Бөтә яңылыҡтар
80 лет Победы
16 Апрель 2025, 16:45

Маҡсаттар бер, уйҙар уртаҡ

2023 йылдың декабрендә пенсия һәм социаль страховкалау фонды бүлексәһе  бинаһында оло йәштәгеләр өсөн «Аралашыу үҙәге» асылғайны. Бөгөн унда дүрт йүнәлеш буйынса туғыҙ түңәрәк  уңышлы эшләй. Бында һәр кем үҙенә оҡшаған шөғөл таба. Бәләкәй китапхана, интернетҡа тоташҡан компьютерҙар, сәләмәт тормошто пропагандалаған спорт, лекторийҙар, рус һәм башҡорт телдәрендә ике драма, шахмат, шашка, бер нисә йүнәлеште үҙ эсенә алған ҡул эштәре  түңәрәктәренә хаҡлы ялдағылар теләп йөрөй. Дәртле апай-ағайҙар  түңәрәктәргә йөрөү менән генә сикләнмәй, төрлө тематикалы сараларҙа, республика кимәлендә үткән фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша. Шуларҙың береһе - уҙған аҙнала үткән Бөйөк Еңеүҙең 80 һәм Ватан һаҡсылары йылдарына арналған сара. Уны республика буйынса пенсия һәм социаль страховкалау фонд бүлексәһе начальнигы Кәрим Баязитов, «Аралашыу үҙәге» етәксеһе Көнһылыу Әхмәтова, әүҙем ағзалар ойошторҙо. Тулыраҡ. сайтта:

2023 йылдың декабрендә пенсия һәм социаль страховкалау фонды бүлексәһе  бинаһында оло йәштәгеләр өсөн «Аралашыу үҙәге» асылғайны. Бөгөн унда дүрт йүнәлеш буйынса туғыҙ түңәрәк  уңышлы эшләй. Бында һәр кем үҙенә оҡшаған шөғөл таба. Бәләкәй китапхана, интернетҡа тоташҡан компьютерҙар, сәләмәт тормошто пропагандалаған спорт, лекторийҙар, рус һәм башҡорт телдәрендә ике драма, шахмат, шашка, бер нисә йүнәлеште үҙ эсенә алған ҡул эштәре  түңәрәктәренә хаҡлы ялдағылар теләп йөрөй. Дәртле апай-ағайҙар  түңәрәктәргә йөрөү менән генә сикләнмәй, төрлө тематикалы сараларҙа, республика кимәлендә үткән фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша.

Шуларҙың береһе - уҙған аҙнала үткән Бөйөк Еңеүҙең 80 һәм Ватан һаҡсылары йылдарына арналған сара. Уны республика буйынса пенсия һәм социаль страховкалау фонд бүлексәһе начальнигы Кәрим Баязитов, «Аралашыу үҙәге» етәксеһе Көнһылыу Әхмәтова, әүҙем ағзалар ойошторҙо.

Фойеға барып инеү менән оҫта ханымдарҙың йыл темаһына арналған ҡул эштәре, аш-һыу күргәҙмәһе урын алған ине.

«Мин - хеҙмәт ветераны. 30 йылға яҡын завод ашханаһында ашнаҡсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Бешеренергә яратҡас, өйҙә буш ултырмайым, заказға төрлө тәмлекәстәр бешерәм. «Аралашыу үҙәге»нә йөрөйөм. Әле бына аш-һыу күргәҙмәһе алып килдем», - тине Әнисә Биктимерова.

Ҡул эштәре - күпселек уңған ханымдарҙың яратҡан шөғөлдәренең береһе. Уға ҡағылышлы күргәҙмәлә ниндәй генә эштәр юҡ ине! «Хаҡлы ялға сыҡҡас, яратҡан шөғөл менән булышырға ваҡыт та күберәк ҡала. Аралашыу үҙәгендә лә бер нисә йүнәлеш буйынса ҡул эштәре менән шөғөлләнәбеҙ. Белгәндәр - өйрәтә, белмәгәндәр өйрәнә», - ти сарала ҡатнашыусылар. Пряжаларҙан бәйләнгән кофта, сумка, диван-ултырғыс ябыуҙары, күҙ яуын алырлыҡ итеп сигелгән алъяпҡыстар, төрлө төҫтәге йөндән эшләнгән баш һәм аяҡ кейемдәре күплеге һәм матурлығы ҡунаҡтарҙа һоҡланыу тойғоһо уятты.

Сара темаһына ярашлы, ҡунаҡтар кисәгә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан атайҙарының, яҡындарының фоторәсемдәрен алып килгән ине. Улар тураһында һөйләгәндә апайҙарҙа ғорурлыҡ хисе барлыҡҡа килде. Әммә шул уҡ ваҡытта улар күҙ йәштәрен дә тыя алманы.

«Атайым Хәмзә Сөләймәновтың фотоһүрәтен алып килдем. Ул 1924 йылда тыуған. Мәктәптә, унан Темәс педагогия училищеһында белем ала. Уны 1943 йылда тамамлай һәм һуғышҡа ебәрелә. 1945 йылдың авгусында ҡайта. Ғүмерен математика фәне буйынса уҡытыуға бәйләне. Әсәйем менән ете ҡыҙ һәм бер ул үҫтерҙеләр. Атайыбыҙ менән ғорурланабыҙ, - тине « Ҡул эштәре» түңәрәге етәксеһе Суфия Әсәнова.

Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам итеүҙән дә ситтә ҡалмай үҙәктә шөғөлләнеүсе ирекмәндәр. Сарала «Изгелек ҡумтаһы» урынлаштырылып, алты йәшник посылка һәм биш меңдән ашыу аҡса йыйылды. Ирекмәндәр шулай уҡ сентябрь айынан әлегә тиклем улар 48 маскировкалау селтәре үргән. Бынан тыш, төрлө посылкалар ебәреүҙә лә айырыуса әүҙем ҡатнашыусылар бар. Шуларҙың береһе - Нәзифә Шәрәфетдинова. Әүҙем ханым үҙәктәге «Ҡул эштәре» түңәрәгенең йөндән эшләү йүнәлеше буйынса ағзаһы. «Татьяна Сәйғәфәрова беҙҙе бик матур ҡул эштәренә өйрәтә. Бергәләп түбәтәйҙәр, аяҡ кейемдәре, махсус хәрби операциялағы егеттәргә носкиҙар, билбауҙар бәйләйбеҙ. Бынан тыш, райондан ылау киткән һайын ситтә ҡалмаҫҡа, үҙ өлөшөмдө индерергә тырышам: тәмле итеп сәк-сәктәр бешерәм, күстәнәс һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары туплайым. Үҙемдең улым да Чечен һуғышында ҡатнашҡайны, әлеге ваҡытта яҡын туғаным яуҙа. Һәр икеһе тыуған яҡтарға имен-һау ҡайтһын, тип теләп кенә ултырабыҙ», - тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Нәзифә Әхмәт ҡыҙы. Уңған ханым күргәҙмәгә сәк-сәктәр, ҡул эштәре һәм яугир атаһынын фоторәсемен алып килгән ине. «Өйҙә бер осоро музейым да булды. Унда сигелгән ҡулъяулыҡтар, алъяпҡыстар, янсыҡтар, таҫтамалдар һәм бик күп эштәрем урын алған ине. Әле Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы туғандарым исемлеген тауарға сигеп, теркәү эше менән мәшғүлмен. Киләсәктә музейҙы яңыртырға иҫәп тотам, - тип һүҙен дауам итте ул.

Күргәҙмәлә Хәйризаман Үтәев етәкселегендәге шашка һәм шахмат түңәрәгенең дә уңыштары сағылыш тапты. Уйындар барышынан әҙерләнгән буклетты, был спорт төрөн һөйөүселәрҙең диплом, грамоталарын ҡыҙыҡһынып ҡараны ҡунаҡтар. Көнһылыу Әҙеһәм ҡыҙы түңәрәк етәксеһе Хәйризаман Үтәевтың үҙ эшенең оҫтаһы булыуын, ипле, аңлайышлы итеп аңлатыуын, шахмат һәм шашка серҙәренә өйрәнергә теләүселәрҙең күп булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Сараның икенсе өлөшөндә 1941-1945 йылдағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир-уҡытыусылар һәйкәленә сәскә һалынды.

«Яуҙа ҡатнашҡан уҡытыусыларҙың кемеһелер яуҙа батырҙарса һәләк булды, кемдәрелер ҡайтҡас мәғариф өлкәһе үҫешенә тос өлөш индереп, ғүмерҙәрен изге һөнәргә бәйләне. Беҙ яугир уҡытыусыларҙы ла оноторға тейеш түгелбеҙ, улар тураһында киләсәк быуынға еткерергә тейешбеҙ», -тине Кәрим Миңлеғәли улы.

Сәскә һалғандан һуң, яугирҙәр рухына бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.

Артабан сара мәғариф бүлегенең тамаша залында дауам итте. Тантаналы өлөштә «Аралашыу үҙәге»нә йөрөгән әүҙемдәр тәбрикләнде. Уларға Рәхмәт хаттары һәи иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Кисә йыл темаһына арналған концерт программаһы менән дауам итте. Бында хаҡлы ялдағылар  үҙҙәренең ижади һәләтен күрһәтте. Ҡобайырҙар, нәфис һүҙ, йыр, спектакльдән өҙөктәр һәр кем күңеленә хуш килде.

Сара бик ойошҡанлы үтте. Оло йәштәгеләр рәхәтләнеп үҙ-ара аралашты, күңелдәренә ятҡан һөнәр буйынса тәжрибә уртаҡлашты, кисәне ойоштороусы үҙәк етәкселәренә рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас