Бөтә яңылыҡтар
80 лет Победы
9 Май 2021, 10:00

"Баш осонда ҡара ҡоҙғондар оса..."

Ауылда һуғыштан һуң мираҫ булып ҡалған юҡлыҡ, фәҡирлек оҙаҡ ҡына хөкөм һөрҙө. Кешеләр аслыҡтан шешенеп ятты, тифтан себен урынына ҡырылды. Һауып һөтөн эсер һыйыры булғандарҙың ғына йәшәүгә өмөтө бар ине. Улар бирешмәне. Үҙҙәренән өҙөп, күрше-күләне менән бүлеште. Зөлфәр ағайым ут эсендә йөрөмәһә лә, һаулығы ныҡ ҡаҡшаған ине...

Һуғыштан алдағы йәйҙә беҙҙең Түбәнге Таһир ауылына мәжбүри рәүештә күсерелгән бер төркөм мордва кешеләрен килтереп, икешәр бүлмәһе булған йорттарға таратып урынлаштырҙылар. Алты мөйөшлө бәләкәй генә өйҙә ун бер кеше йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан,биш мордваны фатирға индерҙеләр. Ғаилә башлығы – Андрей, ҡатыны – Мария, ҡыҙҙары – Анна, малайҙары – Саша һәм Коля. Тыуған ерҙәренән көслөк менән айырып килтерелгән килмешәктәрҙе бик йәлләй инек. Шуның өсөн 16 кеше тар ғына өйҙә, нисек итһәк тә, бер ҡышты имен-аман сыҡтыҡ. Икенсе йәйгә кесе ағайым Әхтәм еңгәйем менән Шаҙағай ауылына уҡытырға китте. Уның ҡарауы, өсөнсө ағайым Зөлфәр хеҙмәт тултырып ҡайтып, 1941 йылда өйләнде. Ул “Һаҡмар” колхозында рәйес урынбаҫары булып эш башланы. Колхоз кәнсәһе беҙҙең эргәлә генә, Әхмәтзәки ағайҙың өйөндә урынлашты. Колхоздың Билалдан яңы айырылып сыҡҡан сағы булғанлыҡтан, кәнсәһе юҡ ине.

Яҙ етеүгә ауыл гөрләп тора, күтәренке рух, эшлекле кәйеф хөкөм һөрә. Әле лә хәтеремдә, сәсеү тамамланған осор ине, бер көн киске ашҡа ултырғас ҡына, Зөлфәр ағайымды ашығыс рәүештә кәнсәгә саҡырттылар. Әсәйем: “Әй, әттәгенәһе, ашты ашап өлгөрмәне бит исмаһам”,-тип үкенес белдереп ҡалды. Белһәң икән, шунда ағайымдарҙың тағы күпме тыуған йорт аш-һыуынан мәхрүм ҡаласаҡтарын. Иртән тороуға кәнсә алдына дүрткел башлы машина килеп туҡтаны. Уға бик күп ир-егет тейәлде. Ололар илаша, йәш-елкенсәк һағайышып, шымып ҡалған, әлегә бер нәмә һиҙмәгән бала-саға аяҡ аҫтында буталып, зыҡ ҡуба. Уларға ирмәк: тәү мәртәбә машина күрәләр бит. Меркулов тигән мордва һағышҡа зар өҫтәп, баянда уйнай. Машина ҡуҙғалғас, атайым менән әсәйем уның артынан эйәреп китте, миңә бармаҫҡа ҡуштылар. Беҙ ҡырҙан ҡарап торҙоҡ. Ауыл осона етәрәк туҡталған машина янында кемдер телмәр тотто, һуңынан һауаға мылтыҡтан аттылар. Атайым йөрөп ҡайтҡас: “Урыҫ ғәҙәте буйынса ҡыландылар”,-тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе.

Аҙаҡтан белдем: минең өсөн Бөйөк Ватан һуғышы шулай башланған. Теге машинала үҙҙәре теләп һуғышҡа китеүселәр булған. Зөлфәр ағайым да беренселәр рәтендә ине. Ул, запастағы офицер, танкист, йәш һалдаттарҙы уҡытып, һуғыш серҙәренә өйрәтеп ятты. Тәүҙә Львов, Харьков ҡалаларынан хаттар килгеләне. Уларҙың: “Ваҡыт ифрат тар. Баш осонда ҡоҙғондар уйнай, борсаҡ яуа”,-тигән юлдары хәтерҙә уйылып ҡалған. Аҙағыраҡ, япондар ҡотора башлағас, уны Көнсығыш фронтҡа күсерҙеләр. Хаттарын Чита, Хабаровск ҡалаларынан яҙҙы. Зөлфәр ағайым 1946 йылда ҡайтып төштө һәм Асҡарға эшкә урынлашты.

Икенсе ағайым Зөлҡәр 1939 йылда фин һуғышында ҡатнашып, бер ҡулын ҡалдырып ҡайтҡайны. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ауыр эштәрҙән ситтә ҡалманы. Һуғыш осоронда колхозда етәксе булды.. Хатта һыңар ҡуллап бесән сапты, кәбән ҡойҙо. Һуғыштан һуң, ул урманда ҙур баҡса тотоп: помидор, ҡыяр, ҡарағат, балан, миләш, алмағастар үҫтерҙе. Баҡсаһында ҡоҙоғо булды. Умарта тотоп, балдан өҙөлмәне. Һаҡмарға балыҡҡа йөрөнө, һыу төшөп ҡайтыр ине. Һыңар ҡул булыуға ҡарамаҫтан һуңғы йылдарына тиклем һыбай йөрөнө. Ат егеп алып, еңгәйемде ултыртып, бер бөртөк ҡыҙҙары Миңзифаға барырҙар ине. Мәктәпкә осрашыуҙарға барғанда, балаларға һуғыш тураһында һөйләп, хәҙерге замандың һәйбәтлеген аңлатыр ине. Һуғыш бөтөүгә 54 йыл тигәндә, 1999 йылда мәрхүм булды.

19 йәшлек Әхтәм ағайым һуғышҡа 1941 йылдың көҙөндә Шаҙағай ауылынан китте. Әсәйем: “Мыйығы ла сыҡмаған, бала ғына бит әле, мылтыҡ тота белмәй генә аҙапланыр инде”,-тип иламһырап ҡалды. Ә 1942 йылдың февралендә йән өшөтөп “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙы килде. Тағы ике ай үткәс, ҡайғы-хәсрәткә батып йөрөгәндә өсмөйөш хат алдыҡ. Баҡтиһәң, атакаға күтәрелгәнендә, аяғынан ауыр яраланып, иҫһеҙ йығылып ятып ҡалған икән. Буран башланып, ҡар күмеп китә. “Атыштар баҫылғас, санитарҙар уның шинель остарын ғына шәйләп табып ала. Госпиталдә өс ай дауаланғандан һуң, тағы фронтҡа китә. Йәнә ҡаты яралана. 1943 йылдың буранлы мартында ике ҡултыҡ таяғына таянып ҡайтты ул. Бер аяғының һөйәктәре селпәрәмә килгән, тубыҡтан түбәндә яраһы өңрәйеп тора ине. Көн дә кис еңгәйем менән бергәләп урауын алмаштырҙыҡ. Ағайымдарҙың иң өлкәне Барый ике күҙҙән дә һуҡыр ине, әммә ошоно сәбәп итеп тик ятманы, колхозға, илгә ҡулынан килгәнсе ярҙам итте. Ә 1870 йылда тыуған, инде етмеште уҙған атайым Мәғәсүм Абдразиҡ улы Хәйбуллин, колхозға йүкәләп мөйәт үрҙе, дуға бөктө, сана ҡарамаланы. Әсәйем дә көн оҙоно колхоз эшендә йөрөнө, төндәрен өй эше менән булды.

Үҙебеҙҙең бейә малы бар ине. Үҙ аты булған бер төркөм кешене 1942 йылдың яҙында Ҡыҙыл Мәсеткә бойҙай орлоғо алырға ебәрҙеләр. Күрәһең, быуаҙ бейәһен йәлләптер инде, атайым уны сит ҡулға тоттормай, үҙе китте. Тома һуҡыр Барый ағайым менән икеһе бер ылауҙа аҙна самаһы йөрөгәндән һуң ҡайтып килгәндә, Ҡаран тауы янында аттары арып, төнгә ҡалалар. Әсе буранда өшөп-туңып, иртәгәһенә генә ҡайтып инде улар. Ағайым йәш кеше бирешмәне, ә атайым сәсрәп ауырып, түшәккә ятты. Шул ятыуҙан мандый алмай, 1942 йылдың 6 сентябрендә донъя ҡуйҙы. Атай вафатынан һуң тормошобоҙ бөтөнләй ауырлашты, бар ғаиләбеҙ менән ат урынына эшкә егелдек. Хәйер, беҙ генәме, барыһы ла шул хәлдә ине. Әммә бер кем дә үҙен аяманы, зарланманы. Уҡып ҡына йөрөгән малай-ҡыҙҙарҙы ла оло маҡсатлы, дошманға ҡарата нәфрәт менән янған, уны еңеү өсөн барыһын да эшләгән шанлы быуынға әйләндерҙе һуғыш. Барыбыҙҙа ла бер маҡсат – Еңеүҙе яҡынайтыу ине.

Бер туған апайымды Ағиҙелгә ағас эшенә ебәрҙеләр. Ике йыл шунда йөрөнө. Һалҡын тейҙереп, тамағы шешеүҙән Сулея станцияһында үлеп ҡала ул. Был хәл 1947 йылда була. Үҙем шул йылда ете класс тамамлап, Темәс башҡорт педагогия училищеһына уҡырға индем. Өсөнсө курсты тамамлауға, әсәйем ныҡ ауырып китеүе сәбәпле, уҡыуҙы ҡалдырырға тура килде. 1951 йылдың 18 сентябрендә әсәйем дә яҡты донъя менән хушлашты. Беҙ үкһеҙ етем ҡалдыҡ. Ағайымдарға рәхмәтлемен. Ауыр мәлдә Әҡсән ҡустым менән икебеҙҙе яҙмыш ҡосағына ташламанылар. Ҡайғы-хәсрәтен дә, шатлыҡ-ҡыуанысын да берге-бергә уртаҡлаштылар. Өс ағайым да шәп ҡурайсы ине. Ә Барый ағайым матур итеп өзләй ҙә ине. Ул 80 йәшен тултырып донъя ҡуйҙы. Улы Әхмәткәрим бөгөн Өфөлә йәшәй.

Ауылда һуғыштан һуң мираҫ булып ҡалған юҡлыҡ, фәҡирлек оҙаҡ ҡына хөкөм һөрҙө. Кешеләр аслыҡтан шешенеп ятты, тифтан себен урынына ҡырылды. Һауып һөтөн эсер һыйыры булғандарҙың ғына йәшәүгә өмөтө бар ине. Улар бирешмәне. Үҙҙәренән өҙөп, күрше-күләне менән бүлеште. Зөлфәр ағайым ут эсендә йөрөмәһә лә, һаулығы ныҡ ҡаҡшаған ине. Туң ерҙә, еүеш окоптарҙа ятыу, аслы-туҡлы көн итеү үҙенекен эшләмәй ҡалмағандыр. Ул 52 йәшен дә тултыра алмай, үпкә сиренән вафат булды. Әхтәм ағайым да фронтта алған яраларынан ғүмер ахырынаса яфа сикте. Тулыһынса төҙәлә алмай, быуындары шешенеп 67 йәшендә үлеп ҡалды. Уларҙың бөгөнгө матур тормошта, әле ветерандар күргән ҡәҙер-хөрмәтте күрә алмауҙарына йөрәк һыҙлай.

Ана шулай, бар халыҡ менән берлектә ауылдаштарым да хәтәр мәлдә юғалып ҡалманы, изге эште аҙағынаса еткерҙе. Көтөлгән Бөйөк Еңеүҙе яуланы. Быҫҡып түгел, янып йәшәнек беҙ. Үткән һуғыштың бөгөнгө кеше ышанмаҫлыҡ ауырлыҡтарын, беҙ күргән юғалтыуҙарҙы, мәхрүм ителеүҙәрҙе балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә күрһәтмәһен Хоҙай.

Миңдинур Хәйбуллина, педагогик хеҙмәт, тыл ветераны.

Әбйәлил районы, Ҡырҙас ауылы.

Читайте нас