80 лет Победы
15 Декабря 2021, 05:40

Үҙе үткән фронт эҙҙәре буйлап...

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйзулла Әблүзин Баймаҡ тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында "Хәрби дан" аҙналығы сиктәрендә ойошторолған күргәҙмәлә булып, үҙе үткән яу юлдары хәтирәләренә бирелде.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйзулла Әблүзин Баймаҡ тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында "Хәрби дан" аҙналығы сиктәрендә ойошторолған күргәҙмәлә булып, үҙе үткән яу юлдары хәтирәләренә бирелде. Күргәҙмәлә легендар командир Миңлеғәле Шайморатовтың 112-се кавалерияһына арналған бай тарихи мәғлүмәттәр ҡуйылған. Унда шулай уҡ дивизия составында һуғышҡа ингән кавалерист-яҡташтарыбыҙ тураһында ла мәғлүмәттәр бар.  Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйзулла Әблүзин һүрәттәрҙән ҡарап ҡына түгел, ә үҙе күреп-белгән хәтирәләре менән бүлеште. 

Музей директоры Нәйлә Ғәлина күргәҙмәгә ҡуйылған иҫтәлектәр менән таныштырҙы.

 

  

 

Үҙе үткән фронт эҙҙәре буйлап...
Үҙе үткән фронт эҙҙәре буйлап...
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас