Һинең менән ғорурланабыҙ!
Ҡараңғы гүрҙәрең яҡты булһын
Урындарың булһын ожмахта.
Һинең һуғыш яраларың
Һыҙлай һаман минең йөрәктә.
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылағанда мин дә үҙемдең атайым, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәғитов Сабирйән Насырйән улы тураһында яҙмаҡсымын.
Ул 1911 йылда Таулыҡай ауылында ишле ғаиләлә донъяға килгән. Урындағы мәктәптә 8 класс белем алғандан һуң, колхозда төрлө эштәрҙә тир түгә. Аҙаҡ Баймаҡта тракторсылар әҙерләү курсы тамамлай һәм хеҙмәт юлын дауам итә.
Күпмелер ваҡыттан ҡәҙерле кешебеҙ буласаҡ тормош иптәше - әсәйебеҙ Яңылбикә Фәхри ҡыҙын осрата. Йәштәр өйләнешеп, матур тормош көтә башлай. Бер-бер артлы ике улдары тыуа. Ләкин дәһшәтле һуғыш шаңдауы беҙҙең ғаиләне лә урап үтмәй - 1943 йылдың башында атайыбыҙ фронтҡа ебәрелә. Береһенән-береһе бәләкәс ике улы менән тороп ҡалған әсәйебеҙгә лә был ваҡытта еңелдән булмай. Балаларын тәрбиәләүгә, донъя йөгөн тартыуға ул бар көсөн һала.
Атайыбыҙ танкистар бригадаһы менән меңәрләгән километр юл үтеп, утлы алыш эсендә фашист илбаҫарҙары менән алыша.
1943-1944 йылдарҙа Курск яғындағы алыштарҙа Белоруссия, Украина, Румыния, Венгрия, Германияны азат итеүҙә, Сталинград һуғышында ҡатнаша. 1945 йылда аяғы ҡаты яраланып, госпиталгә эләгә. Әммә Еңеү ҡыуанысы бар яраларға ла дауалай була.
Дошманды еңеп, яралы һалдат булып, атайыбыҙ 1945 йылда ғаиләһе янына ҡайта. Ең һыҙғанып хеҙмәт юлын колхозда дауам итә. Оҙаҡ йылдар, хаҡлы ялға сыҡҡансы, ҡошсолоҡ фермаһында уңышлы эшләй. Әсәйебеҙ менән ун бала тәрбиәләйҙәр.
Ҡәҙерлеләребеҙ икеһе лә хеҙмәт яратты, тырыш, эшһөйәр булдылар. Шуғалыр ҙа, етеш, мул тормошта йәшәнеләр. Беҙҙе, балаларын, үҙҙәре өлгөһөндә хеҙмәт һөйөүсән итеп үҫтерҙеләр. Бер ваҡытта ла эштән ҡурҡмағыҙ, эшләгәнегеҙ үҙегеҙ өсөн, ти торғайны улар.
Атайыбыҙҙың яуҙа күрһәткән батырлыҡтары юғары баһаланды. Ул II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Батырлыҡ өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары, шулай уҡ бик күп Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Улар әле лә атайымдың иҫтәлеге булып беҙҙә һаҡлана.
Һыуыҡ окоптарҙа ятып, уттар-һыуҙар кисеп, дошманға ҡаршы тороуҙарын иҫән сағында йыш телгә ала ине ул. Был дәһшәтле йылдар тураһында «зәңгәр экрандар» аша фильмдар ҡарағанда тулҡынланғаны һиҙелә ине атайыбыҙҙың. Башын һыйпап, ирекһеҙҙән сыҡҡан күҙ йәштәрен һөртөп, балаларым, һеҙгә һуғыш күрергә яҙмаһын, тип йыш ҡабатлар ине...
Ҡәҙерлебеҙ 1980 йылда 69 йәшендә вафат булды.
Таулыҡай ауылы мәктәбендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арналған стендта ғәзизебеҙҙең дә фотоһының урын алыуы беҙҙең өсөн ғорурлыҡ. Тыныс тормош, аяҙ күк йөҙө бүләк итеүгә үҙ өлөшөңдө индергән өсөн рәхмәтлебеҙ һиңә, атайым!
Әлеге ваҡытта илен, ерен һаҡлап махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә лә тыуған яҡтарына имен-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Илебеҙгә тағы ла бер Еңеү көнө килеүен бар ғаләм менән түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ.
Фәннүрә Раева.
Буранбай ауылы.