы, ҡаһарманлығы, тыл хеҙмәткәрҙәренең, һуғыш йылдары балаларының фиҙаҡәр хеҙмәтенә бәйле бик күп төрлө һорауҙар ҡуйылды. Уҡыусылар уларға бик тә төплө итеп яуап бирҙе. Кисә барышында билдәле был датаға бәйле белемдәрен тикшерҙе, яңы мәғлүмәттәр тупланы.

Читайте нас: